Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡала менән ҡала араһы – ер менән күк
Күптән түгел Салауат, Ишембай ҡалаларына барып, сәйәхәттә йөрөп, баш ҡалабыҙ Өфө менән сағыштырғанда таҙараҡ, тәрбиәлерәк икәненә ҡыуанып ҡайттым. Бәлки, Өфөләге кеүек төп урамдар ғына йыйыштырылалыр тип бәләкәй генә тыҡрыҡтарына ла инеп сыҡтым. Юҡ, бөтөн ерҙә бөхтәлек, өйҙәр араһындағы юлдарға асфальт һалынған, һәр подъездың алдында сәскәләр үҫә. Сүп контейнерҙары ағартылған, йорт ихаталары таҙа итеп һеперелгән.

Бынан ун йыл самаһы элек Салауат ҡалаһының бөлөүен, урамдағы юлдарҙың емерелеп бөтөүен күреп бошонғайным, ә бөгөн күңел күтәрелде. Яңы етәксегә рәхмәт әйтке килә, сөнки бөтәһе лә унан тора. Бер нисә йыл ҡала халҡының берҙән-бер ял урыны — парк ташландыҡ хәлдә булһа, ул бөгөн яңынан тергеҙелгән. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр ерҙә тәм-том һатыла, һыра менән шараптың әҫәре лә юҡ. Халыҡ рәхәтләнеп ял итә.
Ишембайҙа ла ошондай уҡ күренеш. Ғөмүмән, ҡала урамдарын, күп ҡатлы йорттарҙы тәрбиәләп тотоуҙары күҙгә ташлана. Был ҡалаларҙа халыҡ бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек булған тәртиптән ситләшмәгән, һаман шул дәүерҙә йәшәй һымаҡ, үҙен әҙәплерәк, яуаплыраҡ тота.
Ҙур ҡалала, әлбиттә, тәртип талап итеү һәм уны күҙәтеү еңелдән түгелдер, халыҡ та төрлө ерҙән йыйылғанғамы, тирә-яғын үҙенекеләй тойоуҙан алыҫ. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Өфө нисек бысраҡ ине, һаман шул кимәлдә тип әйтеүе ҡыйын. Байтаҡ урындар төҙөкләндерелде, парктар яңыртыла. Әммә...
Был хәл 1997 йылда булды. Яҙҙың матур бер көнөндә Салауат Юлаев һәйкәленә юлландым. Күргәс, аптырап киттем. Һәйкәл эргәһе емерек, тирә-яҡты ҡый баҫҡан, ул йылдарҙа төҙөлгән милиция “стакан”ында тәртип һаҡлаусылар эсеп ултыра, етмәһә, шул ерҙә эт йөрөтөү майҙансығы ла асылған. Ҡыҫҡаһы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле бына-бына юҡҡа сығыу хәлендә ине. Ярһыуымдың сиге булманы, милләтем йөҙөнән көлөүҙең һуңғы нөктәһе ине был. “Йәшлек” гәзитенә “Беҙ кемгә әйләндек?” тигән мәҡәлә яҙҙым. Күләме бәләкәй булһа ла, ҙур шаңдау тыуҙырҙы ул. Бик күптәр, үҙҙәренең яуап мәҡәләләре менән үткер сығыш яһап, ниһайәт, түрәләргә барып етте, бер нисә йылдан һәйкәл тирәһе тәртипкә килтерелде, хәҙер ул йәштәрҙең генә түгел, бала-сағабыҙҙың, ололарҙың ял итеү, осрашыу, байрам үткәреү урынына әйләнде, гөл-сәскәгә күмелде.
Һәр етәксе, хеҙмәткәр үҙ эшенә яуаплы ҡарап, үҙенә тапшырылған бурысты еренә еткереп башҡарһа, ябай ғына мәсьәләләр шау-шыуһыҙ, тыныс ҡына хәл ителер ине. Әммә етәкселәрҙең ҡулы етмәүенән файҙаланып, ҡайһы берәүҙәр үҙ вазифаһына яуапһыҙ ҡарауҙан тәртипһеҙлек тә, бысраҡлыҡ та килеп сыға. Шуға ла Өфө урамдарының үҙәктән алыҫ, йә булмаһа кеше һирәк йөрөгән урындарында бысраҡлыҡ, тәртипһеҙлек ярылып ята. Хореография училищеһының тәҙрә төбөндә, сәхнә оҫталары әҙерләй торған уҡыу йорто алдында, “шайтан ботон һындырырлыҡ” ташландыҡ урын барлығын күреп күңел ҡырылды. Уҡыу йортонда сәнғәт нескәлектәренә төшөндөрәләр, ә тышта шундай күренеш... Ни өсөн?
Ләлә БЕЙЕШЕВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510