Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башватҡыс сисеү оҫтаһы
Башватҡыс сисеү оҫтаһыБала саҡтағы бер ваҡиға һаман хәтеремдән сыҡмай: балалар баҡсаһында ниндәйҙер байрам бара, ят-ят апайҙар килгән, беҙ бишбармаҡ ашайбыҙ. Өҫтәл артынан торор алдынан, ғәҙәтем буйынса, доға уҡый башланым. Барыһы ла миңә аптырап һәм һоҡланып ҡараны, шунан маҡтанылар, арҡамдан һөйҙөләр. Аҙаҡ белеүемсә, балалар баҡсаһында район күләмендәге конференция үткән икән. Унда милли йола күрһәткәндәр, ә доға уҡыуым сценарийға бөтөнләй инмәгән булған. Шул ваҡиғанан һуң миңә иғтибар бермә-бер артты, абруйым күтәрелде. Бының өсөн өләсәйемә рәхмәтлемен. Ул өйрәткән доғалар әле лә тормошомда ярҙам итә.

Өләсәйем Рәхилә Нурислам ҡыҙы Әбдрәхимова Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәй. Бәләкәй саҡта унан әкиәт һөйләтмәйенсә йоҡламай инем.
Ә әкиәттәре шундай ҡыҙыҡлы, башҡаларҙыҡына оҡшамаған. Уларҙа гел генә Айнур тигән малай була торғайны, ул алдашмай, ата-әсәһенә ярҙам итә, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыға ине. Баҡһаң, өләсәйем уларҙы үҙе уйлап сығарған икән. Ҡайһылай матур тормош дәресе булған ул әкиәттәр! Минеңсә, өләсәйле балалар икеләтә бәхетле, сөнки улар аҙ тәжрибәле әсәйҙәребеҙ биреп бөтмәгән тәрбиәне бирә.
Ҡәҙерлебеҙҙең телмәре — үҙе бер хазина. Ниндәй генә мәҡәл-әйтемдәр ҡулланмай! Күбеһе халыҡ телендә генә йәшәй, бер ниндәй ҙә китаптан таба алмаҫһың уларҙы.
Ҡул эшенә маһир һөйөклөбөҙ ҡорама ҡорорға ярата. Әсәйем уның зауыҡлы ҡорама юрғандарын, кейеҙҙәрен, балаҫтарын, ултырғыс ябыуҙарын ҙур ғорурлыҡ менән күргәҙмәләргә алып йөрөй, һабантуйҙарҙа тирмә ҡорғанда ҡуллана.
Минең кроссворд, сканворд сисергә әүәҫлегем дә өләсәйемдән килә. Был уның иң яратҡан шөғөлө. Башватҡыстағы барлыҡ һүҙҙәрҙе лә табып бөтмәйенсә тынысланмай. Өйөндә ниндәй генә һүҙлек, энциклопедия юҡ! Берәй һүҙҙе таба алмаһа, күрше Хәтижә, Разия инәйҙәргә шылтырата (улар ҙа ярата был шөғөлдө). Яуап эҙләп, район китапханаһына барып ҡайтырға ла йыбанмай. Бигерәк ныҡышмал, әүҙем ул минең өләсәй!
Ҡалаға күсеп киткәс, өләсәйемде юҡһынып, йыш ҡына илай торғайным. Әле лә янына ҡанатланып ҡайтам. Ниңәлер уның аштары тәмлерәк, өйө йәмлерәк тойола. Ғәзиз кешемдең янында миңә тыныс, рәхәт. Ул үҙенең һөйөүен биш ейәненә, бер ейәнсәренә тигеҙ бүлә.
Бына шундай алсаҡ, яғымлы, мөләйем, аҡыллы, киң даирәле өләсәйебеҙ бар. Гел беҙҙе ҡыуандырып, оҙаҡ йәшә тип әйткем килә уға.
Айнур ИГЕЛЕКОВ,
республика политехик лицей-интернатының XI класс уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Раушания
    Раушания от 06.12.2012, 19:40
    Үҙенсәлекле, матур, бай мәҡәлә! Миңә бик оҡшаны! Афарин Айнур!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511