Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Елкәнһеҙ кәмәне ел ауҙара
Бәхәсһеҙ хәҡиҡәтте инҡар итеү мөмкин түгел. Донъяға бар булған һәммә нәмә камиллашырға, үҙгәрә килеүсе шарттарға яраҡлашырға, ғүмерен яҡшыраҡ үткәрергә тырыша. Дәүләт, үҫеүгә һәләтле организм булараҡ, һәр даим хәрәкәттә, ошо системаның тотороҡло, күп матди сығымдар һорамай, мөмкин ҡәҙәр файҙалы эшләү юлдарын туҡтауһыҙ эҙләү юлында.

Октябрь аҙағында, Президент фарманына ярашлы, Башҡортостандың юғары етәкселегендә үҙгәрештәр булып алды. Был осраҡта кемдең ниндәй вазифаларға тәғәйенләнеүе, карьера баҫҡыстарынан күтәрелеүе йә төшөүе, хатта ғәм күҙе алдынан юғалыуы мөһим түгел. Беҙҙә, электән килеүсе традиция буйынса, шәхестең үҙенән бигерәк, уның ҡайһы вазифаны биләүе иғтибарҙы нығыраҡ тарта. Тимәк, ябай кеше аңында, кеҫәңдә ҡағыҙың булмаһа, һин – сүп, тигән кеүек, вазифа шәхестән күпкә юғарыраҡ баһалана.
Ә инде республиканың юғары даирәләрендәге үҙгәрештәргә килгәндә, чиновниктар ҡорондағы эске ғәмәлдәр хәҙер халыҡты бигүк ҡыҙыҡһындырмай. Идаралыҡ өлкәһендәге теге йәки был учреждениеның ҡағыҙҙа бөтөрөлөүе йә бүтән бер ойошманың хасил булыуы әле чиновниктарҙың эш стиленең һәм уларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр кешеләргә мөғәмәләһенең үҙгәреүен һис аңлатмай. Ҡан менән күсә килеүсе, традициялар менән изгеләштерелгән холоҡ-фиғелде, чиновниктарҙы алмаштырыу түгел, хатта инҡилаби реформа ла юҡҡа сығара алмай. Тарихсы Василий Ключевский әйтмешләй, «бюрократия – үҙ эшмәкәрлегенең маҡсатын юғалтҡан һәм шуға күрә файҙаһыҙға әйләнгән, әммә йоғонтоло булыуҙан туҡтамаған көс» рәүешендә ҡала. Һәр хәлдә, идаралыҡ даирәһендәге ғәмәлдәргә фәлсәфи мөнәсәбәттә булырға һәм өҫтән-мөҫтән үҙгәрештәрҙән ниҙер көтөп ашығырға ярамайҙыр.
Дәүләт менән идара итеү механизмы ҡасандыр даһиҙар аҡылы тыуҙырған һәм шунан бирле мәңгелеккә ҡатып ҡалған ҡоролма түгел. Осорона ҡарап ул даими үҙгәреш кисерә барырға тейеш. Һәм был үҙгәрештәрҙең революцион түгел, бәлки эволюцион булыуы хәйерле. Әгәр тотош Рәсәй дәүләтселеге тарихын һәм Советтар Союзы осорон, өр-яңы тарихты байҡап сығыу әмәлдәре булһа, ошо юлда идара итеү системаһының нисәмә тапҡыр үҙгәреш кисереүен күрер инек. Әлеге ниәттәрҙең һөҙөмтәле булыу-булмауы – икенсе мәсьәлә. Беренсеһе – идаралыҡ аппараты камиллыҡҡа йүнәлтелмәһә, дәүләт власының эффектлылығы тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел.
Һәм ошо юҫыҡта партия үҙәк комитетының теүәл илле йыл элек, 1962 йылдың 19 — 23 ноябрендә, уҙған пленумы хәтергә килде. Фирҡә менән идара итеү теҙгенен дә, илдең дилбегәһен дә ҡулында самаһыҙ ярһыу, кәңәшселәренең һүҙенә бигүк ҡолаҡ һалмаған Никита Сергеевич Хрущев тотҡан заман. Ғөмүмән, ил хужаһы төрлө үҙгәрештәргә әүәҫ һәм үҙен һәр мәсьәләлә лә маһир итеп тоя ине. Ләкин шуныһы, дәүләт кимәлендәге үҙгәртеүгә йүнәлтелгән аҙымдар хужалыҡ итеү механизмын камиллаштырыуға, тимәк, халыҡ тормошон яҡшыртыуға килтерергә тейеш. Шулай түгел икән, теге йәки был проект, ни ҡәҙәре генә матур күренмәһен, ғәмәлдә прожект булып сыға.
