Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙә лә бар яҡты маяҡтар
Булды бит заманалар: ябай ғына һөнәр эйәләре, хеҙмәт алдынғылары райондарҙы данға күмде. Шундайҙарҙың береһе — механизатор, бригадир, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты Шифа Ғарифулла улы Рәжәпов.

Заманында миңә ошо данлыҡлы шәхес менән осрашырға, сөйәлләнеп бөткән ҡулдарының йылыһын тойорға тура килде. Улай ғына ла түгел, улдары Рәмил менән бер класта уҡырға яҙҙы. Ә нәҫел тамырҙары ҡайҙарға барып тоташа, тыуған яҡ шишмәләре ҡайҙарҙан селтерәп аға икән? Миәкә районында “ҡара алтын” сыҡҡан ерҙә Сатай тигән бәләкәй генә ауыл бар. Ошонда тамырҙарын ебәргән ул Шифа ағай. Етенсе бала булып донъяға килгән. Боғдан ауылы мәктәбенең етенсе класын тамамлағас, атаһы менән “Юлдаш” колхозында эшләй башлай. Икмәк ҡәҙерен бәләкәйҙән белеп үҫә егет.
1941 йылда дошман илебеҙгә ябырылғас, тракторсы Рәсүл ағаһын фронтҡа алалар. Уның “тимер ат”ына Шифа ултыра. Көндө төнгә ялғап, сәмләнеп эшләй.
Бер аҙҙан Шифаны ла Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡыралар. 1943 йылдың декабрендә кесе сержант отделение командиры вазифаһында 657-се уҡсылар полкы составында фронтҡа юллана, Днепр йылғаһын кискәндә ҡаты яралана, дошман минаһы ярсығы күкрәк һөйәген емерә. Биш ай госпиталдә дауаланғас, йәнә фронтҡа ашҡына. Тәүҙә Төньяҡ-көнбайыш фронтында ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша. Бер алышта ҡаты яралана.
Шифа Рәжәпов 1945 йылдың ғинуарында, II группа инвалиды булып, тыуған яғына ҡайтып төшә. Бер аҙна үтер-үтмәҫтән, колхоз идараһына эш һорап инә.
Төрлө тракторҙарҙың “телен” яҡшы аңлаған яугир “Башҡортостан” колхозының алдынғы механизаторы булып таныла. 1959 йылда хужалыҡта гектарынан 23-24 центнер иген йыйып алыуға өлгәшәләр. Ул саҡта бындай күрһәткес иң яҡшыларҙан һанала. Ал-ял белмәй эшләп йөрөгәндә Шифаны һуғышта алған яралары яфалай башлай. Трактор рычагтарын тартыу ҡыйынлаша. Шуның өсөн уны бригадир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр.
1966 йылдың йәмле йәйе — Шифа Ғарифулла улы өсөн иң шатлыҡлы ғүмер миҙгеле. Уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Юғары исем Шифа ағайға тағы ла ҙур бурыс өҫтәй. Абруйҙы һәм ышанысты аҡларға, остаз булараҡ та һынатмаҫҡа кәрәк.
Бригадир итеп ҡуйғас, колхоздағы барлыҡ эш участкалары өсөн дә яуаплылыҡ арта. Миәкә, Йәрмәкәй, Әлшәй, Бишбүләк, Бәләбәй, Бүздәк райондары халҡы, уға ҙур хөрмәт һәм ышаныс күрһәтеп, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлай. Өр-яңы, тынғыһыҙ хеҙмәт юлы башлана. Юғары Совет сессияларында ил күләмендә күтәрелгән мөһим мәсьәләләр хәл ителгәндә ауыл хужалығы буйынса даими комиссияға мөһим тәҡдимдәр индерә. Илебеҙҙең танылған механизаторҙары, ауыл хужалығы белгестәре менән аралаша, тармаҡ эшмәкәрлеген яҡшыртыу тураһында фекер алыша. Депутат наказдарын үтәү маҡсатында Шифа Рәжәпов Миәкә районына асфальт-бетон заводы ҡорамалдары, төрлө транспорт саралары ҡайтартыу, Йәрмәкәй, Бишбүләк райондарында, Приют ҡасабаһында социаль-көнкүреш объекттары төҙөтөү буйынса ҙур эштәр башҡара.
Ауыл, район Советы депутаты, колхоздың халыҡ контроле комитеты етәксеһе булараҡ та халыҡ тураһында оло хәстәрлек күрә. Заманында уға “Башҡортостан” колхозының маҡтаулы колхозсыһы” тигән дәрәжәле исем бирелә, колхозсыларҙың III Бөтә Союз съезында ҡатнаша.
Уның сабыр холоҡло, уңған тормош иптәше Гәүһәр апай менән осрашырға насип булды үҙ ваҡытында. Заманында урағын да урған, Свердловск өлкәһендәге һаҙлыҡтарҙа торф сығарған, урман киҫкән апайҙарҙың береһе ул. Ғаиләлә ете бала тәрбиәләнгән — Рәйсә, Миңзифа, Миңнур, Рәмил, Рәмзил, Лилиә, Зимфира — һәммәһе тормошта үҙ юлын тапҡан.
Рәжәповтар Йәнәби ауылында кирбестән һалынған өс бүлмәле йортта ғүмер кисерҙе. Хеҙмәт ветерандарын ҙурлап, ошонда алтын туйҙарын үткәрҙеләр, 80 йәшлек юбилейҙарын да билдәләнеләр. Һоҡланғыс, күркәм ғаилә йәштәр өсөн матур үрнәк булды. Тик, ни хәл итәһең, бер килеп, ғүмер ебе лә өҙөлә. Гәүһәр апайҙан һуң бынан бер йыл элек Шифа ағай ҙа гүр эйәһе булды. Әммә ерҙә улар ҡабыҙған йондоҙҙар бер ҡасан да һүнмәй, барыр юлыбыҙҙы маяҡ кеүек яҡтыртып тора.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Миәкә районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514