Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Енәйәт һәм яза
Тәүҙә сабыйҙарҙы ҡотҡарырға ине...

Белорет. Тәфтиш органдары, йортҡа ут төртөүҙә ғәйепләп, 27 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асты. Янғында ике һәм дүрт йәштәге ике баланың үлеүе бигерәк тә аяныслы. Фадеев урамындағы был йорттоң 41 йәшлек хужабикәһен төрлө дәрәжәләге тән бешеүе арҡаһында дауаханаға һалғандар. Cоланға ялҡын тоҡаныуын күреп, хужабикә күршеһе менән бергә янғынды үҙаллы һүндерергә маташа, ләкин ут бик тиҙ тарала, һәм ике баланы ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.
Ғаиләләге 19 һәм 15 йәшлек ике ҡыҙ бала менән 11 йәшлек малай әле социаль приютта йәшәргә мәжбүр. Янғын сығарыусының ҡылығы РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһы (Кеше үлтереү) буйынса тикшереләсәк. Ул ошо уҡ йортто был ваҡиғанан ике көн элек тә яндырырға маташып ҡараған икән.

Кеше тапатҡан өсөн – өс йыл?!

Ишембай. Ошо йылдың майында иҫерек килеш кеше тапатҡан 30 йәшлек водитель ҡала суды ҡарары менән өс йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул “ВАЗ-21093” автомобилендә райондың Түбәнге Әрмет ауылы буйлап сәғәтенә 80 километр тиҙлек менән бара һәм, идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы юл һыҙатына, артабан юлдың һул яҡ ситенә барып сыға ла йәйәүлене бәреп йыға, тегеһе шунда уҡ йән бирә.
Өс йыл ғүмерен колонияла үткәрәсәк водитель ике йылға транспортҡа идара итеү хоҡуғын да юғалтты. Судта ул үҙ ғәйебен таныны, ләкин хөкөмдө артыҡ ҡаты тип һанай. Башҡортостандың Юғары суды ҡарары менән хөкөм үҙ көсөндә ҡалды.

“Сәйәхәт”кә ебәргән

Баҡалы. “Туристик путевка алырға ярҙам итәм” тип, был райондағы 34 йәшлек ҡатын кешеләрҙән аҡса йыйған. Ләкин агентлыҡҡа бер тинен дә тапшырмаған, тик үҙ файҙаһына ғына тотонған. Шулай итеп, ул 2010 йылдың декабренән 2011 йылдың сентябренә саҡлы райондың 13 кешеһенән йәмғеһе 625 мең һум аҡса алған. Был алдаҡсының енәйәт эше күптән түгел суд ҡарауына тапшырылды
Эшҡыуар юғалды

Өфө. 22 ноябрҙә баш ҡаланан 28 йәшлек эшҡыуар ҡатын шәхси автомобилендә үҙенең сауҙа-төҙөлөш фирмаһы офисынан ҡуҙғалып китә, һәм артабан уның ҡайҙа булыуын берәү ҙә белмәй. Полицияға был турала уның Санкт-Петербургта йәшәгән әсәһе хәбәр итә.
Икенсе көнө эшҡыуарҙың янған автомобиле ҡаланың ситендә табыла, ә хужаһының ҡайҙалығы һаман билдәһеҙ. Шул уҡ 105-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды
Туҡтамаһаң, аталар!

Стәрлетамаҡ. Өфө – Ырымбур трассаһының 25-се километрында юл ҡағиҙәләрен боҙған “Хёндай-Солярис” автомобилен туҡтата алмағас, ГИБДД инспекторҙары уның артынан ҡыуа төшә. Шәп тиҙлектә ҡасып барған автомобиль бер нисә тапҡыр саҡ бүтән машиналарға бәрелмәй. Ахырҙа, полиция табель ҡоралынан иномарканың ике һул яҡ тәгәрмәсен тишә ата, һәм шунан һуң ғына ул туҡтай.
Баҡһаң, автомобиль Стәрлетамаҡ районының бер ҡасабаһынан ҡыуып алып кителгән икән. Руль артындағы 23 йәшлек Стәрлебаш егете иҫерек була, ә салонға 18-әр йәшлек тағы ике егетте ултыртып алған. Бур әле һаҡ аҫтында хөкөм көтә.

Бильярд – аҡса яратыусы уйын

Иглин. Вазифа вәкәләттәрен яман ниәттә файҙаланған өсөн район хакимиәтенең 36 йәшлек чиновнигына ҡарата енәйәт эше асылған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш оперативниктары уны ошо район кешеһенән 150 мең һум күләмендә ришүәт алғанда тотҡан.
Ғәйепләнеүсе былтыр декабрҙә Иглиндең эшҡыуар булараҡ теркәлмәгән 25 йәшлек кешеһенә бильярд клубы асыу өсөн 300 мең һумлыҡ субсидия алышырға ярҙам иткән икән. Тәфтишселәр йәш һәм “һәләтле” был чиновниктың 2011 йылдың майында ла шундай уҡ енәйәт эшләүен асыҡланы: полиграфия ҡорамалдары алыу өсөн урындағы эшҡыуарға 200 мең һумлыҡ субсидия юллауҙа ҡатнашҡан өсөн ул ошо сумманың яртыһын үҙенә алып ҡалған.

Шундай әсәләр ҙә була...

Нефтекама. Ҡаланың мировой судында бәлиғ булмаған балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән 29 йәшлек әсәнең эше ҡаралды. Тикшереү күрһәтеүенсә, ун, биш һәм бер йәшлек өс бала әсәһе эскелеккә бирелгән, йыш ҡына өйөнән сығып китә, сабыйҙар ҡарауһыҙ ҡала. Ә был тикшереү иң кесе ҡыҙыҡайҙы “ашығыс ярҙам” машинаһы дауаханаға алып килгәс кенә ойошторола. Ләкин әсә үҙе дауаханаға балаһы янына килеп тә урамай. Суд уны әсәлек хоҡуғынан һәм ике йылға иркенән мәхрүм итте.
Башҡортостан Республикаһы
Прокуратураһының
матбуғат хеҙмәте хәбәрҙәренән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511