Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге урын буш тормай
Рәсәй иҡтисадын гастарбайтерҙар күтәрерме?

Һағайыуҙар. Мифтар. Ысынбарлыҡ

Тағы бер миф — “енәйәтселектең артыуына мигранттар булышлыҡ итә”. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, 33,6 процент халыҡ шулай уйлай, ләкин был дөрөҫлөккә тап килмәй. Мәҫәлән, 2011 йылда Башҡортостанда 54 131 енәйәт теркәлгән. Шуларҙың 208-е (0,4 процент) мигранттар тарафынан ҡылынған. Мәскәүҙә иһә барлыҡ енәйәттең 8 проценты гастарбайтерҙарға тура килә.
2011 йылдың 28 сентябрендә Башҡортостан ғалимдары йыйылып, “насар мигранттар тураһындағы миф”тың сәбәптәрен асыҡларға, халыҡта тыуған уйҙырмаларҙы таратырға тырышты. “Мигранттар Рәсәйгә, шул иҫәптән Башҡортостанға кәрәк”, — тигән берҙәм фекергә килде аҡыл эйәләре. “Матбуғат һәм сит илдәрҙең эшсе көстәре” тип аталған тема буйынса улар Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә фекер алышты.
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми белгесе Рәфҡәт Ғәлин иһә былай тип һөйләгәйне:
— Рәсәйҙә тыуыусылар һанының артыуы, үлеүселәрҙең бер ни тиклем кәмеүе оҙайлы ваҡытҡа түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бер ниндәй ҙә дәүләт программаһы, әсәлек капиталы ярҙам итмәҫлек сәбәптәр бар. Алмашҡа тыуымдың аҙ булған сағында донъяға килгән ҡыҙҙар үҫеп етте. Өс һәм унан да күп бала тапҡан әсәләр ауылдарҙа ғына ҡалды. Бөгөн республикала эшкә яраҡлы 2 миллион 553 мең кеше йәшәй. Ә биш йылдан һуң был һан киҫкен генә кәмейәсәк. Ни өсөн тигәндә, 10 – 14 йәшлек үҫмерҙәр Башҡортостанда 217 мең генә. Дәүләт аппараты, башҡа төр шундай урындар аҙаймаясаҡ, ғәриптәр, ауырыуҙар һанының кәмеүе лә икеле. Шулай булғас, төҙөлөшкә, завод-фабрикаларға кем барыр?
Сығыш яһаусы ғалимдарҙың, етәкселектең һүҙҙәре менән килешмәйенсә булмай. Шуға ла тағы бер миф хаҡында әйтеп үтәйек — “мигранттар беҙҙең эш урындарын ала”. Был төптө дөрөҫ түгел, тиһәк тә була. Мәҫәлән, үткән йылдың ун айында эш менән тәьмин итеү хеҙмәтендә республика буйынса 29728 кеше теркәлгән, шул уҡ ваҡытта 33570 вакансия булған. Беҙҙең халыҡта “Изге урын буш тормай” тигән әйтем бар. Йәғни тәбиғәттә бушлыҡ булмай. Шуның менән килешергә мөмкин: бер генә етәксе лә тырышып эшләгән, инициативалы эшсеһен, хеҙмәткәрен урамға сығарып ебәреп, мигрантты, гастарбайтерҙы алмай. Баҙар ҡанундары буйынса, эшһеҙлек һәр саҡ булған һәм буласаҡ. Шуға ла гастарбайтерҙар үҙ урындарын — Рәсәй халҡынан ҡалған буш урындарҙы ала. Әйтәйек, 2013 йылға Рәсәйгә өҫтәмә 1,7 миллион эшсе көс кәрәк. Федераль миграция хеҙмәте директоры Константин Ромодановский әйтеүенсә, әгәр миграция ағымы булмаһа, эшсе халыҡ 10 миллионғаса кәмеүе мөмкин. Законлы рәүештә урынлаштырылған мигранттар етәкселәр өсөн дә ҡулай: ситтән килгән ҡайһы эшсе һигеҙ сәғәт кенә тир түгеп, аҙнаһына ике көн ял итә лә түләүле отпуск ала? Аҡсаларын үҙҙәренә ебәрәләр икән, ниңә уларҙың 6 – 8 процентҡаса эске тулайым продуктты тулыландырыуын оноторға? Ғәлин әйтеүенсә, матбуғат саралары наркотиктар таралыуында сит ил кешеләрен генә ғәйепләп, уларҙы был йәһәттән бар бәләнең сәбәпсеһе итеп күрһәтә. Ләкин бит үҙебеҙҙә лә наркомандар етерлек, наркотиктарҙы ла төрлө химик ысул менән яһайҙар.
Ысынлап та, уйланырға урын бар. Күп осраҡта бөтә уңышһыҙлыҡтарҙың, бәләләрҙең сәбәбен үҙебеҙҙән эҙләмәйенсә, ситтән күрә башлап, “теләһә кем ғәйепле, тик мин түгел” тигән фекерҙе күңел тынысландырыусы дарыу итеп алдыҡ түгелме?

