Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыштарҙы йөрәк аша үткәреп
Яҙмыштарҙы йөрәк аша үткәрепҺәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ йыры, үҙ зары. Һәр замандың үҙ моңо, үҙ заңы. Шәфҡәтлелек ҡояшының нурҙары һүнеп, күңел тәҙрәләренең тоноҡланџан, туғанлыҡ ептәренең бына-бына өҙөлөр хәлгә еткән ваҡытында йәшәйбеҙ түгелме һуң?! Күптәр байлыҡҡа ынтыла, ә кемдәрҙер ҡояш яҡтылығын күрә алмайынса ыҙа сигә, икенселәр иһә аяғы менән изге ергә баїа алмайынса интегә...
Нисек кенә булмаһын, ошо ҡатмарлы донъяла ситтәрҙең ҡайғы-хәсрәтен үҙенеке кеүек ҡабул итеп, уларҙың тормошо менән йәшәүселәр ҙә бар әле. Геройҙары менән бергә ҡайғырған, донъяһын онотоп, улар менән бергә рәхәтләнеп аралашҡан, телевизор ҡараусыларҙы уйға һалған, тетрәндергән был ханымды кемдәр генә белмәй? Халыҡ һөйөүен яулаған “Райхан” телевизион тапшырыуына нигеҙ һалып, уны оҙаҡ йылдар дауамында алып барған, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, шағирә Хәлисә Мөхәмәҙиева хаҡында әйтеүем. Тамашасылар уны ике тиїтә йылдан ашыу яғымлы, изге күңелле журналист булараҡ ҡабул итһә, мин Хәлисәне йәшлек йылдарынан тырыш студент, әүҙем йәмәғәтсе итеп беләм.
Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған ҡыҙ менән тәү тапҡыр Башҡорт дәүләт университетында — “Аҡсарлаҡтар” әҙәби-ижад түңәрәгендә осраштыҡ. Биш йыл дауамында Хәлисә “бик яҡшы” билдәләренә генә уҡыны, төркөм старостаһы булды. Шиғырҙары стена гәзитендә, тора-бара “Йәш көстәр” альманахында, “Татарстан яшьләре”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылды. Университетты “ҡыҙыл диплом”ға тамамлағас, тәүҙә Туймазыла “Ленин юлы” гәзите редакцияһында эшләй, урындағы радионан тапшырыуҙар ойоштора. Бына ун ике йылға яҡын инде Башҡортостан телевидениеһында эшләй, милләт-ара һәм төбәк-ара тапшырыуҙар ижад берекмәһенә етәкселек итә, бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш “Райхан” программаһын алып бара.
Университетта уҡығанда Хәлисәнең журналистика менән мауыҡҡанын, беҙҙең кеүек телевидение, радио, гәзит редакцияларына барып, тапшырыуҙар ойоштороп, мәҡәләләр яҙып йөрөгәнен хәтерләмәйем. Ә бына 1986 йылда ҡулына микрофон тотоп, Өфө урамдарының береһенән башҡортса репортаж алып барыусы Хәлисәне күреп аптырашта ҡалдым. Тора-бара ул тапшырыуҙарҙы урыҫса, татарса ла алып бара башланы. Танышымдың уңыштарына ҡыуанып, телефон аша булһа ла уға рәхмәтемде еткерҙем,
Заманалар үҙгәрҙе. Ниһайәт, эфирҙа ла, экран аша ла төрлө милли тапшырыуҙар ойошторола башланы. Телевидениела татар телендә алып барылған “Райхан” программаһы ла — шуға асыҡ миҫал.
— Ошо халыҡсан тапшырыуҙың донъяға килеүе минең өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды, — тип һөйләй Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы. — Ниңәлер, шул саҡта Туҡай шиғырҙарына мөрәжәғәт иттем. Күңелемә “Райхан” һүҙе кереп ултырҙы. Уның хуш еҫле гөл икәнен күптән белһәм дә, Туҡайса мәғәнәһен ишеткәнем юҡ ине. Бөйөк шағирыбыҙ уны “саф ел” мәғәнәһендә ҡулланған икән!
