Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорттарҙа йылан культы
Башҡорттарҙағы "Шаһимаран" тигән әкиәт йыланға табыныуҙың тажы булырлыҡ инаныстарын фантастик рәүештә тасуирлап биргән бер үрнәк дәрәжәһендә. Ғөмүмән, халыҡтарҙың борон төрлө кейек, ҡош-ҡорт, йылан-фәләнгә табыныуы, үҙенсә бер тотем итеп ҡарауы – типик күренеш.

Йылан культы, уны тотем-табыныш итеү айырыуса боронғо шәреҡ халыҡтарына, төрки ҡәүемдәренә бик хас. Бөтә донъя халыҡтары өсөн йылан образының, шуға бәйле миф-ҡарыһүҙҙәрҙең үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, боронғо Көнбайыш Европа халыҡтары, айырата славяндар өсөн йылан, бигерәген дракон ише мифик образдар – золомлоҡ символы, яуыз рух заты. Ә бына Көнсығыш мифологияһында һәм демонологияһында аждаһа, дейеү-пәрейҙәрҙең кире образдарға ҡарауы менән бергә йыландарҙың тотемға, табыныр культҡа әйләнгән аҡ йылан кеүек изгеләре, ыңғай типтары ла бар. Боронғо башҡорт мифологияһында һәм демонологияһында, мәҫәлән, аҡ йылан – тотем, культҡа әүерелгән иң изге йән һәм һын. Башҡорттар, Ибн Фаҙландың яҙмаларынан уҡ күренеүенсә, борондан йыланға табынған. Улар өсөн йылан – изге йән, бәхет, именлек билдәһе.
Йыланға бағынған башҡорттарҙың "йылан" ырыу исемле ҡәбиләләре хәҙер ҙә яҡшы билдәле. Йылан ырыуы башҡорттары республиканың көнбайыш, төньяҡ өлөштәрендә киң таралған. XIX быуатта ғына әле уларҙың Иҙел Йылан, Эске Йылан, Тышҡы Йылан тигән ҙур-ҙур кантондары, волостары булған. Ағиҙелдең урта һәм түбән ағымында – Иҙел Йылан, Танып йылғаһы буйҙарында – Эске Йылан, Ыҡ, Сөн буйҙарында Тышҡы Йылан ырыуҙары йәшәй. Был төбәктәрҙә Ҡыр-Йылан дайсаһы, Мир Йылан урманы, Йылан тауы, Йыланлы ауылы кеүек топонимик атамаларҙы ла ишетергә мөмкин.
Йылан культына бәйле легендалар һаҡланған. Береһендә йыландарҙың ырыуҙы дошмандан ҡурсалашыр, яу килерен алдан иҫкәртер һәм нәҫел-ырыуын һаҡлап ҡалышыр яҡтары сағыла. Ә. Мөлөков "Ырыуыбыҙ – Йылан" тигән мәҡәләһендә, легендаһын һөйләп: "Йыландың ҡурҡынысты алдан белеүе, серле көстәргә эйә булыуы урындағы халыҡта уға ҡарата ихтирамды арттырғандыр, тотем итеп алыуға сәбәпсе булғандыр", – ти. Ғалимдар йылан ырыуҙарының сығышын ҡыпсаҡтар, уларҙың Алтай тарафындағы тармағы менән бәйләй. Ҡайһы бер ырыуҙар үҙҙәрен, профессор Р. Кузеев мәғлүмәттәре буйынса, Йылан ҡыпсаҡтар тип атай. Академик В. Бартольд яҙыуынса, ҡыпсаҡтар Алтайҙа йәшәгән дәүерҙәрендә йылан (джилан) исемле ҡәүем тарафынан ҡыйратыла һәм һуңыраҡ, улар менән берләшеп, уз һәм бәжәнәк (печенег) ҡәбиләләрен еңә. Ҡыпсаҡтар аҙаҡ Көнбайышҡа күсенә, Көнбайыш Европаға баҫып инә, Византияға һөжүм итә (В. Бартольд. Сочинения, T. V.).
Боронғо Ҡытай сығанаҡтарында Алтайҙа йәшәгән ҡыпсаҡтарҙы чжи-лән, йәғни йылан тип атағанлыҡ күренә. Монголдарҙың атаҡлы "Изге китабы" ҡомартҡыһына ла ошо исем менән ингән.
Ун ике йыл циклынан, бер мөсәлдән торған Ҡытай хайуан календарында Йылан йылының булыуы ла һис осраҡлы түгел. Ул бәхетле, изгелекле йылдар иҫәбендә, Ян йылдары төркөмөнә кереп, батырлыҡ билдәһе булып та йөрөй. Боронғо Ҡытайҙа йыландарға инселәп һалынған ғибәҙәтханалар һәм йолалар булған. Йылан йылында тыуған ир-ат бәхетлегә юрала. Шул йыл тыуған ҡыҙҙар зифа буйлы, һылыу һәм эшсән була, тигән ышаныу бар.
Йылан культының иң төпкө тамырҙары Боронғо Ҡытайҙың төньяғында йәшәгән боронғо хун төркиҙәре аша һундарға нығынып, аҙаҡ ҡыпсаҡтар менән башҡорттарға тоташыуы бик мөмкин. Был халыҡ-ҡәүемдәрҙә борон-борондан ағыуһыҙ йыланды, уның һирәк осрар аҡ йылан тоҡомон изгеләштереү йәшәп килгән.
