Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдан йөрөүсе Наҙгөл
Алдан йөрөүсе НаҙгөлБашҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндә, хәрби хеҙмәттән йөрөп ҡайтҡайным инде. Бер ни тиклем әсе-сөсөһөн татыған кеше булараҡ күренергә тырышам. Йөрөй торғас, ике ҡыҙҙың үҙҙәрен өлкәндәрсәрәк тотоуына иғтибар иттем. Улар ҙа имтихан тапшырыусылар араһында тәжрибәлерәк булыуы менән айырылып тора.
Учалы ҡыҙы Гөлназға, Бөрйән ҡыҙы Наҙгөлгә (шул иҫәптән миңә лә) юғары уҡыу йортон тамамларға насип булды. Биш йыл белем алыу дәүерендә яҡындан таныштыҡ, айырылмаҫ дуҫтарға әйләндек. Хәҙер беҙ – һыналған ғаилә дуҫтары.
Наҙгөл Сәғитова (әйткәндәй, уның да исеме Гөлназ булып сыҡты. Икеһен бутамаһындар өсөн “псевдонимын” әйтеп танышҡан) Ҡурғашлы ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан ғәҙел, талапсан һәм бирешмәҫ булғанлыҡтан, уны өйҙәгеләре “ҡәйнә” тип йөрөткән. Класташ малайҙары көслө һәм “һуғыш суҡмары” булғаны өсөн хөрмәт иткән. Улар араһында, ғәҙәттә, ҡыҙыҡай башлап йөрөгән. Ҡыҙыҡ: хәҙерге һөйөклө ҡатындың, яратҡан әсәйҙең ул ваҡыттағы ҡылыҡтарын бер күрергә ине! Ә бит бөгөн үҙе был сифаттарына бөтөнләй тап килмәй. Әсәһен иртә юғалтыуҙанмы, әллә тәбиғәттән һалынғанмы, ул уйлап эш итеүсән, ололарса фекер йөрөтөүсән. Тыныс холоҡло, һәр кем менән тиҙ арала уртаҡ тел таба белгән, мөләйем, ниндәйҙер кимәлдә хатта уйсаныраҡ та был ҡатындың тормошта ҡыйыулығы, саялығы, батырлыҡҡа һәр саҡ әҙер булыуы ғына уның бала сағындағы фиғеленә ишара.
– Ауылым тауҙар араһында урынлашҡан. Бер яҡтан Ағиҙел уратып аҡһа, ауыл эсенән Ҡурғашлы йылғаһы сылтырай. Шул ауыл уртаһынан аҡҡан йылғала яҙ киткән боҙға һикереп, шунда йөҙә инек. Миңә ул саҡта ете йәштәр самаһы булған. Береһендә мауығып, алыҫҡараҡ аҡҡанбыҙ. Башлыраҡ ҡустым Ринат ағас ботағына аҫылынып тороп ҡалған. Ә беҙҙе өлкәндәр күреп ҡалып, боҙ киҫәгенән төшөргән. Юҡһа, Ағиҙелгә инеп китер инек.
Әсәйем Зифа Ғәлиәхмәт ҡыҙы уңған хужабикә булараҡ танылды. Иң иртә уның ҡыяры өлгөрҙө, баҡсалары шаулап үҫте. (Әйткәндәй, был шөғөлгә курсташым үҙе лә маһир: баҙында ике-өс йыл элек әҙерләнгән тоҙло тәмлекәстәре, компот-маҙары тулып ултыра. Ә уның күпмеһен дуҫ-иштәренә тарата әле!) Олораҡ ауылдаштарым ихатаға килеп инеү менән әле булһа: “Зифаның аласығында гел ут яныр ҙа ашы ҡайнап торор ине”, – тип хәтерләй.
Атайым Рауил бала саҡтан аслыҡты татып үҫкән. Шуға ла ғүмере буйы оҫта балыҡсы һәм һунарсы булды. Был шөғөлдәрен әле лә ташламай, – тип һөйләй Наҙгөл бала сағы тураһында.

