Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атаһының эшен дауам итә
Атаһының эшен дауам итәАтанан күргән — уҡ юнған, тигәндәре бигерәк раҫ. Мәктәпте тамамлағас, Вадим Тажмөхәмәтов һис икеләнмәйенсә аграр университеттың агрономия факультетына уҡырға инә, сөнки атаһы Хәмит Арин улы ла ғүмерен ауыл хужалығына арнаған — йәш саҡта агроном булараҡ хеҙмәт юлын башлап, аҙаҡ парторг, унан инде Ейәнсура районының “Инәк” совхозы директоры йөгөн тартҡан. Күрәһең, уның совхоз эше тип янып-көйөп йәшәүе улы өсөн эҙһеҙ үтмәгән.

Һуңғы курстарҙа Вадим практиканы атаһы етәкселек иткән хужалыҡта үтә. Университетта яҙған диплом эше лә нәҡ “Инәк” совхозы баҫыуҙарының уңдырышлылығын күтәреү ысулдарына арнала. 1993 йылда юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес йүнәлтмәне тыуған районына ала һәм ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона.
Атаһы етәкселегендә ныҡлы аяҡҡа баҫҡан һәм районда иң алдынғыларҙан иҫәпләнгән “Инәк”те лә үҙгәртеп ҡороу еле урап үтмәй. Инде матди-техник базаһы юҡҡа сыға тигән ерҙән район етәкселеге, дөрөҫ ҡарарға килеп, хужалыҡты бар мал-мөлкәте менән “Ергән” МТС-ына ҡуша. Шулай итеп, МТС-тың Ейәнсура бүлексәһе — “Инәк” участкаһы — барлыҡҡа килә. Райондың тағы ла бер нисә хужалығын ошо уҡ участкаға ҡушалар. Һөҙөмтәлә сәсеүлектәр майҙаны һәм эш фронты тағы ла арта. Ә Вадим Хәмит улы иңенә участканың өлкән агрономы вазифаһы йөкмәтелә.
— Хәҙер хужалыҡтың 22 мең гектар ере бар. Ошо майҙанда сәсеү әйләнешен дөрөҫ ойоштороу фарыз. Диплом эшемдә үк башлаған йүнәлеште дауам итеп, ерҙең уңдырышлылығын арттырыу буйынса планды даими бойомға ашырам. Әлбиттә, был бер йыллыҡ ҡына эш түгел. Башлыса ҡандала үләнен ҡулландыҡ, әле лә ҡулланабыҙ, сөнки уның тамыры, сабылғандан һуңғы ҡалдыҡтары тупраҡтың сифатын яҡшырта. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ үҙен аҡлаған яңы технологияларҙы үҙләштерергә мәжбүр итә. Атап әйткәндә, new-till технологияһын, йәғни ерҙе һөрмәйенсә эшкәртеү алымын ҡулланабыҙ, — ти заман менән бергә атлаған агроном.
Әйткәндәй, хужалыҡта хәҙер малсылыҡ тармағына нығыраҡ баҫым яһала — көтөүгә сығарылмайынса, ҡурала ғына аҫралған 1200 баш һыйырлы мегаферма өсөн мал аҙығы әҙерләү иң мөһим бурыстарҙың береһе һанала. Бының өсөн агрономия хеҙмәтенә лә үҙ эшмәкәрлеген ошо йүнәлештә үҙгәртергә тура килә: кукуруз, судан, люцерна үләндәре, ҡуҙаҡлылар майҙанын арттыралар. 2010 йылғы һәм быйылғы ҡоро, эҫе йәйҙә малдарҙы бесән, силос, сенаж, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ менән тейешенсә тәьмин итеү өсөн кемдәрҙең генә сикә сәстәренә сал төшмәне икән?!
Вадим Хәмит улы бөгөнгө МТС-тың матди-техник базаһына, финанс мөмкинлектәренә хайран ҡала. Элек “Инәк” совхозында ғына 50 — 60-лаған комбайн була торғайны, хәҙер иһә улар башҡарған эш күләмен МТС-тың сит илдән һатып алған ҡеүәтле техникаһы “һә” тигәнсе башҡара ла ҡуя бит.
— Ҡатмарлы техниканы хеҙмәтләндереү өсөн, әлбиттә, хәҙерге заман белеменә эйә булған кешеләр кәрәк. Шуға ла хужалыҡта башлыса йәштәр эшләй, — ти Вадим Тажмөхәмәтов.
Атаһы ҡулы аҫтына йәш белгес булып ҡайтып төшкән Вадим хәҙер инде районда иң тәжрибәле агрономдар иҫәбендә. Оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн уны район етәкселеге юғары дәүләт наградаһына лайыҡ тип иҫәпләй.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508