Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Сихри көскә ышанам"
"Сихри көскә ышанам"Район үҙәгендә йәшәп, төбәк халҡын умартасылыҡтың кәрәк-ярағы менән тәьмин иткән Таһир Дәүләтгәрәевте баҡсаһында тап иттек. Ҡапҡаһын асып ингәнде шәйләмәне лә шикелле. Умарталарын тәртипкә килтерә ине: тигеҙ генә итеп рәткә теҙгән, һәр береһен ҡар менән күмә, төптәрен тығыҙлай, кейәләрен тикшерә, ҡапҡастарын ҡарҙан таҙарта. Умартасы эшенә шул тиклем мөкиббән киткән, хатта эргәһенә яҡынламайынса боролоп та ҡараманы беҙгә.

– Кешенең күп килеүенә күнгәнмен, үҙҙәре һүҙ ҡушмайынса әйләнеп ҡарамайым, – тип һөйләне аҙаҡ Таһир олатай. – Шунда уҡ иғтибар итмәүемә үпкәләмәгеҙ инде. Әҙәм балалары араһында тыныс холоҡлолар була бит. Эргәһендә генә пушканан атһалар ҙа тертләмәҫ, сәбәләнмәҫ, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Мин дә шулай. Уның ҡарауы, үҙемдең эшемде белеп башҡарам, маҡсатым билдәле. Ваҡ-төйәк мәшәҡәтте тамамларға кәрәк. Киләһе йыл да ҡортсолоҡто үҫтерергә иҫәбем юҡ түгел. Әйткәндәй, кемдер ҡышҡылыҡҡа умарта күсен баҙға күсерә, ә мин, киреһенсә, баҡсала ҡалдырыу яғындамын, йыл да шулай итәм. Сыныҡҡандар, бирешмәйҙәр. Ике тиҫтәнән ашыу умарта күсе тотам. Ғөмүмән, умарталығым бынамын тигән. Өйөмдән кеше өҙөлмәй, берәүҙәр кәңәш-төңәшкә мохтаж, кемгәлер бүтән төрлө ярҙам кәрәк. "Йылы ергә йылан да эйәләшә" тигәндәре шулдыр, бәлки.
Минән ырымға йәки арбауға ышаныу-ышанмауым тураһында һорашалар. Тиҙҙән Йылан йылына аяҡ баҫыуыбыҙ хаҡында кинәйәләп һорауҙары инде, аңлап торам. Имеш, булмышым буйынса мин уға тап киләмме? Әллә ни ышанып та бармайым, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер сихри көстөң барлығын да инҡар итмәйем.
Йыланды аҡыллылар рәтенә индерәләр. Минеңсә, әҙәм балаһы йәшәй-йәшәй тәжрибә туплай. Һикһән өс йәшең менән барғанда аҡыллы булмай ҡара! Ни тиһәң дә, донъя күргән кешемен бит. Ғүмер буйы хужалыҡта тир түктем, ауыл хакимиәте башлығы йөгөн дә тарттым. Ҡатыным Фәниә Ҡаһир ҡыҙы менән ике балаға ғүмер бирҙек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506