Яңауыл егетенең тормош үрҙәре

Филипп Милиәхмәтов менән таныш кешеләр уның һәр саҡ шат йылмайыуын, оптимистик рухын, барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңел ҡабул итеүен, ҡулынан килмәгән эше булмауын ғына иҫләп ҡалалыр. Башҡортса, татарса һәм урыҫса берҙәй яҡшы һөйләшкән ирҙең удмурт милләтенән булыуын оҙаҡ йылдар эргәһендә йәшәүселәр ҙә белмәй хатта. Шул уҡ ваҡытта ошо халыҡтың йолалары, уларҙың әйләнә-тирәгә мөнәсәбәте Филипптың холҡонда ярылып ята. Эскерһеҙ, тереклеккә һоҡланып бағыусан, бөтә нәмәнән йәм табыусан, барлыҡ ғәләм менән килешеп йәшәүсе был йән (уны бүтәнсә һүрәтләп тә булмай кеүек) башҡа мөғжизәле илдән килгәндәй. Ғашиҡ булыуы, дуҫлығы – мәңгелек, бала һөйә икән – ниндәйҙер иҫ киткес һөйөүен һала. Ихласлығы иһә сикһеҙ. Бала күңеле быны яҡшы тоя: Карина, Камила һәм Камил аталарын өҙөлөп ярата.
Филипптың ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнһә, үҙе – иң кесеһе. Уларҙың барыһы ла умартасылыҡҡа мөкиббән киткән. Малай бала сағынан олатаһының, колхоз умарталарын тәрбиәләгән ағаһының, шулай уҡ үҙҙәренең умарталарын ҡараша, һәр ерҙә өлгөрөргә тырыша. Йәйге каникулдары ла ҡорттар менән мәш килеп үтә.
Әсәһе Лида алдынғы быҙау ҡараусы була. Уның маҡтау грамоталары, күсмә вымпелдары һәм бихисап бүләктәре әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Атаһы Ғәйниәхмәт нефтселәрҙә электр белгесе булып эшләгән.
“Ябай ауыл малайы мин”, – ти Филипп үҙе тураһында. Тырышлығы, ныҡышмал булыуы арҡаһында мәктәптә яҡшы уҡыған. Тик Татар Урадаһы ауылында тыуып үҫкән удмурт малайынан урыҫса нимә талап итеүҙәрен тәүге класта аңламай бер булған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамланы. Аспирантурала ҡалды, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы, юғары уҡыу йортонда байтаҡ йылдар уҡытыусы булды. Әле республикала билдәле “Нерал-Агроцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тәжрибә туплай.
Дуҫтары Филипптың ҡасандыр фән юлына кире ҡайтырына ышана, сөнки ул башлаған эшен ахырына еткереүсән. Икенсенән, киләсәк быуынды тап шундайҙар – тармаҡты бөтә нескәлегендә белгән, тәжрибә туплағандар – уҡытырға тейеш.

Алдан йөрөүсе НаҙгөлНаҙгөл менән Филипп – бер бөтөн йән

Милиәхмәтовтар икеләнә торған пар түгел. Ғаилә кәңәшмәһендә хәл итәләр ҙә ошо уйҙарын ысынбарлыҡҡа ашыралар. Мәҫәлән, баҡса һатып алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманылар, әле ауылда йорт бөтөрәләр. Наҙгөл күптән водитель таныҡлығына эйә. Өфө урамдарында ул бер ҡыйынлыҡһыҙ йөрөй. Бер-бер артлы ике ҡыҙ тапты ла туҡтап ҡалманы, өсөнсөгә йөрьәт итте. Малайы тыуғас, күңеле урынына ултырҙы кеүек. Әммә, кәрәк тиһәләр, дүртенсеһен дә табыр, бишенсеһенә лә үрелер – шундай оло йөрәкле әсә ул.
Ғаилә әүҙем тормош алып бара. Силәбе өлкәһенә тау саңғыһында йөрөргә, Ағиҙелдән һалда ағырға, тәбиғәттә булырға яраталар. Уларҙың ҡыш уртаһында береһенә лә әйтмәй тау саңғыһында шыуырға сығып китеүе – үҙе бер тарих. Шулай итеп Карина – дүрт, Камила өс йәшендә саңғыға баҫҡан.
Ҡыҙҙар икеһе лә башҡортса һөйләшә. Бер көн улар атаһына үпкә белдерә икән: “Атай, беҙ ниңә удмуртса һөйләшә белмәйбеҙ?” Шул ваҡыттан алып атай (дөрөҫөн генә әйткәндә, күберәге әсәй, сөнки ул оҙаҡ йылдар бергә йәшәү дәүерендә телде ярайһы ғына кимәлдә үҙләштергән) ҡыҙҙарҙы үҙ теленә өйрәтә.
“Удмурттар – үҙенсәлекле халыҡ, – ти Наҙгөл. – Мәҫәлән, кеше мәрхүм булһа, барыһы ла илай. Уны ерләгәс, йәнен махсус бәләкәй мендәргә “ултыртып” кире алып ҡайталар һәм түргә ҡуялар. Мәрхүмдең өсөн, етеһен үткәргәндә, илаған кеше булмай. Яҡындары, туған-тыумаса, табын ҡороп, мәжлес ойоштора. Бер аҙ ҡыҙмаса булып алғас, йырлашып, күңел асып ултыралар. Баҡтиһәң, теге донъяға киткән кешенең йәне фани донъяла ҡалыусыларҙың үртәлмәүен, шат йәшәүен, көр күңелле булыуын “күреп” китергә тейеш икән”.
... Йылдар бөтөн ғәләмде лә үҙгәртә, тиһәләр ҙә, ысын дуҫлыҡ үҙгәрмәй. Студент йылдары михнәттәре иҫтән юйыла, уҡытыусыларыбыҙҙың күңелдәребеҙгә һалған белеме, үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ генә күҙ ҡараһылай һаҡлана. Ваҡыт үтеү менән һыналған тойғо ҡәҙерлерәк була бара. Бер бөтөн йәндәр Наҙгөл менән Филипптың өйөндә лә ғаилә дуҫтарын – Иглин ҡыҙы Лилиәне, Ейәнсура ҡыҙы Нурия менән Баймаҡ егете Фәнилде, Учалы ҡыҙы Гөлназды һәм Ҡыйғы ҡыҙы Әлиәне – йыш күрергә мөмкин. Дуҫтары йәшәгән райондарға үҙҙәре лә йыш ҡына юлланыусан. Милиәхмәтовтар туғандары, таныштары өсөн дә шундай уҡ алсаҡ, ҡунаҡсыл һәм ярҙамсыл.
Валерий ҒӘЙНЕТДИНОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513