Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әллә күпме шатлыҡ — бер юлы!
Әллә күпме шатлыҡ — бер юлы!Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Красноусол ауылын урап уҙған юл буйлап Көгөш йылғаһы аша һалынған күпер, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡаҙанлыҡ, реконструкциянан һуң “Красноусол” шифаханаһының 5-се корпусы файҙаланыуға тапшырылды, Ҡауарҙыла “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етеүе айҡанлы тантана булды, Еҙем-Ҡаранда участка дауаханаһының яңыртылған бинаһы асылды. Ғафуриҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Марат Мәһәҙиев, республика Президенты Хакимиәтенән Виктор Пчелинцев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килде.

Көгөш аша тимер торбанан яһалған күпер бик ныҡ туҙған ине. Бына-бына емерелеп төшөргә торған был ҡоролма аша автомобиль һәм башҡа техника менән Әллә күпме шатлыҡ — бер юлы!сығып йөрөү хәүефле булды. Күперҙе яңыртыу мәсьәләһе бер нисә тапҡыр күтәрелде, ләкин гел генә кисектерелеп килде. Төҙөлөш, бер нисә йыл элек башланһа ла, төрлө сәбәптәр арҡаһында тотҡарланды. Ниһайәт, Екатеринбург ҡалаһынан килгән компания эште атҡарып сыҡты. Үҙҙәре төҙөлөш материалдары ла етештергән, проект та эшләгән һәм уны ғәмәлгә ашырған йәмғиәт эшселәренә “Афарин!” тиергә генә ҡала. Аралашсыһыҙ башҡарылғанға күрә күпер төҙөү сағыштырмаса осһоҙға – 60 миллион һум тирәһенә — төшкән. Бағаналары 24 метр тәрәнлеккә ҡағып эшләнгән ҡоролма район халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип ышанырға мөмкин. Киңлеге — 10, оҙонлоғо 77 метр тәшкил иткән иркен күпер юл тығындары барлыҡҡа килеүҙән дә ҡотҡарыр. Ҡоролма аҫтындағы конус һәм күпер өҫтөнә түшәлгән асфальт — “Башкиравтодор” йәмғиәтенә ҡараған район юл төҙөү-ремонтлау идаралығының эш һөҙөмтәһе.
— Республиканың ҡап уртаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, Ғафури районы оҙаҡ йылдар үгәйһетелгән төбәк иҫәпләнде. Юл, күпер, башҡа инфраструктура объекттары төҙөү йәһәтенән иғтибар етмәне. Әле шул хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында әүҙем эш алып барыла һәм социаль объекттар төҙөлөүе — шуның асыҡ миҫалы, — тине, тантанала сығыш яһап, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров үҙ сиратында районға ҙур иғтибар бүлгәндәре өсөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, Хөкүмәт ағзаларына ҙур рәхмәт белдерҙе, төҙөүселәргә район Советының һәм хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Әллә күпме шатлыҡ — бер юлы!Артабан рәсми ҡунаҡтар яңы төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексына юлланды. Көн бер аҙ болоҡһоп, ҡар ҡатыш ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан, “Еҙем” алдындағы майҙанға халыҡ күп йыйылғайны. Сәйер: 13 мең самаһы кеше йәшәгән Красноусолда быға тиклем физкультура-һауыҡтырыу комплексы булманы. Ауылдағы биш спорт залында башлыса мәктәп уҡыусылары шөғөлләнде, ә башҡаларға бындай мөмкинлек юҡ ине. Ошо ихтыяжды иҫәпкә алып һалынды ла инде яңы комплекс. Күмертау ҡалаһының “Акрополь” йәмғиәте (етәксеһе — Хәйҙәр Ғайсин) эшселәре эште тиҙ арала һәм сифатлы башҡарҙы.
— Физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы, уның бассейны ла булыуы — район халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс. Был бинаның ишеге иртәнән кискә тиклем асыҡ торһон, теләгән һәр кеше унда үҙенә шөғөл таба алһын. Милләт һаулығын ҡайғыртып эшләнгән объект халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, — тине Марат Мәһәҙиев, тантанала сығыш яһап. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, Башҡортостандың Бокс федерацияһы президенты, күп тапҡыр Рәсәй, Европа чемпионы булған, Сиднейҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Илфат Рәжәпов, “Акрополь” йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин да телмәр тотто, изге теләктәрен еткерҙе. Төҙөүселәрҙең бер төркөмөнә район хакимиәтенең почет грамоталары тапшырылды.
Комплекс, ысынлап та, дан итеп төҙөлгән. Ул иркен спорт залын, ике ҙур бассейнды, тренажер бүлмәһен үҙ эсенә ала. Бында шулай уҡ бокс менән шөғөлләнеү өсөн махсус бүлмә булдырылған. Фин мунсаһы (сауна), шашка һәм шахмат, өҫтәл теннисы, бильярд уйнау бүлмәләре — буш ваҡытын файҙалы үткәрергә теләүселәр өсөн ҙур бүләк. Бинаның үҙ ҡаҙанлығы булыуы уны йәйен дә һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирә. Ҡыҫҡаһы, һәр йәһәттән дә уңайлы был комплекс.
