Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет асҡыстары алғандар
Бәхет асҡыстары алғандар– Әйҙәгеҙ, төклө аяғығыҙ менән, беҙҙећ оло ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашығыҙ. Йортҡа күскәнебеҙгә бер аҙна тирәһе генә, – тип ҡыуанып ҡаршы алды Ҡуян ауылында йәшәүсе Екатерина менән Андрей Алмаматовтар. – Шөкөр, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, хәҙер матур итеп йәшәргә яҙһын...

Әле буяу еҫе лә таралып бөтмәгән бер бүлмәле фатирҙа бөтөн ућайлы шарттар булдырылған. Әлбиттә, күптәрҙе көнләштерерлек бындай торлаҡҡа хужа булыусылар быйыл районда байтаҡ — 14 кеше ошондай бәхет кисерә. Етемдәрҙећ икәүһе үҙ теләге буйынса Ағиҙел ҡалаһынан һәм “Энергетик” биҫтәһенән фатир алһа, ҡалғандарына торлаҡ Ҡуян ауылынан бүленгән.
Шуныһы ҡыуаныслы: республикала етемдәрҙећ һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙыћ торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Мәсьәләне Президент Рөстәм Хәмитов шәхсән иғтибарҙа тота. Краснокама районында ла “Йорт асҡысы – етем балаларға” тигән программа буйынса фатир асҡыстары тапшырыу матур йолаға әүерелә бара. Ошонан файҙаланып, һућғы өс йылда 40-тан ашыу кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. Әлеге маҡсатта республика бюджетынан — 9,5, федераль ҡаҙнанан 6,7 миллион һум аҡса бүленгән.
Район хакимиәте Ҡуян ауылындағы буш торған бинаны торлаҡ итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Был, беренсенән, күберәк етемде торлаҡ менән Бәхет асҡыстары алғандартәьмин итергә, икенсенән, күпмелер аҡсаны янда ҡалдырыу иҫәбенә сифатты яҡшыртыу мөмкинлеге биргән. Төп подрядсы булған “Нефтекамастройсервис” йәмғиәтенә лә рәхмәтле фатир хужалары.
Ике ҡатлы йорттоћ коридорҙары, ғәҙәттәгесә, ҡараћғы түгел, асыҡ төҫкә буялған. Йылытыу, электр, канализация системаларын тулыһынса алмаштырғандар, елләткес ҡуйғандар. Иҙәндәрҙе бетон менән тигеҙләп, башта фанера, уныћ өҫтөнә линолеум йәйгәндәр. Аш-һыу бүлмәһендә газ плитаһы һәм ҡаҙанлығы тора – һәр фатир айырым йылытыла, эҫе һыу бар. Ванна бүлмәһендә түшәмдән иҙәнгә тиклем керамик плитә йәбештерелгән. Обойҙар тураһында әйтеп тораһы ла түгел: уларҙыћ ҡиммәтле һәм зауыҡ менән һайланған булыуы күренеп тора. Ҡыҫҡаһы, элекке бинанан диуарҙар һәм түбә генә ҡалған.
– Нәҡ ҡалалағыса шарттар тыуҙырылғас, аш-һыу бүлмәһенән сыҡҡы ла килмәй, ғаиләмде хәҙер тәмле ризыҡ менән һыйлаясаҡмын. Газ плитаһын да бүләк иттеләр бит, – ти хужабикә, ҡыуанысын йәшермәй. – Етемлек тоймайбыҙ, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған йәмғиәткә, изге күћелле кешеләргә рәхмәтлебеҙ.
Фатир мәсьәләһе хәл ителгәнгә ҡәҙәр Алмаматовтар Андрейҙыћ атаһында, бер нисә йыл кеше тупһаһында йәшәй. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Валерия менән Виктория тыуғас, “өйҙәш” булыуы күпкә ауырлаша. Йәштәр йорт һалып сығырға уйлай, тик әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бәкәлгә һуға.
– Үҙ өйөм тураһында гел хыялландым. Яћы йыл төнөндә шул уҡ теләкте ҡабатланым. Шөкөр, ул тормошҡа ашты, – ти Екатерина, күҙ йәштәренә ирек биреп.
Ун йәшендә генә үкһеҙ етем ҡалһа ла, ул бөгөн үҙен бәхетле һанай, сөнки иркен, яҡты фатиры, янында ић терәрлек ире, береһенән-береһе матур ике ҡыҙы бар. Ошо бәхет түгелме ни?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514