Телебеҙ ғәжәп бай ҙа инде. Шулай итеп, тапшырыу “Райхан” булып китте. Күңелдәргә хуш еҫ, саф ел булып барып инһен, тип башлайым тамашасым менән һәр осрашыуымды...
Ошо программа хөрмәтенә ҡайһы берәүҙәр балаларына ла Райхан исеме ҡушыр тип кем уйлаған! Бына бер хат: “Сираттағы “Райхан” тапшырыуын беҙ йәнә көтөп алдыҡ. Бөгөн өйөбөҙҙә ҙур байрам — бәпес туйы. Бәләкәскә Райхан тип исем ҡуштыҡ, әгәр игеҙ ҡыҙҙар тыуған булһа, икенсеһен Хәлисә тип атар инек. Тапшырыуҙарығыҙҙы ҡайһы ваҡытта илап, ҡайһы саҡта һеҙҙең менән бергә һөйөнөп, көйөнөп ҡарайбыҙ. Шул ҡәҙәр оло йөрәкле, нескә күңелле булыуығыҙ, һәр кемдең эске донъяһына үтеп инә алыуығыҙ таң ҡалдыра. Күпме ҡараһаң да, ялҡытмай, уның тамамланғанын һиҙмәй ҙә ҡалаһың”.
Хаттар, хаттар... “Райхан” тапшырыуына килгәндәре генә йөҙәрләгән, уларҙың һәммәһендә күҙ йәштәре аша әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре, изге теләктәр.
Хәлисә лә үҙенең геройҙары менән ғорурлана, уларҙың йәшәйешенә, булмышына һоҡлана. Ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Бынан өс йыл элек журналист тормош иптәше телеоператор Марсэн Мөхәмәҙиев менән Дүртөйлө районының Әсән ауылында йәшәүсе, тыумыштан ике аяҡһыҙ, бер күҙһеҙ Тәлғәт ағай Йәғәфәров тураһында тетрәндергес видеосюжет күрһәткәйне. Шундай хәлдә алты мөйөшлө йорт, мунса бөтөрөп, ике һыйыр аҫрап, ҡул машинаһы менән кейем тегеп йәшәп ҡара әле!.. Был бит үҙе батырлыҡ! Ошо иҫ киткес кешене миңә лә күреп танышып, “Кызыл таң”да яҙып сығырға тура килде. Ундай ҡаһарман кешеләр аҙым һайын осрамай. Ә Хәлисә иһә яҙмыш ҡыйырһытҡан кешеләргә битараф түгел, ғүмере буйы эҙләй, таба һәм уларҙың булмышын, йәшәйешен төрлө яҡтан сағылдыра. Тормош бит шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай. Шуға ла “Райхан”дың шаҡтай өлөшө шәфҡәтлелек темаһына бағышлана. Быныһы инде тормош талабы ғына түгел, күңел ҡушыуылыр, моғайын. Был яҡты донъяла Кәүсәриә Шафиҡова, Рәфис Мөхәмәтдинов кеүек күңелдәрҙә ғорурлыҡ хисе уятҡан, яҙмыш менән яғалашып йәшәгән кешеләрҙең хәлен белә Хәлисә. Белә генә түгел, улар менән хат алышып йәшәй. Кәүсәриә Шафиҡованың “Ике аҡҡош” исемле баҫмаһы уның өҫтәл китабына әүерелгән. Был — шул парҙың никах көндәлеге, бүләге. Коляскала йәшәгән мөхәббәтле ике кешенең никахҡа инеүен тетрәндерерлек итеп күрһәтте Хәлисә менән Марсэн.
Коллегабыҙ үҙе лә геройҙары менән сикһеҙ ғорур: “Кәүсәриә — иҫ киткес көслө, дауылдарға ҡаршы тора алырлыҡ шәхес ул. Уға оҡшаһаң ине!”
