Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талмаҫ ике ҡанатым
Талмаҫ ике ҡанатымБашҡортостандың данын арттырыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләренең күп булыуына аптырайһы түгел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Асҡаров — шуға асыҡ миҫал. Шул уҡ ваҡытта яҡташыбыҙ республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илебеҙ мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индерә. Салауат Әхмәт улы репертуарҙы һайлай белеү һәм даими байытып тороуҙың башҡарыусыға бөтә осраҡта ла уңыш килтереүен билдәләне. Танылған композитор Заһир Исмәғилевтең ижадына ла мөкиббән ғашиҡ. Ысынлап та, йырсының төрлө партияларҙы ҙур кинәнес менән башҡарыуына нисек һоҡланмайһың! “Урал илселәре” ҡайһылай көслө әҫәр! “Иван Васильевичтың образына ингәндә, тетрәнеү кисерәм”, – ти әңгәмәсем. Рәүеф Мортазиндың “Дауыл” операһында Нияҙғол, “Шәүрә”лә Аяҙғол, “Аҡмулла”ла Буранғолбай һәм башҡалар репертуарының төп өлөшөн тәшкил итә. Салауат АСҠАРОВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.
– Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Президент Дмитрий Медведев сәнғәт әһелдәренә юғары наградалар тапшырғанда бүләкләнеүселәр араһында, унда тотош Рәсәйҙән йыйылғайнылар, һеҙҙе күреү ҙур ғорурлыҡ ине. “Рәсәйҙең халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыу юбилей йылында көтөлмәгән бүләк булғандыр?
– Алдан белмәһәң, бәлки, ҡыҙығыраҡтыр ҙа. Ысынында хәбәрҙар түгел инем. Ә инде яҡын дуҫтарым был хаҡта “ҡолағыма тишкәс”, өҫтәүенә бер нисә көндән Мәскәүгә саҡырыу алғас, ифрат ҡыуандым. Шул уҡ ваҡытта “Иртәрәк түгелме?” тип тә уйландым. Кем әйтмешләй, тыуған көн йыл буйы дауам итә. Тимәк, юбилейымды билдәләгән йылда ошонан да ҙурыраҡ бүләктең булыуы мөмкинме? Юҡ, әлбиттә. Айырыуса ил етәксеһенең ҡулымды ҡыҫыуы – минең өсөн оло мәртәбә. Дмитрий Анатольевичтың һүҙҙәре күңелемә май булып яғылды. “Бында мәҙәниәт һәм сәнғәт бейеклектәренә күтәрелгәндәр генә йыйылған, һәр береһенең исеме илебеҙгә яҡшы таныш, миллиондар уларҙың ижадына ғашиҡ”, – тине Президент.
Ул көндә сәхнәгә шөһрәтле балерина Майя Плисецкая, күренекле драматург Алла Демидова, оҫта пианист Денис Мацуев, билдәле шағир Михаил Ножкин, танылған кинорежиссер Тимур Бикмәмбәтов, талантлы композитор Родион Щедриндар ҙа күтәрелде.
– Уҡ баһаһы – атылғандан һуң, һүҙ баһаһы – әйтелгәндән һуң, тиҙәр. Нисек уйлайһығыҙ, беҙҙә таланттар тейешле баһаланамы, артистарға иғтибар бармы?
– Иң-иңдәр юғары баһаланһын ине. Юғиһә сәхнәгә осраҡлы күтәрелгәндәр ҙә күренгеләмәй түгел. Хәйер, ваҡыт үтеү менән биктырыш һәм әрһеҙҙәр иләктән төшөп ҡалыусан. Тамашасыны алдау һис тә мөмкин түгел. Дөйөм алғанда, иғтибар юҡ тип әйтмәйем, һуңғы йылдарҙа бигерәк тә арта төшөүе һөйөнөслө. Һүҙ ҙә юҡ, Хөкүмәт тарафынан баһаланыу ҡанатландыра, хатта ҡош телендәй генә маҡтау һүҙен ишетеү менән үҙеңде бер башҡа үҫкәндәй хис итәһең. Уратып әйтеүеңде, һүҙ ебен минең тарафтарға бороуыңды аңлап торам (көлә). Мәҫәлән, мине генә алғанда... Тағы бер мөһим нәмә тураһында оноторға ярамай, сәнғәт һәм мәҙәниәт тураһында һүҙ барғанда матурлыҡ төшөнсәһен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”, тип ҡасандыр әйтелгән һүҙҙәр бер ҡасан да иҫкермәй.
– Салауат Әхмәт улы, һеҙ хәтһеҙ ваҡыт республиканан ситтә йөрөнөгөҙ. Шулай ҙа тыуған яҡтарға кире ҡайттығыҙ...
