Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һикәлтә-тупһа йыуыуға 12 тонна һыу киткән!
Октябрҙә күптәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса яңы квитанциялар алды. Түләүҙәге үҙгәрештәр аптыратмай ҡалмағандыр.
Квитанцияла “Дөйөм йорт ихтыяждары” (ОДН) тип аталған графа барлыҡҡа килде. Хәҙер һәр кем фатирында һәм дөйөм йортта күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн айырым түләй.

Дөйөм йорт ихтыяждарына нимәләр инә һуң?

Электр энергияһы – подъезды, баҫҡыс майҙансыҡтарын, лифт һәм шахталарҙы яҡтыртыу өсөн түләү;
Һыу менән тәьмин итеү – дөйөм ҡулланыуҙа булған майҙандарҙы йыуыуға, йорт алдындағы ер участкаларын ҡарауға сарыф ителгән һыу өсөн түләү.

Сығымдар нисек иҫәпләнә?

Дөйөм йорт сығымдарын иҫәпләүсе приборҙың күрһәткестәренән фатир приборҙарыныҡы алып ташлана. Килеп сыҡҡан айырма фатирҙар һанына уларҙың дөйөм майҙансығына пропорциональ рәүештә бүленә. Әгәр фатирҙа иҫәпләү приборҙары юҡ икән, хаҡ нормативтар буйынса өҫтәлә.

Был графа күптәрҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырҙы. Бәхәстең сәбәбен аңларға була. Мәҫәлән, һүрәттә күрһәтелгән квитанцияла (гәзит редакцияһы хеҙмәткәренеке) дөйөм йорт ихтыяжы өсөн сарыф ителгән һыуыҡ һыуға түләү 1.39 һум тәшкил иткән. Ә уның кубометрының хаҡы – 12.15 һум. Тимәк, фатир хужаһы ай һайын 0,12 кубометр һыуыҡ һыу өсөн түләй (1.39/12.15 = 0.12). Ә бер кубометр – мең литр. Йәғни был фатирҙың хужаһына 120 литр һыу тура килгән. Ә эҫе һыу, иҫәпләүҙәргә ярашлы (34.11/51.92 = 0.66) 660 литр сарыф ителгән. Хужа әйтеүе буйынса, уларҙың подъезында — 16 фатир. Күрһәтелгән сумма буйынса иҫәпләгәндә (120 + 660) * 16 = 12480), подъезд иҙәнен йыуыу өсөн генә айына йәмғеһе 12 мең ярым литр (12 тонна ярым) һыу тотонола! Йорттоң байтаҡ фатирында хеҙмәттәшебеҙ кеүек яңғыҙ йәшәмәүҙәрен, ғаиләләре менән көн итеүҙәрен иҫәпкә алғанда, был һан байтаҡҡа ҙурыраҡтыр ҙа әле!

Ҡайһы осраҡта түләмәҫкә була?

Әгәр фатирығыҙҙа биш көндән ашыу йәшәмәһәгеҙ, квитанция хаҡын ҡабаттан иҫәпләтергә хоҡуғығыҙ бар. Бының өсөн һеҙҙән өйҙә булмауығыҙҙы раҫлаусы документтар ғына талап ителә. Илдән сығыу тураһында визаһы булған сит ил паспорты күсермәһе һәм билеттар, командировка тураһындағы таныҡлыҡ йә ошо турала эш урынынан бирелгән бойороҡтоң күсермәһе, ҡунаҡханала йәшәгән өсөн түләүҙәр, санаторийҙан белешмә һәм башҡа дәлил документтар була ала.

Субсидияға кемдәрҙең хоҡуғы бар?

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдары ғаиләнең дөйөм килеменең 20 процентынан артып киткәндәр матди ярҙамға өмөтләнә ала. Бының өсөн даими йәшәгән урынығыҙ буйынса субсидиялар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Шул да мәғлүм булһын: Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте халыҡтың ризаһыҙлығы арҡаһында дөйөм йорт ихтыяждарына нормативтарҙы ваҡытлыса туҡтатып тороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Бындай башланғыс менән төбәктең губернаторы Олег Богомолов сығыш яһаған. Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү өлкәлә 1 октябрҙән 2013 йылдың 1 июленә ҡәҙәр туҡтатылып торасаҡ. Шул ваҡытҡа ҡәҙәр бөтәһе лә фатирҙарына ла, йорттарына ла иҫәпләү приборҙары ҡуйырға тейеш икән.
З. РӘШИТОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518