Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп ғәйеп сепрәктәме икән?
Төп ғәйеп сепрәктәме икән?Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә мосолман кейеме буйынса ҡупҡан янъял хаҡында хәбәр иткәйнек. Ставрополдәге бер мәктәп директоры Ислам динен тотҡан ҡыҙҙарҙың дәрескә яулыҡ ябынып килеүенә ҡаршы сыҡҡан, һөҙөмтәлә ата-әсә һәм төбәктең мөфтөйө прокуратураға мөрәжәғәт иткән, тиелгәйне мәҡәләлә. Ошондай аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуймау өсөн уҡыусыларҙың берҙәм формаһы булырға тейеш, тип тәҡдим итте ил Президенты Владимир Путин.

Уның фекеренсә, кешеләрҙең дини тойғоһон ихтирам итеү мөһим, әммә Рәсәй мәктәптәрендә уҡыусыларҙың бер төрлө кейенеп йөрөүе зарур. Шул уҡ ваҡытта мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында халыҡтың социаль хәле төрлөсә. Берәүҙәр һуңғы модаға өҫтөнлөк бирһә, икенсе ата-әсә балаһына бындай мөмкинлекте тыуҙыра алмай. Ил етәксеһенең әйтеүенсә, беҙҙең уҡыу йорттарында бер уҡыусы ла үҙен икенсе сортлы итеп тойорға тейеш түгел.
Ставрополдәге хәлгә әйләнеп ҡайтҡанда, ата-әсә менән мәктәп коллективы ниндәйҙер кимәлдә уртаҡ фекергә килгән. Мосолман ҡыҙҙары хәҙер дәрескә өскөл яулыҡ ябынып йөрөй башлаған. Крайҙың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле әйтеүенсә, былай бер яҡтың да хоҡуғы ҡыҫырыҡланмай, әммә ҡырҡыу мәсьәләнең тағы ла баш ҡалҡытасағы бәхәсһеҙ. Шуға күрә күптәр берҙәм мәктәп формаһын булдырыу яҡлы.
Рәсәйҙең “Мәғариф тураһында”ғы Законында “мәктәп уҡыусыларҙың хоҡуғын һәм бурыстарын үҙ уставы нигеҙендә билдәләй” тиелгән. Төп шарт: был ҡарарҙың башҡа ҡанундарға ҡаршы килмәүе. Форма уҡыу йорто, попечителлек советы, ата-әсә комитеты, класс һәм дөйөм мәктәп йыйылыштарында әйтелгән тәҡдимдәргә таянып билдәләнә.
Фекерҙәр ифрат күп һәм төрлө, шулай ҙа рәсәйҙәрҙең яртыһынан күбеһе уҡыусыларҙы бер формала кейендереү яҡлы. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһына ҡыҙҙарҙың әле лә элекке формала, аҡ алъяпҡыста килеүе быны иҫбат иткәндәй.
Ыңғай ҡарашлыларҙың фекеренсә, берҙәм форма тәү сиратта социаль тигеҙһеҙлекте күрһәтмәү өсөн ҡулай. Ул баланы мәктәпкә нығыраҡ яҡынайта, туған йортҡа ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Тағы ла яҡшы яғы шунда: уҡыусы бәләкәйҙән тәртипкә өйрәнеп, костюмдың йәмғиәттә үҙеңде тотоу сараһы ла икәнлеген аңлап үҫә.
— Совет власы осорондағы мәктәп формаһы, ниндәйҙер кимәлдә уңайһыҙ һәм йәмһеҙерәк булһа ла, йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө ине, — ти урта быуын вәкилдәре. — Пионер исеменә тап төшөрмәҫ өсөн уны ҡәҙерләп кенә кейә торғайныҡ. Аҡ яғаларыбыҙ, галстугыбыҙ ҙа һәр саҡ үтекләнгән булды.
Табиптарҙың был йәһәттән үҙ фекере бар. Мәҫәлән, Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы педиатры Ҡәфиә Фәтҡуллина әйтеүенсә, уҡыусыларҙың кейемен билдәләгәндә һаулыҡ мәнфәғәте лә иҫәпкә алынырға тейеш.
— 1992 йылда Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм форманың мотлаҡ түгеллеге әйтелгәс, уҡыусы ҡыҙҙарҙың күбеһе, айырыуса үҫмерҙәр, бил тирәһе асыҡ, ныҡ һығып торған кейемдә йөрөй башланы, — ти ул. — Ҡыҫҡа итәктәр ҙә ғәҙәтигә әйләнде. Бил-һигеҙгүҙ өлкәһе һәм эстең түбәнге өлөшөндә бөйөрҙөң, арҡа мейеһенең, енес ағзаларының эшмәкәрлеген тәьмин иткән нервылар һәм ҡан тамырҙары тупланған. Был тирәне өшөтөү ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуына, нервы күҙәнәктәренең ҡуҙғыуына килтерә. Икеһе бергә ҡушыла икән, тотош организмға ҙур көсөргәнеш була. Тығыҙ кейем, айырыуса джинсы салбар, ҡан әйләнешенә зыян килтерә.
Дөйөм алғанда, берҙәм форма бигүк иғтибарҙы тартып тормаҫҡа, классик бесемле булырға, һаулыҡҡа зыян килтермәҫкә тейеш. Әммә бөгөнгө уҡыусыны был ғына мөрхәтһендерерме? Белеүебеҙсә, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек иткән әлеге предприятиеларҙың күбеһе арзанлыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Ә осһоҙ туҡыманан тегелгән формаларҙың күрке лә юҡ. Үҫеш осорондағы балаға быны кисереү еңел түгел. Ул үҙен хоҡуғы сикләнгән, яҡшыраҡҡа дәғүә итә алмаған кеше итеп тоя. Тимәк, берҙәм форма булдырғанда ла, уны ҡупшы, зауыҡлы, заманса итеү кәрәклеген оноторға ярамай. Һөҙөмтәлә хаҡ артасаҡ — социаль йәһәттән етешһеҙ ғаиләләр айырым шарттар талап итәсәк. Һәр хәлдә, дәүләт тарафынан башланғыс булғас, ул төрлө яҡлап уйланылыр.
Әммә, алда әйтеп үткәнебеҙсә, берҙәм форма менән килешмәгән кешеләр ҙә юҡ түгел. Тәү сиратта улар баланың иркен сикләүгә ҡаршы. “Берҙәм форма үҙ-үҙеңә бикләнеүгә килтерә, шәхси үҫеште тотҡарлай”, — ти улар. Өфөләге бер гимназияның уҡытыусыһы әйтеүенсә, социаль хәлде кейем менән генә ҡаплау мөмкин түгел. Аяҡ кейеме, биҙәнеү әйберҙәре, телефон, сумка һәм башҡа нәмәләр ҙә бар бит. Шул уҡ ваҡытта тормош мәктәп менән генә сикләнмәй: уҡыусылар бер-береһенең ата-әсәһен таный, күпме аҡса йөрөткәнен белә, дәрескә нисек һәм нимәлә — автомобилдәме, әллә трамвай-троллейбустамы — килгәнен күрә. Ғөмүмән, хәлле ғаиләлә үҫкән бала үҙ өҫтөнлөгөн күрһәтеү сараһын барыбер таба.
— Форманы берҙәм иткәнсе, төп иғтибарҙы дәреслектәрҙең бер ишлегенә йүнәлтһендәр ине, — тигәйне бер әсә. — Өҫ-башты уйлап, иң мөһим мәсьәләгә күҙ йомалар. Китапханала булмағанлыҡтан, айырыуса программаларҙың йыш үҙгәреүе сәбәпле, йыл һайын төрлө авторҙың дәреслеген һатып алырға мәжбүрбеҙ. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың да һәр балаға берҙәй мөнәсәбәтен күрге килә. Юғиһә уларҙың ҡайһы берҙәре үҙе үк балаларҙы хәллегә һәм фәҡиргә бүлеүсән.
Һәр яҡтың төп фекерҙәрен тыңланыҡ. Ысынлап та, мәсьәлә уйландырырлыҡ, ике яҡлы. Уға дини ихтыяждар ҙа килеп ҡушылһа...

