Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында Аҡмулла рухы йәшәй
Бында Аҡмулла рухы йәшәйҒөбәйҙулла солтан Жангиров 1881 йылдан генерал-майор, 1888 йылдан — генерал-лейтенант, 1894 йылдан — кавалерияның тулы генералы. Ул 1909 йылда Ҡырымда мәрхүм булып ҡалған.
Ҡаҙаҡ халҡының арҙаҡлы улы Ғөбәйҙулланың әсәһе — Башҡорт иленән. Уның байтаҡ туған-тыумасаһының Бәләбәй янындағы ауылдарҙа йәшәгәне билдәле.
Шағирҙың музейында әйберҙәр, ҡомартҡылар ике залға һәм вестибюлгә ҡуйылған. Беренсе залда — Туҡһанбай ауылы тарихына ҡағылышлы документтар, ХVII — ХIХ быуаттарҙа башҡорттарҙың көнкүрешен, йәшәйешен сағылдырған экспонаттар, ауылдарҙағы дин әһеле тормошон күҙалларға ярҙам итеүсе әйберҙәр. Икенсе залға Мифтахетдин Аҡмулланың биографияһын аныҡлаусы документтар, нәҫел шәжәрәһе, төрлө архивтарҙан табылған ҡулъяҙмалары, китаптары ҡуйылған. Музейҙа иң ҡиммәтле ҡомартҡы — Аҡмулланың үҙ ҡулы менән эшләнгән китап ҡуйыр өсөн йыйылмалы яһалма (ултырғыс). Ҡаҙағстанда, Урта Азияла ошондай йыйылмалы ҡулайламаны Ҡөрьән йә башҡа китаптарҙы ҡуйып уҡыр өсөн дин әһелдәре, хәлфәләр һәр саҡ үҙҙәре менән йөрөтә торған булған. Был ҡомартҡыны профессор Рәшит Шәкүр Татарстандың Сарманай районы Яҡшыбай ауылы башҡорттарынан алып ҡайтҡан. Бында шулай уҡ шағирҙы һәр саҡ оҙатып йөрөүсе музыка ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, башҡорт думбыраһы, ҡаҙаҡ думбыраһы бар. Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәргә лә музейҙа күп урын бирелгән. Дусмайыл Ҡасҡынбаев, Хәсән Ғәли, Сәкен Сәйфуллин, Уалижан Калижанов, Бөркөт Исхаҡов, Риза Фәхретдинов, Әхнәф Харисов, Ғайса Хөсәйенов, Закир Шакиров, Дауыт Юлтый, Фәтих Кәрим, Кирәй Мәргән, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ғабдулла Туҡай, Ғәлимйән Ибраһимов, Мөхтәр Әүәзов, Бейсембай Кенжебаев, Мөхәммәт Ғәйнуллин, Әнүәр Әсфәндиәров, Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов, Салауат Ғәлин, Ғиниәт Ҡунафин, Рәүеф Насировтарҙың китаптары, фотоһүрәттәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамдары Рәшит Нурмөхәмәтов, Зилфәт Басиров, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары Риф Абдуллин, Марат Байназаров, Ғүмәр Мөхәмәтшин, билдәле рәссамдар Абдулла Абдулатипов, Әлиә һәм Азамат Байрамғоловтар эшләгән портреттар, улар бүләк иткән ҡомартҡылар изге йортто йәмләп тора. Вестибюлдә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаттарына, Миәкә районынан сыҡҡан яҙыусыларға, күренекле сәнғәт әһелдәренә бағышланған стенд ҡуйылған.
Һуңғы мәлдәрҙә музей хеҙмәткәрҙәре “Мифтахетдин Аҡмулланың ижади мираҫы — башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙиптәре өсөн илһам сығанағы” тип аталған халыҡ-ара әҙәби йыйын өсөн материалдар туплау менән шөғөлләнә.
Билдәле булыуынса, бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай 1907 йылдың 22 апрелендә Уральскиҙа сыҡҡан “Фекер” гәзитендә “Шағирҙарыбыҙ” тигән мәҡәлә баҫтырып сығара. Унда “Әле истән чыккан икән, тағы бер ярты казак, ярты татар Акмелла хәзрәттәре бар икән. Ул да шиғыр яҙған, ләкин һаман да уның шиғырҙарына бик күп тәгассыб ҡатышҡандыр, һәм дә безнең татар рухына, татар халҡына Бердә тьәсре юҡтыр, шиғырьләреннән тик казакъ исе, күчмә халыҡ исе чығып торадыр”, — тигән юлдар бар. Был һүҙҙәр тураһында Ҡазан һәм Өфө ғалимдары Туҡайҙың йәшлек максимализмы һәм әҙәбиәт ҡанундарын, донъя фәлсәфәһен тиҙ генә үҙгәртеүгә ынтылыуы менән аңлата. Ышандырырлыҡ дәлилдәр килтерәләр. Бөйөк Туҡайҙың артабанғы ижадына һәм тормошона күҙ һалһаҡ, хәҡиҡәткә яҡынаябыҙ.
