Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше ғүмере — күҙ йомған ара
Кеше ғүмере — күҙ йомған араЙәшерәк саҡта яҡташтарыбыҙ, һабаҡташтарыбыҙ, дуҫ-иштәребеҙ менән аралашып йәшәнек. Үкенескә ҡаршы, шуларҙың береһе — Илйәс Йәмлих улы күптән түгел арабыҙҙан мәңгелеккә китте һәм Назар Нәжмиҙең “Бер күҙ асып йомған ара ғына беҙҙең бергә үткән был ғүмер” тигән шиғри юлдары иҫкә төштө. Ысынлап та, кеше ғүмере күҙ асып йомған ара ғына икән шул...
“Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр”, тигән халҡыбыҙ. Был һүҙҙәр, һис шикһеҙ, эшһөйәр, ғаиләһенә һәм туғандарына ҡарата хәстәрлекле, шәфҡәтле, асыҡ йөҙлө, тыныс холоҡло Илйәс ағайыбыҙ кеүектәргә ҡарата әйтелгәндер.
Ғүмер юлы, атҡарған эштәре хаҡында ҡыҫҡаса шуларҙы әйтергә була: ул 1928 йылдың 9 февралендә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуған. Ете йәшендә атаһынан ҡала, һәм уны әсәһе Латифа тәрбиәләп үҫтерә, Аҡъяр урта мәктәбендә белем ала.
Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Өфө дәүләт авиация техник институтын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү заводында башлай. Яҡташыбыҙҙы район етәкселәре 1960 йылда Хәйбулла районының “Маҡан” совхозына баш инженер вазифаһына саҡыра. Совхозда игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, күптәр хеҙмәттә ҙур ҡаҙаныштар яулай. Араларында Ленин орденлы механизаторҙар Рафиҡ Ҡарабаев менән Миҙхәт Рәхмәтуллин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланған һауынсы Таңһылыу Мәмбәтова, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Зариф Аралбаев, Тәлғәт Әмәмов, Рәфҡәт Мәмбәтов һәм башҡалар бар ине.
Илйәс Баҡтыбаев совхозда ике йыл эшләй һәм, уның булдыҡлылығын күреп, райондың партия комитеты секретары урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбендә уҡып ҡайтҡандан һуң, КПСС Өлкә Комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы вазифаһын йөкмәтәләр.
“Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер”, ти халыҡ. Илйәс Йәмлих улы 1969 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр авиация сәнәғәте эшсәндәренең профсоюз рәйесе булды.
Күренекле шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың “Ғүмер” тигән шиғырындағы ошо юлдар ҙа үрҙә әйтелгәндәргә тап килә.
...Япраҡтарҙы һары алды инде,
Ел шаулатып түкмәҫ, тимәгеҙ, —
Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе
Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ...
Илйәс ағай һул күҙенә операция яһатҡайны ла, уңышһыҙ булды. Тора-бара күҙе аяҡ-юллыҡ та күрмәй башланы.
“Ир ҡәҙерен ил белер”, тиҙәр бит. Октябрҙең тәүге көнөндә Илйәс ағай вафат булғас, үҙе оҙаҡ йылдар эшләгән Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы коллективы, хөрмәт күрһәтеп, һуңғы юлға оҙатыуҙы үҙ өҫтөнә алды һәм хәтер кисәһен дә шул бинала матур итеп ойошторҙо.
Илйәс ағайҙың вафатына ҡырҡ көн тулыуҙы Зәки Вәлиди урамындағы йортонда үткәрҙек. Йолаһын ҡылып, рухына арнап аяттар уҡыным. Ҡатыны Фирәзәнә еңгә: “Кешенең үҙ ғүмерендә өс туйы була: тыуғас — бәпәй туйы, өйләнешкәс — никах туйы, вафат булғас, ошо мәжлес үткәрелә. Бик татыу йәшәнек, ҡыҙыбыҙ Светлананы, улдарыбыҙ Фәрит менән Илгизде тәрбиәләнек”, — тип йылылыҡ менән иҫкә алды. Светлана Себер яҡтарында эшләй, уҡытыусы.
Беҙ, яҡташтары, Илйәс Йәмлих улының ауыр тупрағы еңел булһын, ҡәбере нурлы булһын, тип теләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә ҡалғандарға сабырлыҡ бирһен.
Азат БАЙСУРИН,
матбуғат ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508