Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нажар – кейәүҙән, Боғҙан килендән уңған
Нажар – кейәүҙән, Боғҙан килендән уңған– Ауылда йәшәгәс, һыйырҙан айырмаһын инде. Әле бөгөн төндә берәүһе быҙауланы, имен-һау ҡотолдо былай, – тип ҡаршыланы беҙҙе хужабикә Линария Шәйнурова. – Мал-тыуарһыҙ, ай-һай, нисек көн итмәк кәрәк?

Ысынлап та, ауыл ерендә мал аҫрамаған ғаилә һирәк осрай – һәр кем ит-һөткә мохтажлыҡ күрмәҫкә тырыша. Күптәр бөгөн ҡураһында хатта өс-дүрт баш һыйыр тота, уның араһында һарығы ла, кәзәһе лә бар. Ҡош-ҡорт тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Халыҡ үҙенән артып ҡалған ағын баҙарға сығара, уны аҡсаға әйләндереп, балаларын уҡыта, кейендерә. Балтас районының Боғҙан ауылында ла халыҡ бөгөн эш юҡлыҡҡа һылтанып, ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай, һәр кем үҙенсә яйын табып йәшәргә ынтыла.
Ауылға газ үткән, район үҙәгенә тиклем юл бар, һөтсөлөк фермалары эшләй. Шәхси эшҡыуарҙарҙың сауҙа нөктәләрендә йәнең нимә теләй, шуны һатып алырға була. Ялҡау кеше генә "алма беш, ауыҙыма төш" тип кемдәндер ярҙам көтәлер. Линария менән Ғәйетхан Шәйнуровтар ундайҙарҙан түгел, икеһе лә тиндән һум яһарға тырыша. Райондың Нажар ауылынан килен булып төшкән Линарияның уңғанлығына һоҡланалар.
Тырыш ғаиләлә бөгөн ике бала – алты йәшлек Лилиә менән өс йәшлек Айҙар – үҫә. Балалары йәш тип тормай, ҡура тултырып малын да аҫрайҙар, ҡош-ҡортон да Нажар – кейәүҙән, Боғҙан килендән уңғанүрсетәләр. Баҡсалағы емеш-еләккә, йәшелсәгә күптәр ҡыҙығалыр әле, моғайын. Һалҡын ҡышта рәхәтләнеп консерваланған витаминлы аҙыҡтан ауыҙ итеүе ни тора! Быны Шәйнуровтар яҡшы аңлай, шуға ла бал ҡорто кеүек алһыҙ-ялһыҙ көс түгә.
– Туған хужалығымда 1990 йылдан бирле эшләйем, хәрби хеҙмәт үттем. Ҡалаға эшкә барырға мөмкинлек булды, әммә ауылды ҡалдырманым, бүтән тормошто үҙ итмәнем, – ти ғаилә башлығы Ғәйетхан.
Шәйнуровтар хаҡында бәхетле ғаилә тип әйтергә була. Икенсегә улдары тыуғас, әсәлек капиталын төҙөлөшкә тотонорға уйлап, 2008 йылда үҙ йорттарына нигеҙ һалалар. Күп тә үтмәй, "Ауылды социаль үҫтереү" программаһына инеүҙәре хаҡында һөйөнсөләйҙәр. Әлбиттә, йәш ғаиләнең ҡыуанысының сиге булмай. "Күктән төшкән" аҡсаны, әсәлек капиталын да ҡушып, туғандары, дуҫ-иштәре ярҙамында шығырҙап торған ҡарағайҙан бына тигән өй күтәреп сығалар.
Ғәйетхан – "Россия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алыштырғыһыҙ механизаторы. Йәйен-көҙөн баҫыуҙа булһа, ҡышын хужалыҡтан ҡайтып инмәй. Етәкселек уны ихтирам итә, күптәргә өлгө итеп ҡуя. Эштә генә түгел, ғаиләһендә лә ул – абруйлы тормош иптәше, балалары өсөн хәстәрлекле атай.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511