Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҠоралайБыл хайуанҡай — ысын мәғәнәһендә урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Һылыу ҡыҙҙарҙы ла хатта ҡайһы яҡта: “Ҡоралай һымаҡ һылыу, етеҙ”, — тиҙәр. Ә урман фонында нәфис йән эйәләре шул тиклем матур күренә — ҡарап туймаҫлыҡ. Моғайын, бик оҫта рәссамдар ғына уларҙы барса гүзәллегендә һынландыра алалыр.

Уларҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр. Оҙонлоғо — 100 – 150, бейеклеге 65–100 сантиметр булһа, ауырлығы 60 килограмдан артмай. Төҫөнә килгәндә, йәйен ерән төҫкә инә, ҡышын һороға әйләнә. Ҡолаҡтары ярайһы уҡ оҙон — 12–14 сантиметр, йөнтәҫ ҡойроғо ни бары 2–3 сантиметр ғына. Ҡойроғо тирәләй артта түңәрәк аҡ “табы” була. Тәкә ҡоралайҙың өсөнсө йәшенә мөгөҙө сыға, ә биш йәшлектәренеке тармаҡлана. Азия төркөмөнә ҡарағандарының тармағы өскә етә.
Ҡоралайҙың төйәк иткән ере киң: Европаның төньяғына табан Урта Скандинавия һәм фин ярҙарына тиклем, был яҡлап Кама үҙәндәре һәм Печора йылғаһына ҡәҙәр. Азияға табан Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, көньяҡтан төньяҡ Ҡаҙағстанға тиклем йәйелгән. Тянь-Шань, Алтай, Ҡытай, Кореяның таулы-урманлы ерҙәрен төйәк итә. Башҡортостанда һаны бик күп булмаһа ла, бер төрлөрәк кимәлдә тора. Шуға тиҫтә йыл эсендә 5 меңдән 7 меңгә барып етте. Әйткәндәй, тәбиғәт шарттары, йылдың нисек килеүе лә йоғонто яһамай ҡалмай. Хәлһеҙ, сибек кенә ҡоралай бәрәстәре йыртҡыс хайуандарҙың ғына күҙен ҡыҙҙырып ҡалмай, йыртҡыс ҡоштарға ла ем булып тора.
Ҡоралайҙар ҙур аҡланлы, таулы һирәк урманды, диләнкә урындарын үҙ итә. Шулай уҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа — йылға үҙәндәрендә йәшәй. Ә таулы ерҙәрҙә хатта диңгеҙ кимәленән 3500 метр бейеклегендәге тауҙарҙың аҡландарына күтәрелеүҙәре ихтимал.
Йәйен улар таңда, кисен һәм төндә ашарға сыға. Ҡышын иһә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында тамаҡ ялғайҙар. Ҡар күп яуған ваҡытта ҡуйы ағаслыҡта ышыҡланалар. Ҡарҙы таҙартып, үңәсенә еткәнсе соҡойҙар һәм шунда ял итәләр. Ләкин ҡоралайҙар тәрән ҡарҙы яратмай: күпселектә туңып, ҡатып ҡалған йәнлек, саңғы эҙҙәренән һуҡмаҡ һалалар. Европала улар бер тирәлә йәшәй. Таулы урындарҙа йәйен өҫкә күтәрелһәләр, яҙ түбәнгә төшәләр. Ошо уҡ хәл Башҡортостандың таулы райондарында ла күҙәтелә. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын да үҙ итәләр. Болан, мышынан айырмалы рәүештә, ҡышын ағас ҡайырыһы кимермәйҙәр, ә ҡарағай, артыш ылыҫын ашайҙар. Йәйен һаҙлы урындарҙа үҫкән үҫемлектәрҙе яраталар. Шулай уҡ имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡланалар.
Был хайуандарҙың төп дошманы — бүре һәм һеләүһен. Йәштәренә төлкө лә һөжүм итә.
Күсенеү осоронда улар көтөү-көтөү булып йөрөһә лә, күп ваҡыт “индивидуалист” булып ҡалалар. Йәйен бәләкәй төркөм хасил итеп йәшәйҙәр: инәләре йәшерәктәре һәм бәрәстәре менән ҡала, тәкәләре яңғыҙлыҡты ярата. Көҙөн иһә был төркөмдәр 20–30 башҡа тиклем берләшеп, күсенеү осорона көтөү 50–100 башҡа етергә мөмкин.
Ҡауышыу ваҡыттары — август–сентябрь. Тәкәләре өс-дүрт йәштән аталандыра ала, ә инә хайуан ике-өс йәштә “өлгөрә”. Ғәҙәттә, бер тәкәгә ике-өс инә тура килә. Шулай ҙа өлөшләтә полигамия (бер тәкә бер орғасы менән генә ҡауыша) булыуы ла мөмкин.
Ҡоралай туғыҙ ай быуаҙ йөрөй. Бер юлы икешәрҙе бәрәсләй, ә бер йәки өс бәрәс һирәк тыуа. Тыуғас, бәрәстәр бер аҙна буйы ошо урында ҡала. Аҙнанан һуң әсәләре артынан эйәреп, үлән ҡымтый башлай. Ҡоралай ике-өс ай имеҙә. Ғүмерҙәренә килгәндә, тәбиғи шарттарҙа 11–13 йәшкәсә йәшәйҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513