Һөнәрең ниндәй, милли сығышыңды әйтермен

Һөнәренә ҡарап та гастарбайтерҙарҙың милли һыҙатын белеп була, имеш. Әйтәйек, Башҡортостан еренә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан әрмән, азербайжандар төҙөлөштә эшләй ине. Хәҙер иһә уларҙы кафе хужалары, сауҙа итеүселәр, шашлыҡ бешереүселәр булараҡ беләбеҙ.
Төҙөлөш өлкәһен төрөктәр алып бара. Улар заманса йорттар, офистар, банктар һала. Башлыса юғары квалификациялы белгестәр эшләй бында. Ә ҡул көсө талап иткән иҙмә иҙеү, кирбес ташыу һымаҡ ергә тажиктар, үзбәктәр, урындағы халыҡ йәлеп ителә.
Ил буйынса алғанда, юл төҙөлөшөндә совет осоронда уҡ әрмәндәр эшләгән. Бөгөн уларҙың юғары квалификациялы белгестәре элемтә ойошмаларына урынлаша.
Урман эштәренә украиндар маһир. Был да Советтар Союзынан ҡалған йола. Элегерәк улар, осһоҙ хаҡҡа ағас алып, үҙҙәренә ташыған булған. Шуға ла был ауыр, ләкин аҡсалы эшкә бөгөн дә теләп баралар.
Баҙарҙың буш, йомшаҡ урындарын Ҡытайҙан килеүселәр биләп бөттө тиһәк тә була. Заманында бәшмәктәй үрсегән вьетнам магазиндары аҙайһа ла, Ҡытай тауары бар ерҙә өҫтөнлөк итә. Шәхси эшҡыуарҙарҙың сауҙа нөктәләре генә түгел, ҙур-ҙур магазиндар ҙа ошо ил тауары менән тулы. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге балалар уйынсығының 70-тән алып 90 процентҡаса күләмен Ҡытайҙыҡы тәшкил итә.
Үзбәктәр беҙҙә ауыр эштәрҙән “ҡотолдо”. Уларҙың бында һатыу буйынса ныҡлы традицияһы барлыҡҡа килгән. Үзбәк диаспораһы әүҙем эшләй. Шулай уҡ ашханалар асырға тотондолар, юл буйҙарында үзбәк аштары — былау, ләүәш һәм башҡалар — тәҡдим итәләр.
Тажиктар бөгөн иң ауыр эште башҡара. Төҙөлөшкә, ауыл хужалығы тирәһенә ялланыуҙары мөмкин. Осһоҙ хаҡҡа йөрөһәләр ҙә, үҙҙәренең аҡсаһына Рәсәйҙекен һалһаң, ярайһы ғына килеп сыға.

