Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт балы юҡҡа сыҡмаҫмы?
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 7 сентябрь һанында (№175) баҫылған “Башҡорт балын ҡытайҙар етештерә башламаҫмы?” тигән сығышты тулҡынланып та, борсолоп та уҡып сыҡтым.

Ысынлап та хафаға һалды мине был бәләкәй генә мәҡәлә. Авторы Шәүкәт Рөстәмов менән тулыһынса килешәм, сөнки башҡорт бал ҡортон Германияға, шулай уҡ Ҡытайға оҙатыу — оло енәйәт. Күңелһеҙ һөҙөмтәләрен яҡын йылдарҙа күрә башларбыҙ, моғайын. Беҙҙән һуң киләсәк быуындарға айырыуса ҡыйын буласаҡ. Хеҙмәткә сос йылғыр ҡытайҙар донъя баҙарына татлы бал күтәреп килеп инһә, беҙҙе оноттора, хатта сауҙа өлкәһендә ҡыҫырыҡлай башлаһа, ҡот осҡос хәлдәрҙең яғанан бөрөп алыуын көт тә тор. Башҡорт балы йәрминкәләрҙә лә күренмәҫ, төштәргә лә инмәҫ хатта.
Әгәр ҙә бындай “мөһим яңылыҡ” Рәсәй кимәлендә генә таратылһа, бер хәл. Башҡорт бал ҡорттарын Германияла, Ҡытайҙа үрсетеү — үҙең ултырған ағас ботағын өҙгәнсе сабыу бит ул.
Башҡорт балы — республикабыҙ даны, Рәсәйҙең хазинаһы, халҡыбыҙ байлығы. Ниңә ошо байлыҡты әләф-тәләф итергә? Был хәлгә Башҡортостан кешеләре ризамы? Ниндәй “аҡыллы баштар” уйлап сығарған башҡорт бал ҡортон Германияла һәм Ҡытайҙа үрсетеүҙе? Башҡа һыймаҫлыҡ эш бит был. Уны тәүҙә Рәсәй кимәлендә хәл итеп ҡарарға ине. Әллә башҡорт балы беҙҙең ил кешеләренең артып барған ризығымы? Ниңә әле Татарстанда, Сыуаш, Саха-Яҡут республикаларында үрсетеп ҡарамаҫҡа?
Саха-Яҡут — һалҡын төбәк, үҫемлектәр, сәскәләр, йүкә ағастары юҡ, тиһегеҙме? Башҡорт бал ҡорто өсөн махсус плантациялар төҙөп, нәҙекәйбилдәргә заманса шарттар булдырып, мәсьәләне тыуған илебеҙ файҙаһына хәл итеп булмаймы ни?
Ҡытай әле үк, иҡтисади күҙлектән ҡарағанда, ныҡ үҫешкән илдәрҙең үксәһенә баҫып бара, хатта елдереп уҙырға ла самалай. Йәнә шуны онотмайыҡ: Ҡытайҙың халҡы күп, ә ерҙәре самалы. Башҡортостанға күсеп килә, урында ҡорт үрсетә, ошонда уҡ ғаилә ҡора башламаҫ, тимә. Боронғолар: “Ҡытай ҡуҙғалһа, ахырызаман етер”, — тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит. Былары — миҙалдың икенсе яғы.
Саҡ ҡына ситкәрәк китеп, шуны ла әйтәйек: Ҡытай тауарҙарының сифаты бөгөн һәр кемгә тиерлек мәғлүм. Унда етештерелгән балалар уйынсығы ла хәүефле — сабыйҙар ағыулана. Умарта күсе кеүек геүләп торған ҡытайҙар, ниндәйҙер ҡатнашмалар ҡушып, “өр-яңы” бал эшләп сығарырға тотонһа, нимә булыр? Ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалмабыҙмы? Яңыраҡ тауыҡтыҡынан һис айырып булмаҫлыҡ йомортҡа етештерә башланғандар, тип яҙғайнылар бит.
Самаһыҙ ҡылана торғас, Башҡортостан менән Ҡытай, Ҡытай менән бөйөк илебеҙ Рәсәй араһында “ҡытай стенаһы” барлыҡҡа килмәҫме? Германия менән дә шулайыраҡ янъял сығыуы ихтимал. Хәҙерге капитализм ҡомһоҙ система бит... Телгә алынған мәҡәләнең авторы, хеҙмәт ветераны, оло аҡыл эйәһе Шәүкәт Рөстәмов үтә лә мөһим мәсьәлә күтәрә. Ҙур рәхмәт уға.
Минеңсә, умартасылыҡ буйынса белгестәр, ил аҡһаҡалдары, хатта Башҡортостан етәкселеге лә ситтә ҡалмаҫ, кәңәшләшеп алыр, сөнки һәммәбеҙ ҙә башҡорт балының ғүмерен оҙайтырға бурыслы.
Венер ЙӘНБӘКОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518