Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һорауҙар күп, яуап эҙләйек!
Оло ер кешеләре утрау халҡының аяҡ-ҡулына, муйынына, ҡолағына, танауына биҙәгес итеп таҡҡан аҡыҡлы, ынйылы, алтын-көмөшлө беләҙектәргә, муйынсаларға, һырға-алҡаларға оло тамшаныу менән ғәжәпләнеп ҡараған. Ни өсөн тигәндә, бында типкеләп тиерлек алып йөрөтөлгән был аҫылташтар улар өсөн иң ҡиммәтле байлыҡ булып һаналған.
Оло ер кешеләренең утрауҙы үҙләштерә башлауға сәбәбе лә шунда уҡ табылған. Оҙайлы көндәр ҡунаҡ булып йөрөгәндә оло ерҙән килгән бер йәш егет утрауҙың иң һылыу ҡыҙына ғашиҡ булған. Тәнендә йәне булған һәр кемде оло тетрәнеү тойғоһо кисерерлек сибәрҙәрҙән-сибәр булған шул ҡыҙ. Егет ҡыҙға үҙ тойғоһон белдергән, һылыу ҙа егеткә битараф түгеллеген ишаралаған. Оло ер кешеләрен дә, утрау халҡын да берҙәй үк ғәжәпләндереп, мөхәббәт хисе яралған...
Бер нисә ай үткәс, оло ер карабы тағы ла утрауға морон төрткән. Был юлы инде утрау музыканттары туй дөңгөрҙәре һуҡҡан. Егет менән ҡыҙҙың бер нисә көнгә һуҙылған туйы оло ер менән утрау халҡын мәңгелеккә ҡоҙалаштырған, дуҫлаштырған. Утрау халҡының иң ныҡ аптырағаны, ғәжәпкә ҡалғаны оло ер кешеләре ҡоҙаларына бүләккә тип алып килгән еңел автомобилдәр булған. Оло ер кешеләре уларҙың аҫылташ биҙәүестәренә нисек таң ҡалһа, автомобиль улар өсөн шундай уҡ һоҡланыу предметына әүерелгән. Тәүтормош ҡоролошонда йәшәүселәрҙең кешелектең иң һуңғы ҡаҙаныштарының береһен күреүен һәм шул машиналарға ултырып йөрөүҙән тыуған күңел йыуанысын күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ инде. Бындай затлы бүләк оло ер менән утрау халҡы араһындағы ҡоҙалашыуҙы, сауҙалашыуҙы артабан да ҡыҙыулатып ебәргән. Утрауға оло ер кешеләре төрлө-төрлө маркалы автомобилдәр тейәп килеп, алмашына тонна-тонна аҫылташ тейәп ҡайтҡан.
Бер йәй эсендә шундайын эволюцион үҫеш кисергән утрау халҡы. Анһатҡа, уңайлылыҡҡа тиҙ өйрәнә шул әҙәм балаһы. Берҙән-бер заман оло ер менән утрау халҡының ҡоҙалашыуынан тыуған балалар ҙа үҫеп еткән. Улар үҙҙәренең төп йәшәү урыны итеп оло ерҙе һайлаған, утрау уларға, әсәләренең йә аталарының тыуған ере булараҡ, ял итер өсөн барып йөрөй торған экзотик урынға ғына әүерелгән. Ҡыҫҡаһы, алмашҡа килгән яңы быуын утрауҙы үҙенең тыуған ере итеп иҫәпләмәгән һәм уның артабан да оло ер тарафынан яуланыуына битараф ҡараған. Улай ғына ла түгел, үҙҙәре быға булышлыҡ иткән.
Яҡшы маркалы автомобилгә нимә кәрәк тип уйлайһығыҙ? Дөрөҫ, сифатлы асфальт юл. Ә асфальт өсөн ҡом, ҡырсынташ талап ителә. Океан, диңгеҙ ярҙарында, утрау ситтәрендә юл һәм төҙөлөш өсөн бындай ҡырсынташ урынына диңгеҙ ҡабырсағын файҙаланалар. Утрауҙа юлдар һәм оло ер кешеләренә оҡшатып таш йорттар төҙөү дәррәү башлана. Был эштә бигерәк тә, әлеге лә баяғы, ике ҡандан яралған йәштәр әүҙемлек күрһәтә. Бер нисә йыл эсендә утрау оло ер менән бер ниндәй ҙә айырмаһы булмаған йәшәү урынына әүерелә. Әммә иң аяныслы һөҙөмтә тағы ла бер нисә йылдан һуң беленә: төҙөлөш өсөн диңгеҙ ҡабырсағы алынып бөткәс, ярын тулҡындар ашап, утрау тиҙ арала тарая башлай. Аҡһаҡалдар ашығыс кәңәшмәгә йыйыла, әммә океандың ҡотолғоһоҙ булып ярҙы ашаған тулҡындарына ҡаршы ҡуйырлыҡ бер әмәл дә табылмай. Тулҡындар үҙ эшен белә. Бер мәл, ярҙан сигенә-сигенә барып, утрау халҡы бәләкәй генә майҙанда тороп ҡала. Ҡоҙаларына ашығыс ярҙамға килеп еткән оло ер кешеләренең караптарына ултырып күсенеп бөтөүҙәренә, утрауҙың һуңғы ҡарыш ерен океан убып та ҡуя.