Рәсәйҙә мәктәп формаһының тарихы:

1834 йыл. Империяла дөйөм граждан мундирын раҫлаған закон ҡабул ителә. Системаға ярашлы, гимназия уҡыусылары, студенттар өсөн дә берҙәм кейем ҡабул ителә.
1896 йыл. Гимназияла уҡыған ҡыҙҙар өсөн форма булдырыла.
1918 йыл. Революцияға тиклемге Рәсәйҙәге гимназистар формаһы буржуазия ҡалдығы тип билдәләнә һәм бөтөрөлә.
1949 йыл. Революцияға хәтлемге образға кире ҡайтырға булалар: малайҙар — яғаһы тура торған хәрби гимнастеркала, ҡыҙҙар көрән төҫтәге күлдәк һәм ҡара алъяпҡыста йөрөй башлай. Ирекле кейемде, киреһенсә, буржуазия билдәһе тип атай башлайҙар.
1962 йыл. Малайҙарға дүрт төймәле ҡалын һоро костюм кейҙерәләр. Ҡыҙҙарҙыҡы шул килеш ҡала.
1973 йыл. Малайҙар өсөн яңы форма индерелә: ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге, эмблема һәм алюмин төймәләр менән биҙәлгән костюм. Ул джинсы куртканы хәтерләтә. Өлкән кластарҙа уҡыған малайҙар пинжәк кейә башлай.
1976 йыл. Өлкән кластарҙа уҡыған ҡыҙҙар өсөн яңы форма булдырыла: ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге итәк һәм жакет.
1988 йыл. Тәжрибә маҡсатында ҡайһы бер мәктәптәргә мәжбүри форманан баш тартырға рөхсәт итәләр.
1992 йыл. Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм форма бөтөрөлә.
1999 йылдан алып илдең айырым төбәктәре мәжбүри мәктәп формаһын индереү буйынса үҙ кимәлендә норматив акттар ҡабул итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840