Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һин кемдеке, “бәләкәй Швейцария”?
“Беҙҙең “бәләкәй Швейцария”ны — Шихан, Үрнәк, Карасевка ауылдарын — Ишембай районынан айырып, Стәрлетамаҡ ҡала округына күсереүҙәрен һорайбыҙ, сөнки беҙ райондан бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәйбеҙ. Ишембайҙан маршрут автобусы йөрөмәй, медицина ярҙамы күрһәтелмәй, ауылдарҙа клуб, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәктәптәр юҡ. Йыш ҡына һыуҙы туҡтаталар. “Ашығыс ярҙам” машинаһы Ишембайҙан оҙаҡ килә. Ә беҙҙең биләмәләрҙәге “Үрнәк” һәм “Ҡәнәфер” баҡсасылыҡ йәмғиәттәре Стәрлетамаҡҡа ҡарай. Ауылдарҙа эскелек хөкөм һөрә, төшөнкөлөк баҫҡан. Халыҡтың 80 проценты — пенсионерҙар. Ишембай дауаханаһына барыу өсөн Ишәйгә 10-15 километр атларға, ундағы фельдшер-акушерлыҡ пунктынан юллама алырға, шунан Стәрлетамаҡ аша автобус менән Ишембайға барырға тура килә. Стәрлетамаҡ ҡалаһына йә районына ҡушылһаҡ, беҙгә күпкә еңелерәк булыр ине, сөнки беҙҙең ауылдар аша унда Мебельный ҡасабаһынан, Үрнәктән автобустар йөрөп тора”.

Башҡортостан Республикаһы Президентына, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай исеменә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенә һәм Ишембай районы муниципаль районының башҡарма органына 2010 йылдың ғинуар айында яҙылған мөрәжәғәттә һүҙ шул турала бара. Юғарыла әйтелгән ауылдарҙа йәшәүселәр исеменән хатты Үрнәктән Әлфирә Бородина яҙған. Әлфирә ханымдың мөрәжәғәтен яҡлап, 238 кеше ҡул ҡуйған. 68 кеше Шихан, Үрнәк һәм Карасевка ауылдарынан. Ҡалған 170 кеше — стәрлетамаҡтар.
Ауыл кешеләре ҡул ҡуйған икән — аңлашыла. Улар ыҙа сигә. Ә стәрлетамаҡтарҙың ни ҡыҫылышы бар? Был һорауға Ишәй ауыл Советы хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова ла, һөйләшкән башҡа кешеләр ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Шуға ла уны үҙебеҙ эҙләп ҡарайыҡ.
Ауылдарҙағы етешһеҙлектәр “дачниктар”ға, әлбиттә, туранан-тура ҡағылмай. Ҡалала йәшәйҙәр, фатирҙары, пропискалары бар. Бөтә төр социаль хеҙмәттән дә файҙаланалар. Ә ниңә хатҡа ҡул ҡуйғандар һуң? 2008 йылдың 7 октябрендә лә стәрлеләр ошондай уҡ мәрәжәғәт күтәреп сыҡҡан булған. Уға ҡул ҡуйған һәр кем ауыл Советы биләмәһендә шәхси ер участкаһы алып ҡалған. Береһенән-береһе матур, затлы коттедждар төҙөгәндәр. Бер ҡарауҙан аңлашыла: ябай кешеләр түгел, ә ҙур урында эшләгән түрәләр. Ә ябайҙар баҡсасылыҡ йәмғиәттәрендәге аласыҡтарында тир түгә. Юғарыла аталған Үрнәк, Карасевка һәм Шихан ауылдарындағы ерҙе ҡала кешеләре 2006 йылға тиклем, Ишәй ауыл Советы хакимиәте башлығы Ришат Сәйфетдинов булған осорҙа алып ҡалған. Тик 2006 йылдан һуң, урындағы ер менән идара итеү хоҡуғы райондың милеккә идара итеү комитетына бирелгәс, уңға-һулға ер таратыу туҡтап ҡалған.
Тағы ла төп һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ. Ниңә “дачниктар” (коттедж хужаларын бында шулай атайҙар) Стәрлетамаҡҡа ҡушылыу яғында? Бының сәбәбен тик Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәтенең эстәлегенә иғтибар иткәс кенә аңларға була. Баҡтиһәң, “тау саңғыһы спортын үҫтереү өсөн” Ишембай районының Ишәй ауыл Советына ҡараған ер биләмәләре кәрәк икән уларға. Бына шул маҡсатта үрҙә әйтелгән өс ауыл халҡы “дачниктар” менән ҡулға-ҡул тотоношоп, мөрәжәғәткә ҡул ҡуйған да инде, тигән фекер тыуа. Тик өс ауыл (Үрнәк, Карасевка һәм Шихан) ауыл Советы ҡарамағынан сығып, Стәрлетамаҡҡа күсә аламы? Юҡ, әлбиттә. Бының өсөн тотош ауыл Советына ҡараған башҡа ауылдар халҡының да ризалығы кәрәк. Белеүемсә, ҡалған биш ауыл халҡы ундай әүҙемлек күрһәтмәй.
Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдары элек айырым ауыл Советы булараҡ йәшәп килгән. 2009 йылда Әхмәр ауыл Советын Ишәй ауыл Советына ҡушалар. Шулай итеп һигеҙ ауыл — Ишәй, Әхмәр, Ҡанаҡай, Восток, Яңауыл, Карасевка, Октябрь һәм Үрнәк Ишәй ауыл Советы биләмәһенә инә. Һигеҙ ауылда 3600 самаһы кеше йәшәһә, “дачниктар” һаны 1500-гә етә.
Ҡанаҡай һәм Әхмәр ауылдарында (750 йорт-ихата, 2000 самаһы кеше) халыҡ сағыштырмаса яҡшы йәшәй. Унда маршрут автобусы йөрөп тора. Урта мәктәп, балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорттары бар. Теләгән кешегә эш тә табырға була. “Ергән” машина-трактор станцияһының “Ишембай” филиалы районда ҙур хужалыҡтар иҫәбендә. Механизаторҙар һәр саҡ кәрәк.
Ә бына Ишәй тирәһендәге алты ауылда хәл башҡасараҡ. Алда әйтелгән социаль-көнкүреш объекттарынан унда йәшәүселәр мәхрүм. Күпселекте пенсионерҙар тәшкил итә. Йәштәр башлыса Стәрлетамаҡҡа барып эшләй. Үрнәктән 12 бала Мебельный ҡасабаһына һәм Шахтауға йөрөп уҡый. Карасевкаларҙыҡы ла — шунда уҡ.
Яңауыл, Восток халҡы ла рәхәтлек күрмәй. Магазиндары юҡ, клуб, медпункт, мәктәп төштәренә лә кермәй. Халыҡ хәҙер йүнләп мал да тотмай. Бесәнлектәр ҡалмаған тиерлек, көтөү йөрөмәй.
Яңауылда йәшәгән Ишәй ауыл Советы депутаты Рәшит Фәтихов ҡалала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡатыны ла шулай уҡ.
— Әлбиттә, ҡалаға йә Стәрлетамаҡ районына ҡушылыу халыҡ өсөн ҡулайлыраҡ булыр ине, — ти улар ҙа.
Ошо уҡ фекерҙе Үрнәктә йәшәүсе ауыл Советы депутаты Наил Ғәзизуллин да әйткәйне. Аңлашыла. Һәр кем, әлбиттә, тәү сиратта үҙ мәнфәғәтенән сығып фекер йөрөтә. Наил Нурислам улы ла ғүмер буйы ҡалала эшләгән. Фатиры бар, унда теркәлгән. Бер уйлаһаң, улар халыҡ өсөн янған-көйгән кеүек күренһә лә, айырылыу мәсьәләһе күпкә тәрәнерәк һәм ҡатмарлыраҡ. Бында айырым шәхестәр мәнфәғәте түгел, ә тотош халыҡ һәм район мәнфәғәте юғарыраҡ торорға тейеш.
Үрҙә әйтелгән өс ауыл 125 гектар самаһы ер биләй, 351 шәхси йорт бар. Дөйөм шәхси ҡарамаҡҡа 56 гектар самаһы һөрөнтө ер бүленгән. “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Сеймал компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Район-ара коммуналь һыу каналы” Стәрлетамаҡ муниципаль унитар предприятиеһы, шулай уҡ 25 кеше байтаҡ ҡына ерҙе ҡуртымға алған. Әгәр шул арендаға бирелгән ерҙәр генә лә Стәрлетамаҡ ҡарамағына күсһә, Ишембай районы муниципаль районы үҙенең йыллыҡ килеменең 25 процент самаһын юғалтасаҡ. Ә был — тиҫтәләрсә миллион һум тигән һүҙ. Район биләмәһендә социаль мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында тәғәйенләнгән байтаҡ килем юғаласаҡ. Әлеге көндә шәхси йорт төҙөлөшө өсөн ер бүлеүгә был биләмәләрҙә әҙерлек эштәре бара.
Үрнәктә — 107, Карасевкала 101 ер участкаһы биреү ҡаралған. Был ауылдарҙа социаль-мәҙәни, юл яны сервисы, спорт-һауыҡтырыу, транспорт һәм инженер инфраструктураһы объекттары төҙөү ҙә күҙ уңында тотола.
Әлбиттә, Стәрлетамаҡтың Ишәй ауыл Советында ҡуртымға алған ер биләмәләре өсөн Ишембай районы ҡаҙнаһына йыл да миллионлаған һум аҡса күсерәһе килмәй. Шуның өсөн ҡала хакимдары “дачниктар” ярҙамында мөрәжәғәттәргә ҡул ҡуйыусылар һанын арттырырға тырыша ла. Уларға Ишембай районы, Ишәй ауыл Советы бар ни ҙә, юҡ ни!
Бик күп сығым, тырышлыҡ талап ителһә лә, ярым ташландыҡ ауылдарҙың киләсәген үҙебеҙгә ҡайғыртырға кәрәк. Шихандарҙы юғалтыу Ишембайҙың йөҙөн юғалтыуға бәрәбәр.
Камил АҘНАЕВ.
Ишембай районы
.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518