Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йорттарыбыҙ ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай”
“Йорттарыбыҙ ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай”Ауыл ерендә социаль-иҡтисади хәл ифрат ҡатмарлы заманда Күгәрсен районы тотороҡло эшләп килгән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, эшҡыуарҙары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтары менән бер башҡа айырылып тора тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Төрлө өлкәлә уңышлы эшмәкәрлек алып барған “Энергия” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Электро+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Ергән” МТС-ының “Исем” бүлексәһе, “Ҡырағай ҡорт балы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Николаев” шәхси предприятиеһы, Альбина Вәлиеваның крәҫтиән (фермер) хужалығы, Ләлә Фәтҡуллинаның крәҫтиән хужалығы һәм башҡалар күтәрә төбәктең бәҫен. Халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә, һәр төрлө хәйриә сараларында иң әүҙем ҡатнашҡан ойошмаларҙан һанала улар.

Быйыл яҙ Мәҡсүт ауылындағы ике ҡатлы биш йорттоң ташландыҡ хәлдә булыуы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Әле уларҙы танырлыҡ та түгел: заманса өйҙәр йәм-йәшел тимер менән ябылған ҡыйыҡтары, штукатурланып, йәшкелт төҫкә буялған стеналары әллә ҡайҙан кешенең иғтибарын йәлеп итеп тора. Элекке тишек-тошоҡ нигеҙҙәр таш менән көпләнеп, ғүмергә етерлек итеп нығытылған, подъезд ишектәре алмаштырылған, быға тиклем һарҡып ингән ямғыр, ҡар һыуынан һарғайған йәки ҡарайған түбәләр, стеналар ағартылған, буялған, иҙәндәр ҡайтанан тигеҙләнгән. Әммә халыҡ өсөн иң һөйөнөслөһө — һәр фатирға һыу, канализация үткәрелеүе.
— Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға ифрат рәхмәтлебеҙ, — тип башланы һүҙен ошонда йәшәгән Римма Абзалова. — Башҡа берәү булһа, Президент килгәс, уға эштәр яҡшы барған, хәл-торош әҙәмсә булған урынды күрһәтер ине, ә ул, Рөстәм Хәмитов урындағы “Октябрьский” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышырға теләгәндә ошо йорттарыбыҙға иғтибар йүнәлтеп, район көсө менән генә хәл итә алмаҫтай мәсьәләләрҙе асып һалды. Һөҙөмтәлә, ике ай ҙа үтмәне, Президенттың ярҙамы, район етәксеһенең тырышлығы менән өйҙәребеҙ бөтөнләй икенсе сүрәткә инде. Әлбиттә, ремонт эштәрен башҡарған барлыҡ төҙөүселәргә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Йорттарҙы үҙгәртеп ҡороуҙы “Энергия” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (етәксеһе — Мансур Әбсәләмов) үҙ өҫтөнә ала. Ойошманың участка начальнигы Илдус Нурғәлиев ике ай буйы ремонт барған объекттан сыҡмай — тиҙ арала теүәлләнгән реконструкция уның эшселәрҙе ойоштора, туплай белеү һәләтенә лә бәйле.
— Үҙебеҙҙең “Энергия” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Мәҡсүттән йәлеп ителгән эшселәр ҙә ҙур тырышлыҡ һалды, сөнки ҡар яуғансы барлыҡ эште лә тамамларға тейеш инек. Үҙ бурысыбыҙҙы теүәл башҡарҙыҡ, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша урта звено етәксеһе. — Йомағужанан килгән “Водоканал” ойошмаһы эшселәренең дә тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк: фатирҙарға һыу, үҙәкләштерелгән канализация үткәреүҙе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә атҡарып та ҡуйҙылар. Ошо арала йорт биләмәләрен ҡойолған металл профиле менән кәртәләп ҡуясаҡбыҙ. Тиҙҙән был төбәк балҡып торасаҡ.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504