Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдаҡсының теле мең ҡолас
Алдаҡсының теле мең ҡоласСтудент саҡ. Әсәйем алтын алҡа алып бирҙе. Уны беренсе тапҡыр тағып сыҡтым. Ҡыҙҙар: “Матур ҙа матур”, – тип маҡтап туя алманы. Лекциянан һуң баҙарға юлым төшкәйне. Сиғандар уратып алды. Ҡапаҡлай-ҡапаҡлай, киоск артына әйҙәнеләр. Бөтәһе лә нимәлер һөйләй. Кемдер, ҡулымдан тотоп:
– Әйҙә, киләсәгеңде түкмәй-сәсмәй әйтеп бирәм! – ти.
– Күкрәгеңдә йылан йылытаһың. Иң яҡын әхирәтең яратҡан кешеңде үҙенә ҡаратыр, – ти икенсеһе.
– Затығыҙҙы ҡарғағандар. Шул ләғнәтте алмайынса, бәхетле була алмаҫһың… Өсөнсөһөнөң һүҙҙәре йөрәккә шом һала.
Быларҙың ярыша-ярыша нимәлер һөйләүенән, бер туҡтауһыҙ ҡапшауҙарынан тамам ҡурҡтым. Бер мәл башым әйләнеп, йығыла башланым. Сиғандар, мине эргәләге эскәмйәгә ултыртып, ҡасыу яғын ҡараны. Улар менән бергә ҡолаҡтағы алтын алҡанан да, сумкамдағы иҫәпле генә аҡсамдан да елдәр иҫкәйне. Ошо хәлдән һуң был халыҡ вәкилдәрен әллә ҡайҙан урап үтәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙгә ҡарап кеҫәгә инергә тороусылар бер сиған ҡатындары ғына түгел…

Мутлашыусылар аҙым һайын осрап тора. Инде алданмам тиһәң дә, юҡ-юҡта берәй тоҙаҡҡа эләгеп ҡуяһың. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың билдәләүенсә, мутлыҡ менән аҡса эшләүселәр башлыса яҡлаусыһыҙ ҡалған ҡарт-ҡороно, инвалидтарҙы алдай. Матбуғат баҫмаларынан, радио һәм телевидениенан халыҡты гел иҫкәртеп торһалар ҙа, алдаусыларға ышанып, аҙмы-күпме мөлкәтенән мәхрүм ҡалғандар күбәйгәндән-күбәйә.
Һуңғы йылдарҙа кеҫә телефонына бәйле енәйәттәрҙең бермә-бер артыуы күҙәтелә. Телефон хужаларының иғтибарһыҙлығы йәки ҡайһы бер нескәлектәрҙе белеп бөтмәүе арҡаһында кеҫә ҡалынайтыусылар бихисап. Мәҫәлән, трубкағыҙ шылтырай икән, ти. Теге баштағы мөләйем тауышлы ҡыҙ үҙен “мобиль элемтә операторының техник ярҙам күрһәтеүсе хеҙмәткәре” тип таныштыра. “Операторға хәбәр итмәйенсә тариф планын алмаштырғанһығыҙ, шуға ла һеҙгә штраф һалынды”, – ти. Ошо һөйләшеүҙән һуң абоненттың иҫәбенән әллә күпме аҡса алына. Яҡындарының нимә менән шөғөлләнеп, ҡайҙа йөрөгәнен телефон аша күҙәтергә яратыусылар ҙа ошо ҡапҡанға йыш ҡаба. “Шунса сумма аҡса күсерһәгеҙ, абоненттың нимә тураһында һөйләшеүен СМС-хәбәр менән еткереп торорбоҙ”, тип вәғәҙәләгән рекламаны ишеткәнегеҙ барҙыр. Һөҙөмтәлә был хеҙмәттән файҙаланыусының иҫәбенән ярайһы ғына аҡса алына, ә мәғлүмәт йә ялған була, йә бөтөнләй килмәй.
Күп ойошмаларҙа эш хаҡы банк картаһына күсерелә. Әгәр телефонығыҙға “Банк картағыҙ ябылды. Уны яңынан теркәү өсөн фәлән-фәлән банктың именлек хеҙмәтенә карта номерын һәм пин-кодығыҙҙы ебәрегеҙ” тигән хәбәр килә икән, шунда уҡ тейешле һандарҙы йыя күрмәгеҙ, сөнки еңел табыш көҫәүселәр иҫәптә ятҡан аҡсағыҙҙы сәлдерәсәк. Шуға һәр мәғлүмәтте тәүҙә тикшереү зарур. Был осраҡта шунда уҡ банкка шылтыратып, ысынлап та ошондай хәбәр ебәрелгәнме-юҡмы икәнен һорашығыҙ.
