Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Әбейҙәр сыуағы"н гел бергә ҡаршылайыҡ!
Леп-леп-леп! Талғын ғына сағыу япраҡтар ергә ҡойола. Тәбиғәттең илаһи бер мәле — "әбейҙәр сыуағы". Ни өсөн был мәл шулай тип атала һуң? Уйланғанығыҙ бармы?
...Әбейҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр. Ниндәй йомарт, изге күңелле кешеләр һеҙ. Минең дә шундай матур өләсәйҙәрем бар. Атайым менән әсәйемә ғүмер бүләк иткән, ейән-ейәнсәрҙәрен һағынып, өҙөлөп көтөп торған изге күңелле һөйөклөләрем Башҡортостандың иң матур ерендә — саф һыулы Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Ишембай районының Әхмәр ауылында йәшәй.
"Әбейҙәр сыуағы"н гел бергә ҡаршылайыҡ!Атайымдың әсәһе Резеда Ибраһим ҡыҙы Мөхәмәтҡолова 1930 йылда Ҡырмыҫҡалы районында донъяға килә. 1941 йылда атаһы һуғышҡа китә һәм Курск дуғаһында һәләк була, әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Өләсәйемә туғандарын ҡарарға ла, әсәһенә ярҙам итергә лә тура килә. Ауырлыҡтарға бирешмәй ул, яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы еңеп сығырға көс таба һәм, Өфө педагогия институтын тамамлап, Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай.
Йәш белгес балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бөтөн көсөн һала. Уҡытыусының эше ифрат яуаплы, тынғыһыҙ: мәктәп менән балалар ваҡытыңды, булмышыңды тулыһынса үҙҙәренә арнауҙы талап итә. Бынан тыш, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәү, башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртерлек дәртле, әүҙем, киң даирәле булыу кәрәк. Резеда өләсәйем барыһына ла өлгөрә, был һөнәрҙе һайлап яңылышмауына инана. Һөйөклө кешемдең хеҙмәте юғары баһаланды: "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" һәм "РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Олатайым Камил Хәлил улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Олатайым да бар ғүмерен балаларға белем биреү эшенә бағышланы. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә инәйем — табип, Фәнил бабайым — баш агроном, атайым Фаил Камил улы — педагог. Өләсәйемдең ете ейән-ейәнсәре бар. Һәр беребеҙ өсөн өҙөлөп тора. Ул шул тиклем уңған, һөйкөмлө, иғтибарлы, беҙҙе ололарҙы ололарға, кеселергә кеселекле булырға өйрәтә. Бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, шатланып йәшәй.
Әсәйемдең әсәһе Суфия Гәрәй ҡыҙы Ғәлиева 1947 йылда Әхмәрҙә тыуған. Салауат педагогия институтын тамамлағас, туған мәктәбендә 15 йыл башланғыс кластар"Әбейҙәр сыуағы"н гел бергә ҡаршылайыҡ! уҡытыусыһы булып эшләй. Ауылда 90 урынлыҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлгәс, уны мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Өләсәйем хаҡлы ялға тиклем ошо яуаплы эштә эшләй. Шул дәүерҙә "Аҡсәскә" балалар баҡсаһы район һәм республика ярыштарында беренсе урындарҙы яулай. Сабыйҙар һау-сәләмәт, белемле, тәрбиәле булып үҫһен өсөн өләсәйем көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. 1987 йылда ул "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы" билдәһенә лайыҡ була, 2000 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған уҡытыусылар съезында ҡатнаша. Өләсәйем күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе йөгөн дә тартты, балалар баҡсаһы, ата-әсәләр һәм мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш булдырҙы. Ауылдаштары өләсәйемде күп тапҡыр район һәм ауыл Советтары депутаты итеп һайланы. Тағы ла ҡәҙерлебеҙҙең 40 йыл ҡәйнә менән татыу йәшәүе лә оло ихтирамға лайыҡ.
Олатайым Афарим Ғималетдин улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Люциә инәйем — иҡтисадсы, Наил бабайым — подполковник, кинйә ҡыҙҙары Нәйлә, әсәйем, —фельдшер. Олатайым да яуаплы вазифаларҙа эшләне. Өләсәйем уға һәр саҡ ярҙамсы һәм кәңәшсе була белде. Улар — Әхмәрҙең иң абруйлы, күркәм ғаиләләренең береһе. Ауылдаштары үҙҙәрен хөрмәтләй, ихтирам итә һәм өлгө итеп ҡуя.
Суфия өләсәйемдең дә ете ейән-ейәнсәре бар. Ул иғтибарлы, ғәҙел, егәрле , хәстәрлекле һәм бик сабыр ҡатын-ҡыҙ. Өләсәйем беҙгә һәр саҡ аҡыллы кәңәштәрен бирә. Бешергән аштары, ҡабарып уңған икмәге, бәлештәре шундай тәмле, бәйләгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙәре шул тиклем йылы!
Баланың балаһы балдан татлы була, тиҙәр. Һәммәбеҙ өсөн өҙөлөп торған өләсәйҙәребеҙ булғанға беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, бик бәхетле. Илнар ҡустым менән икәүләп уларҙы мәктәптә яҡшы уҡыуыбыҙ менән шатландырырға тырышабыҙ. Ике йәшлек ҡустыбыҙ Илшат уларҙы көн дә яңы һөнәрҙәре менән ҡыуандыра. Ошонан да оло бәхет булыуы мөмкинме?!
Ике өләсәйем дә ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Уҡытыусы — икенсе әсәй. Уҡыусылары ҡайҙа ғына эшләмәй: араларында уҡытыусы, табип һәм инженерҙар бихисап, профессорҙар ҙа бар. Ике өләсәйем дә беҙҙең өсөн үрнәк, улар үткән юл — матур тарих. Ҡәҙерлеләрем, һеҙҙең менән һоҡланам, ғорурланам, һеҙҙән үрнәк алам.
Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ бөгөн
Әйтә һеҙгә ҙур рәхмәт!
Беҙгә терәк булып, өлгө булып,
Йәшәгеҙ, өләсәйҙәрем, шулай шат, рәхәт.
...Леп-леп-леп! Ағастарҙан япраҡ ҡойолоп бөттө, "әбейҙәр сыуағы" үтеп тә китте. Киләһе йылдарҙа ла ошо матур мәлде өләсәйҙәрем менән бергә күрергә яҙһын. "Әбейҙәр сыуағы"ндай алсаҡ, изге, йомарт күңелле өләсәйемдәргә бәхетле, тыныс ҡартлыҡта балаларының, ейән-ейәнсәрҙренең изгелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Лиана ҒӘЛЕЕВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 17-се мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Люция
    Люция от 26.11.2012, 21:39
    Бик матур статья hылыуым!!!

