Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Һандарҙа – тормош сағылышы

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында районда 266 бала донъяға килгән. Уларҙың 142-һе – малайҙар, 124-е – ҡыҙҙар. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда был ике балаға күберәк.
84 бала – ғаиләлә беренсе, 94-те – икенсе, 53-ө – өсөнсө, 22-һе – дүртенсе, 10-ы – бишенсе, икеһе – алтынсы, береһе етенсе бала булып донъяға килгән. Күпселек сабыйҙар тулы ғаиләләрҙә тыуһа, бәпестәрҙе яңғыҙ тәрбиәләүгә 24 әсә йөрьәт иткән.
Ошо уҡ осорҙа 133 кеше вафат булған (78 ир-ат, 55 ҡатын-ҡыҙ). Былтырғы менән сағыштырғанда, был 11 процентҡа түбәнерәк.
Районда барлыҡҡа килгән яңы ғаиләләрҙең һанына килгәндә, улар — 170 (былтырғы күрһәткестән 20,6 процентҡа күберәк). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырылышыусылар ҙа юҡ түгел: 54 пар тарҡалған.
“Таң”, Бөрйән районы.


Сират бөтәсәк

Ҡалалағы 8-се мәктәптең элекке бинаһы ремонттан һуң 220 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһына әүереләсәк.
Бында тәүге сиратта тәҙрәләр алмаштырыласаҡ, ҡойма яңыртыласаҡ. Учреждение мөдире Фәнисә Грабцова әйтеүенсә, медицина, аҙыҡ-түлек блогын йыһазландырыуға заказ бирелгән. Заман талаптарына яуап биргән “Ҡауҙы” баҡсаһында массаж һәм физиотерапия кабинеттары ла булдырыласаҡ. Ремонт эштәрен йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Әйткәндәй, ошо учреждение һәм Көньяҡ биҫтәһендәге яңы балалар баҡсаһы сафҡа инһә, ҡалала мәктәпкәсә учреждениеларға булған сират бөтәсәк.
“Торатау”, Ишембай районы.


Йөрөп уҡымаясаҡтар

Сосновка ауылында яңы мәктәп асылды. Унда балалар баҡсаһы өсөн дә урын бар.
Быға тиклем утын менән йылытылған ағас бинала белем биргән уҡытыусылар эш шарттарының яҡшырыуына ҡыуанып бөтә алмай. “Ололар һалҡынға нисек тә түҙһә, балалар бигерәк йәл ине”, – ти педагогтар. Әйткәндәй, үткән уҡыу йылында Сосновка балалары өс саҡрым алыҫлыҡтағы Сухояз ауылына йөрөп уҡыған. Заманға ярашлы яңы мәктәптә 70-кә яҡын бала белем аласаҡ, 20-нән ашыу сабый балалар баҡсаһына йөрөйәсәк.
“Дружба”, Мишкә районы.


Йолалар онотолмай

Федоровка районының Алешкино ауылында шәжәрә байрамы үткән. Уны ойоштороуға “Федоровка ауылы” мордва тарихи-мәҙәни үҙәге күп көс һалған.
Ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, “Совадо, инжеть кудов” (“Ҡунаҡтар, рәхим итегеҙ”) йыры менән менән ихлас ҡаршы алған. Ҡунаҡтар өсөн, мордва милли йолаларына таянып, тамаша әҙерләгәндәр. Уның төп маҡсаты – Ведьава (һыу аллаһы), Вирьава (урман аллаһы), Кудава-Юртава (йорт аллаһы) изгеләренән һаулыҡ, именлек, бәхет һорау.
“Ашҡаҙар таңдары”.


Беҙҙекеләр бит ул!

Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында “Элькуновидение-2012” бәйгеһе үтте. Ул данлыҡлы “Евровидение” телевизион конкурсы һымаҡ ойошторолған, әммә бәйгеселәр фәҡәт удмурт йырҙарын башҡарҙы.
Башҡортостан данын Тәтешле районында тыуып үҫкән һәм әле Ижевск дәүләт медицина академияһында белем алған Лилиана Нуриәхмәтова яҡланы. Унан тыш, бәйгелә тағы ла 21 дәғүәсе көсөн һынаны. Еңеүселәр үҙенсәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Шул иҫәптән “Евровидение-2012” конкурсында ҡатнашҡан “Бурановские бабушки” төркөмө лә махсус бүләк әҙерләгәйне.
“Тәтешле хәбәрҙәре”.


Яуаплылыҡты арттырыу фарыз

Ҡала прокуратураһы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалы ятағында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеүен тикшергән.
Һөҙөмтәлә янғын крандарының тейешле талапҡа яуап бирмәгән йәшниктәрҙә һаҡланыуы, дежур персоналдың электр фонарҙары, тын алыу ағзаларын һаҡлау ҡоролмалары булмауы асыҡланған. Ошоларға яуаплы вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм уға 15 мең һум штраф һалынған.
“Ағиҙел уттары”.


Һынатманыҡ!

Свердловск өлкәһендә көрәш буйынса “Урал кубогы” бәйгеһе үтте.
Балаҡатай балалар-үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һынатманы. Көсөргәнешле ярышта Р.Ҡәҙербаев Татарстандан килгән көслө дәғүәсене еңеп, өсөнсө урын яуланы.
“Беҙҙең Балаҡатай”.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506