“Европа плюс”, “Авторадио”, “Русское радио” радиостанцияларының билдәле брендтарын ҡулланып, һеҙҙе ҙур отош, мәҫәлән, телефон, ноутбук, автомобиль отоуығыҙ менән ҡотлайҙар икән, шатланырға ашыҡмағыҙ. Уларҙың исеменә ышыҡланған алдаҡсылар бихисап. “Бүләкте алыу өсөн беҙҙең иҫәпкә шунса һум аҡса күсерергә кәрәк”, – тигән һөйләмде ишетеү менән трубканы һалһағыҙ, һәйбәтерәк булыр.
Мутлашыусылар, социаль хеҙмәткәр, табип, электрик, сантехник роленә инеп тә халыҡты алдарға маташа. Ҡайһы берҙәре арзан тауар, дарыу, хатта матди ярҙам тәҡдим итә. Аҙ ғына пенсияға йәшәргә мәжбүр булған оло йәштәгеләр ниңәлер һаман уларға ышана. Мәҫәлән, күршем Мәскәү фирмаһының ҡорбаны булды. Бер нисә ай инде уға почта аша сағыу ҡағыҙға баҫылған ылыҡтырғыс тәҡдимдәр ебәрәләр. Сигеүле таҫтамалдары 250 һум ғына тора, тип инәй беҙҙән бланк та тултыртып йөрөгәйне. Күп тә үтмәне: “Хөрмәтле Сәрбиямал Шәфҡәт ҡыҙы! Фирмабыҙҙан тауар алып, беҙҙең ышаныслы һәм ғүмерлек партнерыбыҙға әүерелдегеҙ. Тап шундайҙар ғына беҙҙең отолмай торған лотереяла ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Һеҙ бөгөндән — ошо исемлектә! Тик бәләкәй генә үтенесебеҙ бар: әлеге ваҡытта ташлама менән һатылған 2 мең һумлыҡ табаны алырға кәрәк”, — тигән хат килеп төшкән.
Был ялҡынлы хәбәрҙән һуң инәй, таҫтамалдарының йыуғас та төҫө уңыуына, сигеүҙәренең таралыуына ла иғтибар итмәйенсә, почтаға йүгергән һәм теге әйберҙе яҙҙырып ҡайтҡан (тап ошондай табалар ҙур сауҙа үҙәктәрендә 99 һум ғына тора!). Бынан һуң уны мәскәүҙәр хатҡа күмде генә. Ҡайһы саҡ улары почта йәшнигенә һыймай китә ине. “Беҙҙең иң ышаныслы партнер булараҡ 250 мең һум оттоғоҙ, ләкин аҡсаны алыу өсөн мең һумлыҡ яҫтыҡтар алығыҙ”, “250 һум әллә ни ҙур аҡса түгел, шуға һеҙҙең исемде бер миллион һум уйнатылған лотереяға индерҙек”, тигәнерәк хаттар килде.
Фирма һораған һайын, Сәрбиямал инәй төрлө шаҡы-шоҡо алып торҙо. Хатта бурысҡа ла керергә мәжбүр булды. Бер нисә ай самаһы уны бер миллион һум менән алдаштырҙылар.
Тик һәр түҙемлектең сиге була. Бер мәл Сәрбиямал инәйгә ошондай хат килеп төштө: “Сәрбиямал Шәфҡәт ҡыҙы! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер миллион һумды һеҙҙән өлгөрөрәк, беҙҙең тауарҙарҙы даими алып торған Фәләниә Фәләновна отто. Һеҙгә киләсәктә уңыштар теләйбеҙ! Оло хөрмәт менән фирманың генераль директоры Подарочкин”. Ошо хатты алғас, Сәрбиямал инәй үҙен алдауҙарына тамам ышанды, бер килке күңеле төшөп йөрөнө. Бына ошондай ысул менән дә бер ҡатлы кешеләрҙән аҡса һурырға маташыусылар бихисап. Иң ҡыҙғанысы шунда: бындайҙарҙы хөкөмгә тарттырыуы бик ауыр, сөнки уларҙан тауарҙы кеше үҙ теләге менән һатып ала.
Алдаҡ юл менән аҡса эшләүселәр — һәйбәт психологтар. Ышаныусылар булғанда, улар ямғырҙан һуң үҫкән бәшмәк кеүек үрсей бирә. Бары кеше үҙе енәйәтселәр ҡармағына эләкмәҫ өсөн һаҡ булырға, һәр нәмәгә шик менән ҡарарға тейеш.
Лилиә НУРЕТДИНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506