  2. Гөлназ
    Гөлназ от 27.11.2012, 22:16
    Афарин, матурым!

  3. Илюза
    Илюза от 27.11.2012, 22:55
    Молодец!:*

  4. гульшат
    гульшат от 28.11.2012, 12:41
    бик матур сочинение булган

  5. Гульназ
    Гульназ от 28.11.2012, 16:44
    Лиана, афарин!!! Өләсәйҙәрең тураһында бик матур статья яҙҙың))

  6. Р9ил9
    Р9ил9 от 28.11.2012, 22:50
    Алма а1асынан йыра3 т5шм9й, ти29р. %л9с9й29ре4де4 изге 85н9рен дауам ит. *9р ва3ыт я3ындары4ды шатландырып м9кт9п, муниципаль олимпиадалар2ы4 89м конкурстар2ы4 е4е7се8е бул. Афарин, Лиана.

  7. Лена
    Лена от 30.11.2012, 00:12
    Лиана,өләсәйҙәреңә иғтибарлы булғанға иншаны бик тулы, матур яҙғанһың.Афарин!

  8. Эльвира
    Эльвира от 30.11.2012, 09:36
    Лиана,молодец!Бик йөкмәткеле статья!Өләсәйҙәребеҙ һау-сәләмәт булһындар!!!

  9. Гульназ
    Гульназ от 30.11.2012, 16:36
    Лиана, афарин!!! Өләсәйҙәрең тураһында бик матур статья яҙҙың))

  10. эльза
    эльза от 30.11.2012, 20:29
    бик яҡшы статья!Афарин"

  11. Тагура
    Тагура от 02.12.2012, 19:38
    бик йокмэткеле статья.Унганhын!

  12. Ильнур
    Ильнур от 03.12.2012, 13:35
    Умница!!!красиво написала!

  13. Раиля
    Раиля от 03.12.2012, 13:49
    Ысынлап та, 5л9с9йе4д9р 7тк9н юл-оло тарих. Улар2ан 7рн9к ал, улар2ы4 юлын (изге 85н9р29рен) дауам ит. Афарин, Лиана.

  14. Азалия
    Азалия от 03.12.2012, 19:14
    Классно, молодец :*

  15. Альберт
    Альберт от 03.12.2012, 19:52
    хорошо написала молодец!!

  16. регина
    регина от 03.12.2012, 20:08
    Бик матур статья!!!!!!!

  17. Расих
    Расих от 04.12.2012, 23:08
    ЫСЫН йөрәктан яҙылган һүҙҙәр!!!!!!

  18. Урал
    Урал от 05.12.2012, 20:23
    Бик матур,тулы йөкмәткеле инша. Һис шикһеҙ, конкурста тейешле баһа алыр. Маладис! +5

  19. Ильнур
    Ильнур от 05.12.2012, 20:27
    Бик матур=))

  20. Урал
    Урал от 06.12.2012, 15:46
    Лиана шулай тоторға алға

  21. Раиля
    Раиля от 08.12.2012, 12:15
    Афарин, Лиана! Уныштар сина!

  22. Ильнур
    Ильнур от 10.12.2012, 16:57
    Бик матур язгансын! Молодец!

  23. Рагида
    Рагида от 10.12.2012, 18:01
    Ауылыбыздын ихтирамлы кешеларе турахында бик йокматкеле хам маганале макала. Газетала бастырылса якшы булыр ине. Молодец, Лиана.

    Лиана-акыллым! Хикайан бик матур. Унышитар сина.

    Оласайдаренде бик ололагансын. Бик якшы!

  24. Илзирә
    Илзирә от 10.12.2012, 23:05
    Молодец, бик матур инша. Уңыштар һиңә, Лиана

    Бик матур инша, молодец!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518