Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Торатау фажиғәгә тарырмы?
Юҡ, ул фажиғә булмаҫ, тип үҙемде тынысландырырға теләһәм дә, сәбәп сыҡҡас, демократияның төп принциптарына нигеҙләнеп, Торатау мәсьәләһенә ҡарашымды матбуғатта тағы белдермәксемен.

Ер йөҙөндә тиңе булмаған, Бөтә донъя тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау ойошмаһының исемлегенә индерелгән изге тауыбыҙҙың яҙмышына һаман ҡул һуҙырға маташҡан әҙәмдәр, халыҡты һемәйтергә тырышып, митингтар ойоштора. Алдашыуға барып, вәғәҙәләргә ышандырып, киләсәк быуын хаҡын уйламайынса, улар халыҡтан имза йыя.
Тәбиғәт байлыҡтары йылдан-йыл кәмей барған Башҡортостаныбыҙҙа әүәлдән ата-бабаларыбыҙ ҙа аҙым һайын алданған, тормоштоң әсе-сөсөһөн буйтым татыған. Бөгөн иһә беҙ, уларҙың вариҫтары, ике тиҫтә йыл капитализм төҙөгәндән һуң АҠШ-та барған көрсөктөң ғәләмәттәрен татыйбыҙ һәм артабан да татыясаҡбыҙ әле.
Торатауҙы һәм Йөрәктауҙы бай сәнәғәтселәргә биреп, “ожмах иле”нә — әйтәйек, Кипр утрауына — күсеп китергә уйламайбыҙҙыр бит. Капиталистарға ярап булмай: һауабыҙҙы, ер-һыуыбыҙҙы бысратҡан, балаларыбыҙҙың сәләмәтлегенә зыян килтергән өсөн республикабыҙға, ҡалабыҙға аҙмы-күпме ярҙам иткәс, ни ҡыланһаҡ та хаҡлыбыҙ, тип уйлайҙар, күрәһең. “Ҡуштауҙа сеймал сифатһыҙыраҡ” тигән булып фәстерәләр. Предприятие етәкселәре оятһыҙлыҡтың сигенә сыҡҡан, уйҙарында бары тик — продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, күберәк табыш, матди байлыҡ туплау. Хужалар янында тәрилкә ялап йөрөүсе әпкәләйҙәр ҙә, битарафтар ҙа бар, әлбиттә. Шуға ла капиталистар мәкерле уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу юлында: башҡа кешеләр хаҡында “томаналар, оҙаҡ уйлаусылар бер нимә төшөнөп өлгөрмәҫ” тип уйлай, хәйлә ҡора, тел менән тирмән тартыусыларҙы яллай. Эйе, еңел уйлаусылар алдаҡтарға тиҙ ышана һәм “минең өсөн барыбер” принцибы менән көн итә, сәйәси һуҡырлыҡҡа юл ҡуя.
Әлбиттә, “Сода” йәмғиәтенең хеҙмәт эйәләре йәл. Улар үҙҙәренең күнегелгән тормош шарттарын һаҡлап ҡалһын өсөн “Ҡуштау — сеймал өсөн шәп тау” тигән фекерҙе етәкселәренең башына тыңҡыслап һалырға тейеш. Бер “КамАЗ” сеймал ҡулланып ҡарамайынса, бер үк төрлө таш хаҡында “быныһы — яраҡһыҙ, ә быныһы бара” тип фекер йөрөтөү, минеңсә, мәғәнәһеҙлек. Эшһеҙ ҡалмайым, аҙмы-күпме аҡса тупларлыҡ урындан ҡыҫҡартылмайым, балаларымды уҡытайым (һәйбәт кеше тәрбиәләү төп маҡсат түгел), сит ил машинаһы алайым, торлаҡ хәстәрләйем тип йәшәй бөгөн завод эшселәре. Әммә Аллаһы Тәғәлә һағында булған Йөрәктауыбыҙға ла, Торатауыбыҙға ла бер кем дә ҡул һонмаҫ тип өмөтләнәм. Изге тауҙарыбыҙ киләсәк быуын өсөн кәрәк. Улар — Башҡортостаныбыҙҙың ҡото-ҡалҡаны!
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840