Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғорурланырға нигеҙ бар
Гәзит уҡыусыларҙың “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башлаған “Яҡташтар” проектына ҡарата фекерен белер өсөн бер нисә кешегә “Башланғысты нисек баһалайһығыҙ?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Нәсимә ШЕЛЕХОВА, Өфө районының ветерандар советы рәйесе:
— Район “Яҡташтар” проектына әүҙем ҡушылды. “Өфө үҙәндәре” гәзитендә лә был темаға айырым иғтибар бүленә, шуға баҫманы гел күҙәтеп барам. Әле райондың Геннадий Дорожко, Сергей Ильин, Зоя Коршунова кеүек билдәле шәхестәренең исеме йыш телгә алына. Геннадий Дорожко менән шәхсән таныш инем. Ул оҙаҡ йылдар “Шемәк” совхозы директоры вазифаһын башҡарҙы. Хеҙмәте орден-миҙалдар менән баһаланған маҡтаулы белгес ине. Сәләмәт тормош яҡлы булды, хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡыш һайын саңғыла йөрөнө. Зоя Коршунова иһә беҙҙең һәр сарала әүҙем ҡатнаша, районда абруйлы шәхес.
Педагог булараҡ шуны билдәләгем килә: “Яҡташтар” проекты киләсәк быуын өсөн кәрәк.

Закирйән ӘМИНЕВ, отставкалағы юстиция полковнигы:
— Матбуғатта “Яҡташтар” проектына ярашлы сыҡҡан мәҡәләләр менән танышып барам. Үҙем Баймаҡ районынан. Яҡташтарыма Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхинды ошо исемлеккә индереүҙәре өсөн рәхмәтлемен. Уның менән таныш инем, ҡунаҡҡа барып йөрөгәнем дә булды. Асыҡ, ихлас, кешелекле уҙаман булды Риза ағай.
Беҙгә гел ниндәйҙер идеал, өлгө алыр кеше кәрәк. Айырыуса балалар өсөн мөһим был. Мәктәптә уҡығанда шағир Батыр Вәлидтең осрашыуға килгәнен бөгөнгөләй хәтерләйем, билдәле шәхестәрҙең үҫеп килгән быуынға ыңғай тәьҫирен һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем.

Динар ӘХМӘТРИСЛАМОВ, Әлшәй районында “Яҡташтар” проекты етәксеһе:
— Халыҡтың фекерен белеү өсөн анкета һорауҙарына яуап алдым, өс көн дауамында йәмғеһе 150 кеше менән һөйләшкәнмен. Яҡташтарыбыҙ тарихи шәхестәргә лә, замандаштары өсөн дә әүҙем тауыш бирә. Халыҡ бер көс булып тупланды тип әйтә алам. Шуныһына иғтибар иттем: “Яҡташтар” проектына тәҡдим ителгән кешене шәхсән белгән осраҡта, күптәр уның был исемгә лайыҡ икәнен дәлилләр өсөн хәтирәләре менән уртаҡлашырға ашыға. Бының ысынлап та кәрәкле сара икәненә инандым.

Илфат ТӨЛКӨБАЕВ, Әбйәлил районының йәштәр ҡоролтайы етәксеһе:
— Районда проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Әлеге мәлдә ете меңдән ашыу анкета тултырылған, йөҙҙән ашыу ирекмән эшләй. Тарихи шәхестәрҙән Таһир Кусимов, Фәйзрахман Хисмәтуллин, Ишмырҙа Һиҙиәтов кеүек арҙаҡлылар, замандаштарыбыҙҙан Зиннур Нурғәлин менән Марат Илһамов өсөн күберәк тауыш бирәләр. Шулай уҡ халыҡ туғандарын, эшҡыуарҙарҙы, ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе тәҡдим итә. Район гәзитендә махсус “Яҡташтар” рубрикаһы булдырылды. Шуныһы ҡыуаныслы: проектҡа халыҡ әүҙем ҡушыла, ирекмәндәр килеп етмәгән булһа, шылтыраталар, Интернет аша тауыш бирәләр.

Фәимә ТИМЕРҒӘЛИНА, Ишембай районының Этҡол ауылы:
— Мәктәптә ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн ирекмәндәр кәрәк булыуы тураһында һүҙ сыҡҡас, төрлө сарала, һайлау эшендә гел ҡатнашҡанымды иҫәпкә алып, директор шунда уҡ мине тәҡдим итте. Ҡыуанып риза булдым. Ҡурҡыуҙы еңеп, икеләнеүҙе ташлап эшкә тотондом. Кешеләр менән аралаштым, үҙем өсөн бай мәғлүмәт тупланым. Халыҡтың күпселеге, “Яҡташтар” тураһында ишетеп, әүҙем ҡушылды. Әлбиттә, тарихи шәхестәрҙән барыһы ла тиерлек Әхмәтзәки Вәлиди Туған өсөн тауыш бирә. Замандаштарға килгәндә, мин үткән урындарҙа халыҡтың күпселеге участка педиатры Фәрзәнә Ғәзизованы тәҡдим итә, уның эшен юғары баһалай. Акция иғлан ителеп, матбуғатта, телевидение аша мәғлүмәт таралыу менән балалар яҡташтарының биографияһы менән ныҡ ҡыҙыҡһына башланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем, шуға был мине айырыуса ҡыуандыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509