Мәсьәләне сисеү юлы — һығылмалы сәйәсәт

Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, мигранттар, гастарбайтерҙар бик кәрәк булһа ла, айырым сәйәсмәндәрҙе был күренеш борсоуға һала. Рәсәй Федерацияһы киләсәктә мигранттар иленә әйләнеп, ил уртаһында айырым-айырым милли диаспораларҙан торған “биләмәләр” барлыҡҡа килмәҫме, тип хәүефләнә улар. Һуңынан, мигранттар үҙҙәре менән бергә төбәктәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен, рәсәйҙәргә хас булмаған ҡылыҡ-фиғелдәрен дә килтермәҫ тип кем гарантия бирә ала? Алда телгә алынғанса, ғалимдарҙың фекерен еткергәнсә, енәйәтселәрҙең милләте юҡ. Шулай ҙа Рәсәйгә бөтәһе лә эш эҙләп кенә килмәгәне лә мәғлүм. Наркотиктарҙың күп өлөшө Урта Азия аша ағылыуын, бында милли составҡа, яҡташлыҡҡа ҡарап енәйәтсел төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүен, Рәсәйҙең эске баҙары өсөн улар араһында алыш барғанлығын инҡар итеп булмай.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикалағы миграция ағымы (килеүселәр, китеүселәр) кешеләрҙең йәшәү урындарын алыштырыуына бәйләнгән. 2011 йылдың ғинуар–ноябрь айҙарында бындай 203,7 мең осраҡ теркәлгән. Республиканан 34,7 мең кеше китһә, элекке йәшәгән урындарын Башҡортостанға алыштырыусылар — 26,6 мең. Республика эсендә күсенеп йөрөүселәр — 71 мең кеше. Ошо айҙарҙа дөйөм миграция хәрәкәтенең кәмеүе 8115 кеше тәшкил итә. Был 2010 йылға ҡарата 811-гә күберәк. Дөйөм миграция: килеүселәр — 97 787, китеүселәр — 105 902 кеше. Айырма — китеүселәр һаны 8115-кә артыҡ. Уның ҡарауы, был яҡлап Башҡортостан Ямал-Ненец, Ханты-Манси милли округтарының, Свердловск өлкәһенең доноры булып тора.
Миграцияға килгәндә, Рәсәй сәйәсмәндәрен был яҡлап миллиардлы Ҡытай борсоуға һала. Йыл һайын ул ҡабаланмай ғына йәшәр, “ваҡытлыса” эшләр өсөн Себер тарафтарына миллионлаған кешеһен сығара. Хатта, әйтеүҙәренсә, шул яҡтағы ҡалалар, ерҙәр ҡайһы бер карталарында ҡытайса аталып, үҙҙәренең ере итеп тә билдәләнә, имеш.
Әйткәндәй, миграцияның кәрәклегенә күпме генә баҫым яһамаһындар, уның артығы, легаль булмағандарҙың, иҫәптә тормағандарҙың күплеге бер ил өсөн дә файҙаға түгел. Быны Европа илдәре, атап әйткәндә, Франция миҫалында 2005 йылдың ноябрь ваҡиғалары күрһәтте инде. Ҡасандыр был илгә килгән мигранттарҙың балалары, ейәндәре, үҙҙәренә төп халыҡ менән тиң хоҡуҡ даулап урамдарҙа тәртипһеҙлектәр ойошторҙо, магазин, кафе, ресторан, еңел машиналарҙы яндырҙы. Быны мәғлүмәт саралары аша тик дини фанатизмға бирелгән йәштәрҙең генә эше тип күрһәттеләр. Ләкин тәртипһеҙлектәрҙең төп асылы социаль мәсьәләләрҙең хәл ителмәүендә икәнен танырға теләмәнеләр. Нисек кенә булмаһын, беҙҙә лә проблема етерлек. Һығылмалы сәйәсәт алып барғанда ғына уны хәл итергә мөмкин.

Йомғаҡлау һүҙе

Миҙал ике яҡлы булған кеүек, был мәсьәләнең дә “плюс” һәм “минус”ы бар. Шуға ла бер яҡҡа ғына һуҡтырмайынса, икеһенең дә фекерен бирергә тырыштыҡ. Беҙҙең халыҡ аҡыллы, һәр кем үҙенсә фекер йөрөтөп, һығымтаһын төйнәр. Иң мөһиме — баҙар шарттарында барлыҡҡа килгән “бушыраҡ шөрөптәр”ҙе нығытып, тормош кимәлебеҙҙе, йәшәйешебеҙҙе Рәсәй халҡына ғына хас традицион алымдар менән күтәреп, киләсәккә ышаныслы атларбыҙ, тип ышанаһы ҡала.
(Аҙағы. Башы 232-233-сө һандарҙа).
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498