Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил һәм милләт именлеге һаҡсыһы
Ил һәм милләт именлеге һаҡсыһыБөгөн күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, телсе ғалим һәм табип Мстислав Ҡулаевтың тыуыуына 140 йыл тула.

Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) Ҡулаев 1873 йылдың 25 ғинуарында (яңы стиль буйынса 7 февралдә) Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендәге (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе — үҫәргән башҡорттары, урта хәлле крәҫтиәндәр. Мөхәмәтхандың бала сағы тыуған ауылында үтә. Тиҫтерҙәре араһында йылғырлығы, аҡылы һәм белемгә ынтылышы менән айырылып тора ул.
Мөхәмәтхан тәүҙә мәсет янындағы мәҙрәсәлә ике йыл уҡый, аҙаҡ яңы асылған урыҫ-башҡорт мәктәбенә күсә. 1886 йылда Ырымбур гимназияһына уҡырға инә. Гимназияны тамамлағандан һуң, 1896 йылда медицина факультетына инеү өсөн Ҡазан университетына юллана. Ләкин, ул саҡтағы тәртип буйынса, христиан динен тотмағандарға университетҡа инеү тыйылған була, шуға ла Мөхәмәтхан суҡынырға һәм православиены ҡабул итеп, Мстислав Александровичҡа әйләнергә ҡарар итә. Тарихҡа ул ошо исем менән инеп ҡалған.
1902 йылда Мстислав Ҡулаев, табип дипломы алып, Ҡазан госпиталенә эшкә тәғәйенләнә. Өфө йәки Ырымбур губерналарына йүнәлтмә һорауын иҫәпкә алмайҙар. 1910 йылда ул медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә өлгәшә. Табиплыҡтан тыш, Ҡулаев башҡорт теленең фонетик ҡоролошон һәм грамматикаһын өйрәнеү менән дә шөғөлләнә. Ул — урыҫ графикаһы нигеҙендә башҡорттар өсөн тәүге алфавитты һәм әлифбаны төҙөүсе. 1912 йылда Мстислав Ҡулаев “Башҡорттар өсөн өн әйтелеше һәм әлифба нигеҙҙәре” тигән китап сығара.
1913 йылда ул Варшаваға табип итеп ебәрелә. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән хәрби хеҙмәткә алына. Октябрь революцияһы башланып Рәсәй Германия менән һуғыштан сыҡҡанға тиклем Көньяҡ-көнбайыш фронттың 275-се ялан госпиталендә баш табип булып хеҙмәт итә. 1917 йылғы революциянан һуң Мстислав Ҡулаев Ҡазанға әйләнеп ҡайта, артабан Башҡорт хөкүмәте рәйесе Шәриф Манатовтың саҡырыуы буйынса Ырымбурға күсә. Ошо мәлдән Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша башлай. Совет власы менән башҡорт ғәскәренең Ҡыҙыл Армия яғына күсеүе тураһында һөйләшеүҙәр башланғандан һуң 1919 йылдың 26 ғинуарында Темәс ауылында Башҡорт хөкүмәте үҙгәртеп ҡорола. Уның яңы рәйесе итеп Мстислав Ҡулаев һайлана, ә Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт ғәскәре командующийы булып китә. Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Мәскәүгә барған Башҡорт хөкүмәте делегацияһына тап Мстислав Ҡулаев етәкселек итә. Ҡатмарлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 1919 йылдың 20 мартында Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документҡа Мстислав Ҡулаев та имза һала.
Мәскәүҙән әйләнеп ҡайтҡас, ғалим ғаиләһе тороп ҡалған Ҡазанға юллана, шунда тиф менән ауырып китә. Дауаханала оҙаҡ ятҡандан һуң ул Ҡазанда ҡала һәм ҙур сәйәсәттән ситләшә. Оҙаҡ йылдар Ҡазандағы Александровка ҡала дауаханаһында һәм Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерында эшләй.
Мстислав Ҡулаев буш ваҡытын туған тел мәсьәләләрен өйрәнеүгә арнай, тел ғилеме менән шөғөлләнеүен дауам итә. Башҡорт теленең фонетик ҡоролошон һәм грамматикаһын төплө өйрәнә, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙып ала, урыҫ әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. “Башҡорт теленең өндәре тураһында” (1928), “Башҡорт теленең алфавиты” (1928) һәм “Башҡорт теленең ҡылымдары тураһында” (1930) тигән хеҙмәттәрен баҫтырып сығара. Үкенескә ҡаршы, Мстислав Ҡулаевтың “Башҡорт-урыҫ һүҙлеге”, “Башҡорт теле синтаксисы” һәм “Үҫәргән һөйләшендә синтаксис системаһы” тигән хеҙмәттәре донъя күрмәй ҡала.
1943 йылда арҙаҡлы яҡташыбыҙ “СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә. 1959 йылда вафат була һәм Ҡазанда ерләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518