Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә — йәшәү усағы
Тормош бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул? Һәр кеше уны үҙенсә аңлай. Кем өсөндөр был төшөнсә аҡса, хакимлыҡ, яҡшы эш урыны менән бәйле, ҡайһы берәүҙәр һәүетемсә генә, бер кемгә лә ҡамасауламай йәшәүҙе өҫтөн күрә. “Бәхет — байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барынан ҡәнәғәтлек тә түгел, ә шуларҙан юғарыраҡ торған рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул”, — тип билдәләй халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Әммә, нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Һөйгән йәрең, балаларың, атай-әсәйең һау-сәләмәт булғанда, туғандарың имен йәшәгәндә генә тормош мәшәҡәттәрен йырып сығыуы еңел. Ә яңғыҙ кешене мин уртаға бүленгән алма менән сағыштырыр инем. Был алма, күпмелер ваҡыт уҙғас, мотлаҡ серейәсәк. Шуның кеүек, ваҡытында өйләнмәгән, буйҙаҡлыҡты йәшәү рәүеше тип тапҡан кеше бик ныҡ яңылыша. Минеңсә, әҙәм балаһының төп тәғәйенләнеше — кешелекте дауам итеү һәм ошо бурысты атҡарыу өсөн һәр төрлө шарттар булдырыу.
Ғ. Сәләмдең “Бала” поэмаһы “Кеше бәхете нимәлә?” тигән фәлсәфәүи бәхәскә этәрә кеүек. Сәйҙел менән Зәйнәп үҙ хатаһын аңлай, Нәзирә һәм Вәлишин образдары бәхетен балаларҙа, ғаиләлә күреүен раҫлай. Поэмала күтәрелгән проблема — әлеге ваҡытта ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
Минең өсөн бәхет — ғаиләлә. Ҡәҙерлеләрем — атайым, әсәйем, апайым һәм ҡустым — менән бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ. Ғаилә — йәшәү усағы, кешене шәхес итеп формалаштырыусы һәм үҫтереүсе ғәжәйеп хеҙмәт, бөйөк мәктәп. Ул ғына ла түгел, кешегә йән йылыһы, тормошҡа дәрт өҫтәүсе, йөрәктәрҙә ышаныс тойғоһо уятыусы психологик сығанаҡ. Бар булмышымды мәғәнәле итеүсе, уға йәм өҫтәүсе лә — ғәзиз ғаиләм. Мин һәр ваҡыт уның яҡшы йоғонтоһон ғына тоям. Ул эсәр һыу, һулар һауа кеүек миңә бик кәрәк, сөнки унан килгән йылылыҡ тырышып йәшәргә, уҡырға көс-ҡеүәт өҫтәй. Хатта яҙмыш ниндәйҙер һайлау, һынау алдына ҡуйғанда ла дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн яҡын кешеңдең һине аңлауы, ышаныуы, терәк булыуы бик мөһим.
Һеҙҙең менән бергә саҡтар —
Иң ҡәҙерле көндәрем.
Йәшәгеҙ, атай-әсәйем,
Минең ҡәҙерлеләрем!
Ғаилә — ҡәлғә, ышаныслы тыл, йән тыныслығы табыр, көс туплар урын. Үҙ усағымда халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫәм, туған телемдә рәхәтләнеп һөйләшәм. Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт иткәндә ер-һыу атамалары, дарыу үләндәре тураһында һөйләшәбеҙ, төрлө эш башҡарғанда моңло йырҙар йырлайбыҙ, ә кистәрен башҡортса китап, журнал, гәзиттәр уҡыйбыҙ, йомаҡ ҡойошабыҙ. Әсәйемдең бишек йырҙары һаман да күңел түрендә һаҡлана:
Әлли-бәлли итәр ул,
Ҡыҙым йоҡлап китәр ул,
Ҡыҙым йоҡлап китте ниһә,
Әсәһе эшкә китәр ул...