– Тормоштоң ҡыҙыҡ ҡоролоуына аптырамайым. Биографиямда Шафран ҡасабаһында тыуыуым тураһында яҙыу бар. Дөрөҫ, сығышым — Әлшәйҙән. Борон белгестәрҙе төрлө урынға күсереп йөрөтөү ғәҙәти күренеш һаналған. Атайымды Дыуан районына эшкә ҡоҙалағандар, ә ул тәҡдимдән баш тартмаған. Шулай итеп, миңә бер йәш тулғанда республиканың икенсе яғына барып төпләнгәнбеҙ, бала сағым, йәшлегем шул яҡтарҙа уҙҙы.
Дүрт йыл Муса Жәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрында уйнаным, улай ғына ла түгел, ете йыл Александр Пушкин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт академия опера һәм балет театрында эшләнем. Һәр ҡайҙа ла үҙемде кәрәкле белгес итеп тойҙом. Йәшермәйем, фатир мәсьәләһе Ҡазанда ла, Түбәнге Новгородта ла еңел хәл ителде. Хеҙмәт юлымды Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлағайным, урау юлдар аша йәнә туған театрыма ҡайттым, бәхетлемен. Тыуған яҡ – минең өсөн иң изге төбәк, ошо һүҙҙәргә тағы ла ниҙер өҫтәү мөмкинме?
– Һандуғастан һандуғас тыуамы?
– Кешелә талант йә — бар, йә — юҡ. Быны инҡар итеү бер нисек тә мөмкин түгел. Исемдәре халыҡҡа яҡшы таныш йырсы, бейеүсе һәм бүтән сәнғәт кешеләренең улын йәки ҡыҙын көслөк менән үҙенең артынан йөрөтөүе аңлашылмай.
Шәхсән үҙемә килгәндә, бәлки, ошо турала һорарға итәһеңдер, ике ҡыҙым да бүтән һуҡмаҡтан китеүҙе хуп күрҙе һәм шуның менән оттолар. Тормошта һәр береһе үҙ урынын тапты, шуға ҡыуанам. Бая әйткәнемсә, эшләгән урындарында кәрәкле белгес иҫәпләнәләр.
Бына мин нимә тураһында уйлап ултырам. “Балаларҙа талант ял итә”, – тигәнде ишеткәнең бармы? Бик ҡыҙыҡ фекер бит. Баланың һәләтен үҫтереү – икенсе мәсьәлә. Әгәр ҙә бәләкәй генә осҡондан көслө ялҡын ҡабыҙа алмаһаң, күпме маташма, усаҡ килеп сыҡмаясаҡ.
– Мин һеҙҙә ижадтың ике ҡанатын күрәм, уңын йырсы тип алһаҡ, һулы – уҡытыусылыҡ эше. Бер юлы ике йүнәлештә ижад итеү ауыр түгелме?
– Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында дәрестәр биреүемә ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Театрҙағы эшмәкәрлегем дә, уҡытыусылыҡ эшем дә оҡшай. Уларҙың бер-береһен тулыландырыуын тәүге көндәрҙән үк һиҙгәйнем. Әйткәндәй, әгәр һабаҡ биргән студенттарың үксәңә баҫып килмәһә, унда эшләүҙән ни фәтүә!
– Әгәр уҙып китһәләр...
– Улай икән, айырыуса ҡыуаныслы. Бөтә тирә-яҡ тын ҡалырлыҡ итеп йыр һуҙған Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, ҡабатланмаҫ моң эйәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Татьяна Никанорова, үҙенсәлекле тауышлы йырсы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Инна Романова, күптәрҙең кумиры булған Нәсимә Тимерова – минең уҡыусыларым. Әле Заһир Исмәғилев исемендәге һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурстар лауреаты Артур Ҡәйепҡолов менән ныҡлап шөғөлләнәм, бик һәләтле егет.
Талантлы уҡыусыларым тураһында һөйләгәндә, йыш ҡына остаздарым иҫкә төшә. Өфө сәнғәт училищеһында Миләүшә Мортазина уҡытты, Ҡазан дәүләт консерваторияһында Валентина Ласько уҡытыусым булды. Ҡатыным Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Галина Акимова менән беҙ 37 йыл бергә – ул фекерҙәшем дә, ярҙамсым да.
– Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ.
– Матбуғат менән дуҫ булыу күңелде байыта, яңылыҡтар менән танышып тороусы бер ҡасан да замандан артта ҡалмаҫ. Ғөмүмән, үҙемә килгәндә, гәзит һәм журналды күпләп алдырып уҡыусы ғаиләлә тәрбиәләндем.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509