Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өлөшө – тос

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән хеҙмәтен Почет грамотаһы менән билдәләне.
Йәмғиәт – республикала минераль ашлама етештереүсе төп предприятиеларҙың береһе. Сәсеү осоронда льготалы хаҡтар тәҡдим итеп, ул агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Эш бар ҙа ул...

Быйылғы ун айҙа Башҡортостанда 70 меңдән ашыу кеше Республика мәшғүллек үҙәге ярҙамы менән эшкә урынлашҡан.
Бушлай профессиональ белем алыусылар – һигеҙ меңдән ашыу, рәсми эшһеҙҙәр иһә 48 мең иҫәпләнә.
Әлеге ваҡытта Республика мәшғүллек үҙәгендә уларға 36 меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителә, күбеһе – эшсе һөнәрҙәр.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар

Башҡортостандан тағы 354 егет армия сафында хеҙмәт итергә китте.
Уларҙың 185-е Ватан алдындағы бурысын Мәскәү, Һарытау, Туҡ, Архангельск, Түбәнге Новгород ҡалаларында, ҡоро ер, эске һәм махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙәрҙә үтәйәсәк. 160 һалдат иһә Голицыно, Вязьма тарафтарына юлланған. Ғөмүмән, көҙгө саҡырылышта бөтәһе 6 мең яҡташыбыҙ һалдат сафына баҫасаҡ. Бер кем дә Чечня һәм Дағстан республикаларына ебәрелмәйәсәк: унда контракт буйынса хеҙмәт итәләр.

Йылы урын тапҡан

Башҡортостанда 12 йыл элек эҙләү иғлан ителгән террорсы Саламбек Бачаев тотолған. 32 йәшлек енәйәтсене Ишембай ҡалаһында ҡулға алғандар.
Төньяҡ Кавказ бандаларының Сайд-Әмин Дадаев төркөмө ағзаһы Бачаев 2001 йылда Чечняла федераль көстәрҙең өс хеҙмәткәрен үлтереүҙә ғәйепләнә, башҡа енәйәттәрҙә ҡатнашҡаны ла билдәле. Ул ялған документтар менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда төпләнгән. Енәйәтсене хөкөм итеү өсөн Чечен Республикаһына оҙатҡандар. Бачаевҡа 15-20 йыл ғүмерен төрмәлә үткәрергә тура киләсәк.

Ут уйынсыҡ түгел

Илеш районы ауылдарының береһендә сыҡҡан янғын 6 йәшлек баланың һәм уның 73 йәшлек өләсәһенең ғүмерен өҙгән.
Сабыйҙың ата-әсәһе был ваҡытта өйҙә булмаған. Күршеләр ярҙамға ташланһа ла, ҡуйы төтөн ялмап алған йорт эсенә бер кем дә инергә йөрьәт итмәгән. Ғаиләнең таныштары әйтеүенсә, малай ут менән уйнарға яратҡан: фажиғә уның шуҡлығына бәйлелер, тигән фараз бар.
Өфө районының Ясный ауылында иһә бәғзеләр кәйеф-сафа ҡорған, кемелер иҫерек килеш һүндерелмәгән тәмәкене ташлап, йоҡларға ятҡан. Һөҙөмтәлә янғын сыҡҡан, өс айлыҡ бала ауыр тән йәрәхәттәренән дауаханала үлгән.
Йыл башынан республикала янғында 15 бала һәләк булған.

Данлыҡлы бас – Өфөлә

Данлыҡлы опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов 27 декабрҙә Өфөлә хәйриә концерты ҡуясаҡ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк Раштыуа концертын “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ойоштора. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса балаларға ярҙам итеү өсөн тотоноласаҡ.
Метрополитен-опера һәм Мариинка театры солисы Илдар Абдразаҡов Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 2011 йылда халыҡ-ара “Гремми” премияһына лайыҡ булған, “Oskar della lirika” халыҡ-ара конкурсы һөҙөмтәләре буйынса донъяның иң шәп бас тауышлы йырсыһы тип билдәләнгән.

Илдә тыныс түгел

Һайлауҙа еңеү яулаған АҠШ президенты Барак Обама яңы команда туплау менән мәшғүл булғансы, илдең 20 штатында йәшәүсе 100 меңдән ашыу кеше һайлау һөҙөмтәләре менән ризаһыҙлығын белдергән һәм үҙ штаттарының ил составынан сығыуы тураһындағы петицияға ҡул ҡуйған.
Яҙмаларҙы Аҡ йорттоң сайтында, “Беҙ, халыҡ...” бүлегендә (унда һәр теләгән кеше теләк-фекерен яҙып ҡалдыра ала) уҡырға мөмкин. Мәҫәлән, унда: “Беҙ Теннеси штатына АҠШ составынан тыныс ҡына сығыу һәм үҙ Хөкүмәтебеҙҙе булдырыу хоҡуғын биреүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тигән яҙма бар, уның аҫтына 8 мең кеше ҡул ҡуйған. Ҡултамғалар буйынса әлегә Техас штаты өҫтөнлөк итә – 25 мең тауыш. Уларҙың күбеһе һайлауҙа Митт Ромни өсөн тауыш биргән һәм Обаманың сәйәсәте менән риза түгел.
Һуңғы тапҡыр штаттар АҠШ составынан 1860 – 1861 йылдарҙа, Авраам Линкольн президент булғанда сыҡҡан. Был хәлдән һуң илдә граждандар һуғышы башланған.

Һаҡсыллыҡ мөһим

Европала булғандың ҡәҙерен беләләр: мәҫәлән, Италия властары Верона ҡалаһындағы Джульетта йорто стеналарында мөхәббәт яҙмалары ҡалдырыуҙы ҡәтғи тыйған.
Бынан һуң туристар теләктәрен махсус таҡталарға ғына теркәй аласаҡ. Законды боҙған өсөн 25-тән алып 500 евроға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, бынан бер нисә ай алда Рим властары ҡаланың тарихи мөйөштәрендә тамаҡ ялғауҙы тыйғайны.

Изге ерҙә тыныслыҡ юҡ

Сүриәләге һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барһа, Израиль армияһы Газа секторында фәләстиндәргә ҡаршы хәрби операцияны киңәйтергә әҙерләнә: улар 16 меңлек резерв туплау хаҡында иғлан иткән, армияға саҡырыу башланған.
Сәбәбе: һуңғы ваҡытта Фәләстиндән Израилгә ҡаршы һөжүмдәр артҡан. Секторҙа һуңғы тапҡыр бындай операция дүрт йыл элек тормошҡа ашырылған, ул ваҡытта бер нисә мең кеше һәләк булған.
Г. БАЛТАБАЕВА, Р. ҠОТЛОҒӘЛӘМОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509