Һәр кеше ғаилә дөрөҫ төҙөлһөн һәм үҫешһен өсөн үҙ бурысын еренә еткереп башҡарырға тейеш, йәғни ир менән ҡатындың өйләнешеп, бала-саға үҫтереүе зарур. Тик уларға үҙ-ара мөнәсәбәтте камил итеп ойошторорға кәрәк. Ир-ат ғаиләне һәр саҡ ҡурсаларға тейеш, йәғни урын, ризыҡ, кейем табыу, тышҡы ҡыйынлыҡтарҙан һаҡлау — уның бурысы. Тимәк, атайҙың әһәмиәте ҙур. Ул — туйындырыусы, аҡыллы кәңәштәр биреүсе, үҙенең яҡшы ниәттәре, һанап бөткөһөҙ изге эштәре менән балаларына үрнәк, ғаиләлә иң юғары вазифаны биләүсе һәм башҡарыусы.
Атай кешенең маҡсаты — баланы яҡлау һәм уны нисек бар шулай ҡабул итеү. Әгәр ул ҡыҙын йәки улын хәүеф-хафанан ҡурсалай ала икән, балала “мин яңғыҙ түгел” тигән тойғо ярала, һәм ул артабан да үҙен ышаныслы тоясаҡ. Үкенескә, бындайҙар һирәк. Күптәр бит бала менән ҡыҙыҡһынмай, ярҙам итмәй, кәңәшсе була белмәй. Ә мин атайым менән ысын йөрәктән ғорурланам. Ул булдыҡлы, йүнсел булмаһа, әле беҙ йәшәгән матур донъябыҙҙы күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡларға бурыслы, икенсе төрлө әйткәндә, балалар табып, уларҙы ашатырға, тәрбиәләргә, өй эштәренең еңелдәрен, ҡулынан килгәнен башҡарырға тейеш. Әсәйемдең зирәклегенә, тыйнаҡлығына, тырышлығына, тормошҡа зарланмауына, килеп тыуған һәр ваҡиғаны ҡатмарлаштырмай, тыныс ҡына ҡабул итә белеүенә ғәжәпләнәм дә, һоҡланам да. Миңә уның һәр саҡ күтәренке кәйефле, асыҡ йөҙлө, сабыр булыуы оҡшай. Хатта башҡорт әҫәрҙәрендәге ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙарға тиңләр инем.
Фәрит Иҫәнғоловтың ғаилә тормошо, мөхәббәт кеүек социаль-әхлаҡи һәм көнкүреш темаһына арналған әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙ — көслө рухлы, ихтыярлы кешеләр. Алтынбикә эштә генә түгел, шәхси тормошта, ғаиләлә лә намыҫлы, ғорур. Унда ирҙәрсә тәүәккәллек, аҡыл менән бергә хәстәрлек тойғоһо, күңел йылыһы ла етерлек. Ошо сифаттар Алтынбикәгә ғәрипләнеп ҡайтҡан ире Моталлапты ҡайтанан ныҡлап аяҡҡа баҫтырырға, йәшәү көсө бирергә, шулай уҡ ауылдаштарына ла, мәҫәлән, ғаилә бәхете таба алмай интеккән Мәстүрәгә лә, дөрөҫ юл күрһәтергә булышлыҡ итә. Нәжиб Асанбаев та “Зәйтүнгөл” драмаһында гүзәл заттың түҙемлелеген, ярата, көтә белеүен, тиңдәшһеҙ тоғролоғон һүрәтләй. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында Гөлйөҙөм, хәл иткес мәлдәрҙә Айбулатҡа терәк булып, халыҡ бәхете өсөн көрәшкән иренең рухи юлдашына әйләнә. Бына шулай, минең әсәйем дә — һәр беребеҙҙе, хатта атайымды ла, сабый күреп иркәләүсе, хәстәрләүсе изге йән, ысын мәғәнәһендә ғаиләбеҙ тотҡаһы.
Ғөмүмән, тормош аҡылын атай-әсәйем өлгөһөнән алам. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелемдә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атайым менән әсәйемдең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, беҙгә, йәғни балаларына күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.
Р. РӘХИМОВА,
Күмертау авиация техник
колледжы студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498