Һәр телевизион сюжет — үҙе бер яҙмыш. Шулай миңә Туймазы районы радиожурналисы Римма Кашапова хаҡында сюжет ҡарарға тура килде. Бер йыл эсендә әсәһе, ҡыҙы, ире вафат булған Римманың бөгөнгө хәлен, эске донъяһын Хәлисә күҙ йәштәре аша һөйләп, тамашасыға күрһәтеп бирә белде. Бында бит нескә психолог та булырға кәрәк.
Ярҙамға, аңлауға мохтаж етемдәр, ҡарттар, ғәриптәр тормошон йыш яҡтыртҡанғамы, телеүҙәк ишеге төбөндә уны һәр көн тиерлек кемдер көтә. Ҡайһы саҡ йылы һүҙең дә ярап ҡуя, ти ул. Журналистың бурысына инәме былар? Кеше яҙмышынан башҡа ниндәй ижад булырға мөмкин? “Кеше хәлен белмәйһегеҙ шул, үҙегеҙ рәхәт йәшәгәс”, — тип фатир мәсьәләһендә ярҙам һорап килеүселәр ҙә бар. Белмәйҙәр шул журналист ғаиләһенең тиҫтә йылдан ашыу коммуналь фатирҙа ҡыҫынҡылыҡта йәшәгәнен.
Хәлисә үҙ тарихыбыҙға, асылыбыҙға, иманыбыҙға ҡайтыуҙы йырҙарҙа, бейеүҙәрҙә, рәсемдәрҙә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә генә түгел, ҡул эштәрендә лә күрергә тырыша. Халыҡ оҫталарына арналған тапшырыуҙары ла ҡыҙыҡлы, фәһемле уның.
Тапшырыу геройҙары араһында удмурт, сыуаш, латыш, мари халыҡтары вәкилдәре лә етерлек. Беҙ, телевизор ҡараусылар, интернациональ дуҫлыҡ ептәре нығытыуға өлөш индергән хәбәрсенең уңыштарына һөйөнәбеҙ. 35 йыл телевидениела эшләүсе танылған режиссер Луиза Даянова былай ти: “Хәлисәне экранда ғына түгел, ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла көтөп алалар, “Райхан” үҙе килгән, тип ҡыуанышалар, сөнки ул ауыр заманда үҙенең рухына тура килгән тапшырыу өсөн иҫ киткес яҙмышлы геройҙар эҙләй. Дөрөҫлөктө күрһәтеү өсөн йәнен-тәнен биреп, уларҙың уй-кисереше менән йәшәй...”
Хәлисәнең уң ҡанаты булған тормош иптәше Марсэн тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеү урынлы булыр. Уңған, кеселекле, үтә тыйнаҡ кеше ул. Бына 32 йыл инде Башҡортостан телевидениеһында телеоператор булып эшләй. Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы. Үҙ эшен яратып башҡара, телевизор ҡараусыларҙы һәр ваҡыт төрлө видеосюжеттар менән һөйөндөрөп тора.
Ҡыҙҙарындағы күркәм сифаттарҙы әсәһе Әминә апай менән атаһы Мәсғүт ағай тәрбиәләгән. Ағайға хәҙер — 94 йәш. Заманында гармунсы, оҫта йырсы булған. Әминә апай оҙайлы сирҙән ҡыҙының ҡулында йән бирә. Юғалтыуҙы Хәлисә бик ауыр кисерә һәм күңелендә ошондай шиғри юлдар ярала:
Ҡыштар менән хушлашаһы ине,
Әсәй, һинең менән хушлаштым.
Иртәгә яҙ ине, ә һин киттең,
Тик иларға ғына ҡушманың...