Илле йыл әүәл үткән пленумға әйләнеп ҡайтҡанда, уның көн тәртибенә СССР-ҙың иҡтисадын үҫтереү һәм халыҡ хужалығы менән партия етәкселеге мәсьәләһе ҡуйылғайны. Һәм йыйын партияның етәксе органдарын үҙгәртеп ҡорорға, йәғни уларҙың эшмәкәрлеген хужалыҡ итеү принциптарына буйһондорорға ҡарар иткәйне. Үҙәк комитеттың ҡарары – закон, һәм ул тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш. Шулай итеп, республикаларҙа һәм өлкәләрҙә партияның сәнәғәт буйынса һәм ауыл хужалығы буйынса үҙаллы комитеттары ойошторолдо. Башҡортостанда партияның ауыл хужалығы менән етәкселек итеүсе өлкә комитеты – Өфөлә, сәнәғәттеке Стәрлетамаҡта эшләргә тейеш булып сыҡты. Был маҡсаттары уртаҡ йә яҡын булған тармаҡтарҙы айырыуға алып килде. Ул ғына ла түгел, әлеге айырымландырыу ваҡытында һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, фән, мәҙәниәт йүнәлештәре ғөмүмән «хужаһыҙ» тороп ҡалды. Партияға эйәреп, комсомол да үҙ структураһын сәнәғәт менән ауыл хужалығы комитеттарына бүлде.
Илленсе йылдарҙың ахырында, алтмышынсы йылдарҙың башында Хрущев реформаларының илде һәр йәһәттән көрсөккә алып килгәнлеге асыҡ күренде. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү системаһы ғөмүмән емерелде. Магазиндарҙа ризыҡ бөттө, икмәк заводтары икмәкте онға кукуруз ҡушып бешерә башланы. Беҙ, талиптар, ауылға ҡайтҡанда, уҡытыусыларыбыҙға он, май-маҙар алып килгеләнек. Дәүләт, һуғыштан һуң тәүге мәртәбә, ситтән күпләп иген һатып ала башланы. Илдәге иҡтисади үҙгәрештәр ғәмәлдә административ әүеш-тәүеш итеүҙәргә ҡайтып ҡалды: министрлыҡтар бөтөрөләп, улар урынына совнархоздар хасил булды, бер нисә ауыл райкомы берләштерелеп, парткомдар ойошторолдо. Бындай ығы-зығы тәғәйен генә эш менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирмәне. Кадрҙарҙы бер урындан икенсеһенә ашығыс күсереп йөрөтөү, эшкә зыян килтереү менән бергә, уларҙың көнкүрешенә кире йоғонто яһаны һәм хатта квалификациялы кадрҙарҙың шаҡтай өлөшөн юғалтыуға ла килтерҙе.
Бынан ярты быуат элек илдең эске хәлендә көрсөктөң тәрәнәйеүе етәкселәрҙең сәйәсәт менән самаһыҙ мауығыуы, системалы ойоштороу эшен алып бара белмәүе, мөһим мәсьәләләрҙә лә импровизацияға юл ҡуйыуы менән бәйле. Һәм әлеге сәйәсәткә «волюнтаризм» мөһөрөнөң һуғылыуы ла мәғлүм.
Бер кем дә эште хаталанам тип башҡармай. Һәр ғәмәлдең хаҡмы, түгелме икәнлеге ғүмер үтә килә генә асыҡлана. Үткән заман һәм күптәнге ваҡиғалар тураһында һүҙ йөрөткәндә лә кемделер кәмһетергә теләү, мыҫҡыллау теләге булмай, бәлки һабаҡ алыу, хатта тиҫкәре тәжрибәне лә ҡабатланмаҫ өлгө итеп файҙаланыу уйы ғына йәшәй. Инглиз яҙыусыһы Елизавета Каннинг әйтмешләй, «беҙгә алынған һабаҡтың үҙенән бигерәк, унан файҙа ала белеү мөһим». Башҡортостан етәксеһе һәр ағастан дуға бөгә һәм тотҡан ерҙән һындыра торған кешегә оҡшамаған. Хөкүмәттә, уның тармаҡтарында эшләргә тәғәйенләнгән кешеләр һайлап алыуҙың ете иләген үткәндер. Уларҙың байтағы киң йәмәғәтселеккә билдәле булмағас, дәүләт идаралығы өлкәһендәге булдыҡлылығы тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел. Юғары етәкселәр, министрҙар ябай кешеләрҙән алыҫ. Шуға күрә хөкүмәт ағзаларының һәр кемдең ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, кеше хәленә инә алырына ла ышаныс аҙ. Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, чиновниктар һәммә ғәмде айырым кешегә ҡарағанда нығыраҡ ярата. Шулай еңелерәк, һәм етәксе ябай халыҡ тураһында хәстәрлек күрмәй тип дәғүә лә белдерә алмайһың.
Ҡәләм тирбәтеүселәр йыш ҡына: «Һеҙгә үҙгәрештәр заманында йәшәргә яҙһын», – тигән боронғо ҡытай ҡарғышын хәтергә төшөрөүсән. Юҡҡа. Үҙгәрештәр булып торһон ул. Тик үҙгәрештәр асылы чиновниктарҙың өҫтәл алмаштырыуына ғына ҡайтып ҡалмаһын, бәлки йәмғиәттең ынтылышлы үҫеш юлында бер аҙым булһын ине.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518