Утрау халҡының артабанғы яҙмышы билдәле сценарий буйынса дауам итә: улар оло ергә барып һыйынырға мәжбүр була һәм, ундағы миллионлаған, миллиардлаған кеше араһында тиҙ арала йотолоп юҡҡа сыға. Был утрау һәм уның халҡы тураһында ғибрәтле тарих ҡына ҡала.
Утрауҙың һәм уның халҡының һәләкәткә осрауының башында мөхәббәт тойғоһо ята кеүек. Әммә бында ошо ғына сәбәпсеме? Ни өсөн тигәндә, оло ер кешеләренең нәфсеһе, был мөхәббәт булмаған осраҡта ла, барыбер утрауҙы яулауға алып килере көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа ҡайһы урында хата ебәрә һуң утрау халҡы? Башҡорт халҡында “Айыу урманды һаҡлаһа, урман айыуҙы һаҡлай” тигән бик тапҡыр бер әйтем бар. Юғарылағы һорауға яуап тап ошо һүҙҙәрҙә ята ла инде. Әгәр ҙә бындағы халыҡ үҙҙәренең йәшәү рәүешен, йола-традицияларын боҙмай көн итһә, үҙ асылдарын һаҡлап ҡалһа, утрауҙары ла һаҡланыр, ә утрауҙары уларҙың үҙҙәрен һаҡлар ине. Бында утрауҙы шартлы рәүештә фәҡәт ошо халыҡ менән башҡалар араһындағы айырмалыҡ, сик, тик уларға ғына хас йола-традиция, милли үҙенсәлек тип алырға ла була. Әлбиттә, ундағы халыҡ тәүтормош ҡоролошта йәшәһә генә һаҡланып ҡала алыр ине, тип тә уйларға ярамай бында. Тик ниндәй юлды һайларға тейеш булған һуң улай булғас утрау халҡы?
Цивилизацияның, глобалләшеүҙең тотош халыҡты кешелектең һоро массаһына әүерелдереүенең классик формаһы был. Шулай ҙа ошо утрау халҡының аяныслы яҙмышына ҡарап ниндәй һығымталар яһарға тейешбеҙ һуң беҙ? Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, Евразия, донъя халыҡтары океанында Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ милләттәрҙе, шул иҫәптән һан буйынса иң күбе иҫәпләнгән урыҫтарҙы ла ошо яҙмыш көтмәйме ни? Ҡытай, Корея, Һиндостан халыҡтарының күпләп артыуы, Европала һәм Рәсәйҙә көсәйә барыусы ислам дине факторы, Америка Ҡушма Штаттарының донъя капиталының төп хужаһы булыуға йүнәлтелгән сәйәсәте — былар барыһы ла, әлеге лә баяғы, беҙҙең ил, дәүләт, милләт ярҙарын ашаусы сәйәсәт, океан тулҡыны түгелме ни?
Тап ошо урында “алтын урталыҡ” тигән төшөнсә иҫкә килеп төшә. Эйе беҙҙе бөгөн барлыҡ юлдар ҙа — яңыртыу ҙа (алдынғы технологияларҙы үҙләштереү юлы менән милләтте заманға ярашлы үҫтереү), дингә килеү ҙә, туған телебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе, ҡурайыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы, ауылдарыбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе һаҡлау ҙа, тарихыбыҙҙы өйрәнеү ҙә, һан буйынса артыу ҙа, ҡалаларға күберәк күсеп барыу ҙа, ҡатнаш никахтарҙан ҡотолоу ҙа, эшҡыуарлыҡты үҙләштереү ҙә, милли ғаилә традицияларын үҫтереү ҙә — барыһы ла ҡотҡарасаҡ. Тик ошоларҙың бер генә юлы һәм ысулы түгел, әлбиттә. Сит ил машинаһына ултырып йөрөүсе һәм мәсеттә генә түгел, Интернет аша ла үҙ милләттәштәре араһында дини мәғрифәт эше алып барыусы руханиҙар, донъя менән бер нисә телдә, әммә үҙ өйөндә балаһы менән башҡортса аралашҡан инсандар заманы килде бөгөн. Барлыҡ юлдарҙы һәм ысулдарҙы, ғәмәлдәрҙе һәм әмәлдәрҙе файҙаланып, ошоларҙың араһындағы алтын урталыҡты табып йәшәйек, туғандар!
(Аҙағы. Башы 24-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 07.02.2013, 01:50
    Эй, Әхмәр туған, шул тиклем яратып уҡыйым мәҡәләләрегеҙҙе, үҙегеҙгә Аллаһ рәхмәттәре яуып торһон!Һеҙҙәге аҡыл, оҫталыҡ, һүрәтләү алымдары хайран ҡалырлыҡ! "Башҡортостан"ға йышыраҡ яҙышһағыҙсы, тим."Йәшлек" гәзитенә бер ҙә яҙмайһығыҙ, гәзит уҡыусыларҙың үпкәһе ҙур һеҙгә.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514