Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Граждандарҙы яҡлауға иғтибар арта
1948 йылдың 10 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә. Был дата бөтөн донъяла йыл һайын Кеше хоҡуҡтары көнө булараҡ билдәләнә.
Был хоҡуҡтарҙың тәбиғи булыуын танып, Декларация 1-се статьяһында уҡ "бөтә кешеләр ирекле һәм үҙ дәрәжәһендә, хоҡуҡтарында тиң булып тыуа" тип иғлан итә. 2-се статья "расаһы, тән төҫө, енесе, дине, теле, сәйәси һәм башҡа инаныуҙары, милли һәм социаль сығышы буйынса айырмалыҡтарға ҡарамаҫтан, һәр кеше барлыҡ хоҡуҡтарға һәм азатлыҡтарға эйә булырға тейеш..." тип раҫлай.
Кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге дөйөм ҡиммәттәрҙе иғлан итеүҙән тыш, Декларация тәүге тапҡыр бөтөн дәүләттәр тарафынан мотлаҡ үтәлергә һәм яҡланырға тейешле төп хоҡуҡтарҙың һәм азатлыҡтарҙың аныҡ исемлеген нығытты. Уның утыҙ статьяһында кешеләрҙең гражданлыҡ, сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтары һанап үтелә.
Дөйөм декларация БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюцияһы рәүешендә ҡабул ителә, шуға күрә ул тәҡдим итеү генә булып тора. Әммә Дөйөм декларацияла иғлан ителгән төп хоҡуҡтар һәм азатлыҡтар әле дәүләттәрҙең күпселеге тарафынан юридик яҡтан мотлаҡ булған ябай йәки договор нормалары рәүешендә ҡарала.
"Барлыҡ халыҡтар һәм бөтөн дәүләттәр ынтылырға тейешле стандарт" сифатында ҡабул ителгән Дөйөм декларация — хоҡуҡтың төп сығанаҡтарының береһе. Ул күп кенә илдәрҙә конституцияларҙың айырым положениеларын, кеше хоҡуҡтарына ҡағылған төрлө закондар һәм документтар эшләү өсөн киң файҙаланыла. Байтаҡ дәүләттәрҙең конституциялары ошо документҡа һылтана, уның ҡайһы бер положениеларын үҙ эсенә ала.
Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы конституцияларында (2-се статья), донъя практикаһына ярашлы, кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары иң юғары ҡиммәтте тәшкил итеүе, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын таныу, үтәү һәм яҡлау дәүләттең бурысы булыуы тураһындағы положение нығытыла.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында билдәләнгән хоҡуҡтар һәм азатлыҡтарҙы тормошҡа ашырыу өсөн власть органдары тейешле шарттар тыуҙыра, ошо хоҡуҡтарҙы ғәмәлгә ашырыу, уларҙы яҡлауҙы тәьмин итеү мөмкинлеген биргән алымдар ҡуллана.
Бөгөн республиканың иҡтисади мөмкинлектәре, аныҡ кеше тормошон яҡшыртыуҙы эшмәкәрлектең төп маҡсаты итеп ҡуйған Башҡортостан етәкселегенең, иң элек Президенттың, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һәм Хөкүмәттең, сәйәси ихтыяры граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға "Кешеләр өсөн эшләргә" Мөрәжәғәтнамәһе быға асыҡ миҫал булып тора. Ул властың киләсәккә эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен сағылдыра. Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнеүенсә, "...Яҡын киләсәккә бурыс — республика байлығының һәм иҡтисади ҡеүәтенең ябай граждандар мәнфәғәтендә һөҙөмтәле файҙаланылыуына өлгәшеү. Бының өсөн власть һәм иҡтисади структураларҙың иғтибарын кеше ихтыяждарына йүнәлтергә кәрәк. "Кешеләр өсөн эшләргә" — хәҙер ошо өс һүҙ властың оҙайлы стратегияһын да, көндәлек эшмәкәрлегебеҙҙе лә билдәләй".
Башҡортостан Республикаһы — Рәсәй Федерацияһында кеше хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын дәүләт яҡлауы гарантияларын тәьмин итеү, хоҡуҡтарҙы ихтирам итеү маҡсатында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы булдырылған тәүге субъекттарҙың береһе. 1996 йылда Дәүләт Йыйылышы "Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында" Закон ҡабул итте, һәм был хәл республикала ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында ла хоҡуҡтарҙы яҡлаусы яңы дәүләт институтының барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һалды.
Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, республика Хөкүмәте, Юғары суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары, социаль йүнәлештәге министрлыҡтар һәм ведомстволар, хоҡуҡ яҡлау ойошмалары менән эш итә.
Бөгөн республика етәкселеге күргән саралар кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән декларация положениеларын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Республиканың барлыҡ халҡын Кеше хоҡуҡтары көнө менән ҡотлайым, барығыҙға ла именлек, хеҙмәт уңыштары, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйем.
Рим ҠӘЙҮМОВ,
Башҡортостан Республикаһында
Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509