Был шиғырға үҙешмәкәр композитор Зифа Нагаева көй яҙа. Шиғыр тигәндән, уның һүҙҙәренә тиҫтәләгән йыр яҙылған: “Көҙгө япраҡ” (Нур Дауытов көйө), “Кил генә” (Рәмил Миндияр көйө). Композитор Әкрәм Дауытов та уның шиғырҙарына бер нисә көй ижад итә. Өҫтәүенә фильмдар эшләргә лә ваҡыт таба. 1977 йылда Башҡортостан татарҙары съезынан һуң режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов, оператор Марсэн Мөхәмәҙиев менән берлектә, “Иҙелдән Уралға табан” тигән видеофильм ижад итә.
Тележурналистың эше бик ҡатмарлы ул. Бында теүәллек, йыйнаҡлыҡ, бигерәк тә ваҡыттың ҡәҙерен белеү кәрәк. Кеше яҙмышына тыныс була алмаған Хәлисәнең үҙ яҙмышы ла фәһемле. Әсәһе вафат булғас, һуғыш ветераны, атаһы Мәсғүт ағайҙы Өфөгә йәшәргә алып килә. Ул саҡта ғаилә 10 квадрат метр майҙандағы коммуналкала йәшәгән була. 16 йылдан һуң ғына ун йыл түләү иҫәбе менән Сипайлово биҫтәһенән фатир һатып алалар. Шуныһы көйөнөслө: һуғыш ветеранын сираттан бөтөнләй төшөрөп ҡалдыралар. Йәнәһе, ҡыҙының торлаҡ майҙаны уға ла етә. Һәр саҡ ғорур, баш эйеп бармаған Мөхәмәҙиева чиновниктарҙың бер алдына, бер артына сығып йөрөмәй. Улай ғынамы! Оло йөрәкле ҡатын ата-әсә наҙынан мәхрүм булған, ташландыҡ сабыйҙарҙы үҙенә алып тәрбиәләргә баҙнат итә. Гөлнара менән Айгөл үҫеп етһә лә, ата-әсәһенең муйындарына һырылып ҡына тора. Гөлнара бухгалтер һөнәренә эйә, тормошта, үҙҙәренең бәләкәстәре бар. Ә буласаҡ рәссам Айгөл сәнғәт училищеһында белем ала.
Бер кемгә лә сер түгел: һөнәренә бөтә күңелен, йәнен-тәнен биргән кеше йыш ҡына үҙенең һаулығы хаҡында уйламай, йығылып киткәнсе эшләй ҙә эшләй. Ә беҙҙә кеше ҡәҙерен белеү иң һуңғы сиратта.
Замандашым бер нимәгә лә зарланмай, эшләгән коллективына рәхмәтле. Быйыл ул күркәм юбилейы алдынан ҡатмарлы операция кисерҙе, шулай ҙа һынып-һығылып төшмәне. Хәйер, был хаҡта үҙе лә һөйләргә яратмай, “ауырырға ваҡыт юҡ”, тип кенә яуаплай. Һәр көн иртә менән сираттағы “Биҙәктәр” тапшырыуы өсөн телеүҙәккә йәиһә командировкаға ашҡына. Яратҡан коллегалары, геройҙары менән ихлас аралашҡанда, ауыртыныу ҙа онотолғандай була, йәшәгеһе, илһамланып ижад иткеһе килә.
Шәхси китапханамда Хәлисә Мөхәмәҙиеваның автограф менән бүләк ителгән “Ҡышҡы ямғыр” исемле китабы ла бар. Был йыйынтыҡта талантлы ҡәләм оҫтаһының халыҡ араһында киң билдәле йырҙары, ҡайнар хисле, көслө тойғоло шиғырҙары, поэмаһы, хикәйәләре, тәржемәләре, ҡыҙыҡлы сюжетлы әкиәте донъя күргән.
Ҡәләмгирҙең ижад ғазаптары, шатлыҡ-һөйөнөстәре, үтәһе яҡты юлдары алда бихисап әле. Ана шулар Хәлисә Мәсғүт ҡыҙының күңелен йылыта торғандыр.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512