Туҡайҙың дуҫы, ижади фекерҙәше классик яҙыусы Фәтих Әмирхан Аҡмулла әҫәрҙәре менән Ҡазандағы “Мөхәмәҙиә” (1901—1902) мәҙрәсәһендә шәкертлек йылдарында уҡ таныш булған. Татарстан Фәндәр академияһы, Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Мираҫханаһында һаҡланған Фәтих Әмирхановтың дәфтәрҙәре быға дәлил. “Мин мәкүләт мела Мифтахетдин бине Камалетдин әл Башкори, эш — шәһиди, әл — мәләҡғҡаб би Аҡмулла рәхмәтуллаһы тәғәля” (Аҡмулла ҡушаматлы, хаҡ эш өсөн үлтерелгән, мулла Мифтахетдин бине Камалетдин әл — Башкорди әҫәрләренән, Аллаһе Тәғәләнең рәхмәте яуһын), — тип башланып китә ҡулъяҙма. Унда Аҡмулланың беҙгә мәғлүм байтаҡ шиғыры бар.
Ижад кешеһе дуҫының нимә уйлағанын, кемдең шиғырҙары менән ҡыҙыҡһынғанын белмәй булмаҫ... Тағы шуны өҫтәргә кәрәк, Ғабдулла Туҡай ҙа, Фәтих Әмирхан да Мифтахетдин Аҡмулла кеүек күренекле татар ғалимы, мәғрифәтсеһе, дин әһеле Шиһабетдин Мәржәниҙе исламиәт һәм фәлсәфәүи тәғлимәттә үҙҙәренең остазы тиҙәр һәм уға бағышлап әҫәрҙәр ижад итәләр.
Фәтих Әмирхан тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла өҫтәп ҡуяйыҡ: Ҡазан ғалимы, филология фәндәре докторы Марсель Әхмәтйәновтың яҙмаларында классик яҙыусының әсәһе Рәбиғаның атаһы Зиннәтулла Абдуллин хәҙерге Дүртөйлө районының Йүкәлекүл исемле ауылында тыуған. Ҡазанға килеп уҡыған, шунда ҡалып ғүмерен хәлфә булып уҙҙырған, тигән юлдар бар. Беҙгә, хәҙерге әҙиптәргә, Фәтих Әмирхандың Йүкәлекүлдәге нәҫел-нәсәбен эҙләп табыу бурысы тора.
Бөгөн музей хеҙмәткәрҙәре бөйөк шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеү буйынса эҙләнеүҙәрен дауам итә. Аҡмулла шәжәрәһенә аныҡлыҡ индереп, Туҡһанбайҙағы туған-тыумасаларын барлай. Изге йорт ҡомартҡылар менән дә тулыландырыла. Йәнәби-Урсай ауыл Советы биләмәһендәге “Дим” хужалығы етәксеһе Рифәт Хәбибуллин, бер ат һатып, элекке замандың тарантасын һәм арбаһын яһатып музейға бүләк итте. Һүҙ ыңғайында тағы шуны өҫтәйек: Рифәт Хәбибуллин музейҙың тирә-яғын бөхтә тотоуҙа һәр саҡ ярҙам итергә ынтыла, үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ул етәкселек иткән “Дим” хужалығында һуңғы йылдарҙағы ауыр тәбиғәт шарттары ҡыҫымында ла етештереү кимәле арта.
Туҡһанбайҙағы Аҡмулла музейынан кеше өҙөлмәй. Миәкәнән генә түгел, күрше Бишбүләк, Стәрлебаш, Федоровка райондарынан да, Өфө, Бәләбәй, Ҡазан ҡалалары мәктәп уҡыусылары ла, өлкәндәр ҙә бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе-сәсәндең тыуған еренә, ҡомартҡылар төйәгенә сәфәр ҡыла, тормошо, ижады менән таныша. Һуңғы мәлдәрҙә Өфөнән Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, химия фәндәре докторы, профессор Мансур Сәһәрйәр улы Мифтахов ҡатыны Розалия ханым менән, Ҡазандан хеҙмәт ветерандары Факия менән Октябрис Асҡаровтар, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков музейҙың почетлы кенәгәһенә үҙҙәренең тәьҫораттарын яҙып ҡалдырған.
Бында байрамдар, төрлө быуын вәкилдәренең осрашыуҙары үткәрелә. Унда Туҡһанбай халҡы ғына түгел, күрше тирә-яҡтарҙан да киләләр. Бишбүләк районы Аҙнай ауылынан хеҙмәт ветераны, сәсәниә Рәсимә Ғәлләметдин ҡыҙы Сөләймәнова, Йәнәби-Урсайҙан көләмәстәргә бай, йырсы-таҡмаҡсы Фәүзиә Шаһминалар — музейҙың иң ҡәҙерле ҡунаҡтары.
Изге йорттан моңһоу ғына сығабыҙ. Тышта ябалаҡлап ҡар яуа. Ә һине дәрте, ҡеүәте ташып торған Аҡмулла оҙата:
Хәл килһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
Ғалимдар ҡатарына кергән яҡшы.
Русса уҡып-яҙып ҡына түгел белмәк,
Хәл килһә, французса белгән яҡшы.
Иң әүүәл үҙ ғилемендә заһир бул һин,
Ышанысың ҡеүәте таһир булһын.
Һиндостан ғаләмендәй мәхкүм күреп,
Ғилемгә ҡаршыларға ҡаһир бул һин.
(Аҙағы. Башы 247-се һанда).
Фәнис ЯНЫШЕВ,
М. Аҡмулла премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840