"Шаһимаран" тигән башҡорт халыҡ әкиәтендә аҡ йыланды изгеләштереү мотивы сағыла ла инде. Был әкиәтте "хикәйәт" итеп аҡҡа күсереүсе "Шаһимаран" исеменә аңлатма биреп: "Ул – "аҡ йылан" тигән һүҙ", – ти. (Шаһимаран – ғәрәп-фарсы һүҙе, йыландар батшаһы тигән мәғәнәлә). Хикәйәттәрҙә аҡ йылан Шаһимаран йыландар батшаһы исеме менән тиңләштерелә. "Аҡ йыланды ҡайҙа күрһәң дә, үлтермә. Әгәр ҙә уны үлтерһәң, һине йыландар үлтермәйенсә ҡуймаҫ. Аҡ йылан – йыландарҙың батшаһы ул", тиелә унда.
"Данъял" исеме менән яҙылған "Шаһимаран" тигән башҡорт әкиәтен беҙ Ырымбур өлкәһе Хәлил районының Иҫке Хәлил ауылы кешеһе Ғәҙелша Мөлөковтың 1950 йылда теркәлгән һәм 70-се йылдар аҙағында беҙгә тапшырылған дәфтәренән күсереп алып журналда баҫтырҙыҡ. Был дәфтәр әүәл мәҙрәсәлә уҡыған кешенең башҡорт халыҡ йолаларын, ижад өлгөләрен – йырҙарын, легендаларын, әкиәттәрен, мәҡәл һүҙҙәрен теркәштерә барған яҙмаларынан ғибәрәт.
Унда "Аҡ йылан" тигән легенда ла аҡҡа күсерелгән. Бына ул:
"Борон Хәлил ауылынан бер нисә кеше Һаҡмарға ағасҡа барған. Майбуй тигән төбәктә ағас ҡырҡып йөрөгәндә бер кешенең эргәһенән нимәлер шыптырлап үтеп барған. Ҡараһа, бер аҡ йылан, ти. Кеше ҡурҡышынан ҡулындағы балтаһын ташлап ебәргән икән, ул аҡ йыланға барып тейеп үлтергән. Хосусан ялан кешеһе урманға барһа, ҡурҡаҡ була. Ул аҡ йыланды үлтерерҙән балтаһын ташламаған инде – ҡазалыр, яңылыш булған.
Шул көн кис урмансы кешеләр, бер ергә йыйылып, ут яғып, тамаҡҡа бешереп ашап ятҡан. Иртә менән тороп ҡараһалар, быларҙы бик күп аҡ йылан килеп ҡамап алған, ти. Кешеләр бик ныҡ ҡурҡҡан.
"Был ни хәл? Әллә берәйегеҙ аҡ йыланды үлтерҙеме?" – тип бер-береһенән һорағандар. "Кисәге көн мин берәүһен үлтергәнмен икән", – тип яуап биргән береһе. Шунан һуң иптәштәре был кешене эйәр эсендәге ат тире һеңгән кейеҙгә урап-сурап бәйләп, йыландар тейерлек булмаһын тип, йыуан ағас ботағына аҫып киткән. Ҡамаған йыландар кешеләргә юл биргән. Иптәштәре ағас ҡырҡып килеүгә, аҡ йыланды үлтергән баяғы кешене йыландар тетеп үлтереп киткән булған.
Әгәр ҙә аҡ йылан күрһәгеҙ, үлтерергә ярамай. Мөмкин булһа, бер таҙа кейемегеҙҙе сисеп, уның алдына түшәргә кәрәк. Аҡ йыландың мөгөҙө бар. Бәхетегеҙ төшөр булһа, ул мөгөҙөн һиңә һалып китер".
Кеше аҡ йыланға бәйле төрлө хәлдәргә тарыған, күрәһең. Бына тағы бер легенда: "Бер кеше юлда китеп барһа, аҡ йылан тап була. Ул йыландарҙың батшаһы икән. Кеше уны-быны белмәй, ҡамсыһын ала ла һелтәй – йылан өйәҙеп ятып ҡала. Бер аҙҙан быны йыландар ҡамап ала. Ҡайырып, теге аҡ йыланға – батшаларына – килтерәләр. Ул бишектә генә ята, хәл өҫтөндә була. "Хәләл һөт табып килтер", – тиҙәр был кешегә... Шулай бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң хәләл һөт табып килтереп, аҡ йыланды һауыҡтырғас, был әҙәмде иҫән көйө ебәргәндәр, имеш, йыландар".
Кешене ағыулы йылан саҡҡанда башҡорттар, аҡ йылан исемен атап, уға мөрәжәғәт итеп, саҡҡан ерҙе әйтемләп имләй торған булған. Башҡорт легендалары һөйләүенсә, борон йылан телен белгән, улар менән һөйләшеп, йыландарҙы арбаған ҡөҙрәтле ҡарттар ҙа булғылаған. Төйнәп әйткәндә, борон башҡорттарҙа булған йылан культы, шуға бәйле ҡарыһүҙҙәр, легендалар, әкиәт һәм хикәйәттәр, демонологик заттар халҡыбыҙҙың рухи тарихының, ыҙан-йолаларының халыҡ-ара ниндәй алыҫ географик киңлектәргә, беҙҙең эра аръяғындағы тарих төпкөлдәренә барып тоташыуы хаҡында һөйләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518