Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхил бул, арҙаҡлы ил ағаһы
Башҡортостан йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе. 2011 йылдың 1 декабрендә арҙаҡлы шәхес, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы, бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған билдәле педагог, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Сафиулла Ғөбәйҙулла улы Назарғолов 84-се йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы.
Сафиулла Ғөбәйҙулла улы Назарғолов 1928 йылдың 3 мартында БАССР-ҙың Йомағужа районының (хәҙерге Мәләүез районы) Түбәнге Таш ауылында донъяға килә.
Мәләүез районының “Ирек” колхозында ябай колхозсы, бригадир, хисапсы булып эшләгәндән һуң ул Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Күмертауҙа “Башуглеразрезстрой” тресының шахта төҙөү идаралығы партбюроһы секретары итеп һайлана, ә 1955 йылдан Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була.
1956 йылдан 1960 йылға тиклем С.Ғ. Назарғолов Өфө юғары партия мәктәбендә уҡый, уны тамамлағас, “Күмертаустрой” тресының Нөгөш махсус идаралығы партбюроһы секретары була, артабан Күмертау ҡалаһының 2-се эшсе йәштәр мәктәбе директоры булып эшләй.
1965 йылда БАССР мәғариф министры Ф. Мостафина тәҡдиме менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В.И. Ленин исемендәге балалар йортона директор итеп тәғәйенләнә. Етмешенсе йылдар башында балалар йорто яңы бинаға күсерелә һәм В.И. Ленин исемендәге мәктәп-интернат тип үҙгәртелә.
1970 йылдан алып Сафиулла Назарғолов етәкселегендәге Ленин мәктәбе тарихының яңы биттәре яҙыла башлай. Яңы урында йәш коллективтың берҙәм булып эшләп китеүенә Сафиулла Ғөбәйҙулла улы күп көс һалды. Етәксе, балалар, уҡытыусы һәм тәрбиәселәр алдына яңынан-яңы маҡсаттар билдәләп, Ленин мәктәбенә ҡуйған төп идеяларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эште дауам итте.
Мәктәп-интернатта уҡыусыларҙа ергә һөйөү һәм яңы хужа булыу сифаттары хеҙмәт аша тәрбиәләнде. Һәләтле, киләсәкте тиҫтәләрсә йылдарға алдан күрә белгән етәксе белем усағының матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һалды. 2-се мәктәп-интернаттың яңы бинаһы, ярҙамсы хужалыҡтар, гараж һәм оҫтаханалар төҙөлдө. Быларҙың барыһы ла эш тәжрибәһе үткәреү йәки ял урыны ғына түгел, ә файҙалы эш урынына әүерелде.
1975 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап, мәктәп ихатаһында Ленин мәктәбенең Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған тәрбиәләнеүселәре, уҡытыусылары, тәрбиәселәре иҫтәлегенә обелиск асылды. 80-се йылдарҙа мәктәптең данлы тарихын кәүҙәләндергән “Туған мәктәбем” крайҙы өйрәнеү музейы булдырылды. Мәктәп уҡыусылары тарафынан ойошторолған “Ҡыңғырау” өлгөлө хор коллективы төрлө кимәлдәрҙәге фестивалдәрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты һәм Мәскәүҙә уҙған Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә бронза миҙалға лайыҡ булды. Ә бит былар барыһы ла етәксенең булдыҡлылығынан, тырышлығынан килә.
Сафиулла Ғөбәйҙулла улы Назарғолов етәкләгән йылдар — В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат тарихындағы иң аҫыл осорҙарҙың береһе. Ул үҙенә генә хас талапсанлыҡ, изге күңеллелек, ябайлыҡ, кешеләргә иғтибарлы ҡараш кеүек иҫ киткес күркәм сифаттары менән айырылып торҙо. С.Ғ. Назарғоловтың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланып, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” һәм “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы өсөн” миҙалдары менән бүләкләнде, “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
С.Ғ. Назарғолов етәкләгән йылдарҙа мәктәп-интернат РСФСР Мәғариф министрлығы һәм Республика профсоюз комитетының Маҡтау грамоталары, РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы, БАССР Мәғариф министрлығының, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өлкә комитетының, ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге, ғилми учреждениелар һәм юғары мәктәптәрҙең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Һәләтле етәксе, оҫта ойоштороусы һәм һоҡланғыс кеше Сафиулла Ғөбәйҙулла улы Назарғолов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Йәнең йәннәттә булһын, бәхил бул, һөйөклө остазыбыҙ, арҙаҡлы ил ағаһы!
В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаттың педагогик коллективы һәм уҡыусылары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509