Әллә күпме шатлыҡ — бер юлы!Районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуға ла етди иғтибар бирелә. Быйыл Красноусол ауылында йылылыҡ селтәрен тулыһынса тип әйтерлек заманса торбаларға алмаштырып сыҡтылар. Ҡаҙанлыҡтарҙы автоматлаштырыу ҙа — көн талабы. Үткән йылдарҙа Красноусолдың Кейекбаев, Калмыков урамдарында ошо бурыс үтәлде, быйыл иһә Фрунзе урамындағы үҙәк ҡаҙанлыҡты яңыртырға мөмкинлек табылды. Килгән ҡунаҡтар ошо объект менән танышты. Был ҡаҙанлыҡ аша Красноусолдағы ике урта мәктәп, башҡорт гимназияһы, райондың мәҙәниәт һарайы, почта, телеграф, 130-сы һөнәрселек училищеһы, Һаҡлыҡ банкы, суд, прокуратура, редакция-нәшриәт комплексы кеүек социаль әһәмиәтле биналар йылытыла. Яңы технологиялар яғыулыҡты һаҡсыл тотонорға мөмкинлек бирәсәк.
Ҡунаҡтар “Красноусол” шифаханаһында ла булып, реконструкциянан һуң яңы төҫ алған 5-се корпус менән танышты. Бында ял итеүселәр өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар булдырылған. Хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу маҡсатында автомобилдәр ҡуйыу павильоны төҙөлә башлаған.
Ҡауарҙы — Красноусолдан иң алыҫ урынлашҡан ауылдарҙың береһе. Был төбәккә “Газпром” линияһы буйынса газ торбалары былтыр һуҙыла башлағайны. Ҙур күләмле эштең бер йыл эсендә башҡарылып сығырына урындағы халыҡ ышанып та етмәгәйне шикелле. Архангел районының Максим Горький ауылынан Ҡауарҙыға тиклем һәм Ҡауарҙы — Һабай — Юлыҡ йүнәлешендә тиҙ арала 20,3 километр газ үткәргес торба һуҙылды. Был эште Ишембай ҡалаһының “Струб” йәмғиәте (етәксеһе — Александр Акшанцев) эшселәре “Газпром Межрегионгаз” йәмғиәте менән берлектә атҡарып сыҡҡан. Ҡауарҙы, Юлыҡ, Һабай ауылдары араһында дөйөм 30,4 километр оҙонлоҡта газ торбаһы һуҙылған. Был өс ауылда 661 йорт булһа, быйыл шуның 67 процентын газ яғыулығына тоташтырыу күҙаллана. Был төбәкте газлы итер өсөн 20 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Ауыл осонда тантаналы шарттарҙа газ факелы тоҡандырылды.
— Был төбәктә халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн күп эш башҡарыла. Былтыр ғына Ҡауарҙы, Юлыҡ ауылдарында яңы һыу үткәргестәр файҙаланыуға тапшырылғайны, быйыл иһә газ үтә. Хәҙер тормошоғоҙ ҡаланыҡынан кәм түгел. Йорттарға бәҙрәф эшләтеү, канализация үткәреү ҙә — өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ауыл халҡы быны үтәп сығыр, тип ышанам. Мал үрсетеү, ауыл хужалығы продукцияһы етештереп һатыу ҙа әүҙемләшер тип уйлайым. Бының өсөн мөмкинлектәрегеҙ киң, — тине район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров. Марат Мәһәҙиев тә яҡташтарына изге теләктәрен еткерҙе.
Ауыл хакимиәте башлығы Азат Әбелғужин ауылдаштары исеменән район һәм республика етәкселегенә даими иғтибар өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм район хакимиәте башлығына, район Советы депутаты Фаяз Мәжитовҡа, Александр Акшанцевҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Быйыл июлдә Ҡауарҙыла ҡот осҡос хәл булды – янғында ике сабый янып үлде. Күп балалы ғаилә ауыр ҡайғы өҫтөнә бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалғайны, ауылдаштары, “Красноусол” шифаханаһы, йәмәғәтселек вәкилдәре, район хакимиәте, “Агрохим холдинг” йәмғиәте уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Тиҙ арала иғәнә аҡсаһы йыйылып, бурсанан өй һатып алынды. Ауыл халҡының, туғандарының көсө менән йорт һалынды, уға газ үткәрелде. Ҡунаҡтар ошо ғаилә — Шәүрә менән Сәйәх Вәлитовтарҙың яңы өйөндә булып, уларҙың ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлашты, изге теләктәр теләне. Ғаиләгә башҡа ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхетле йәшәргә насип итһен.
Был көндө Еҙем-Ҡаран ауылында яңы һыу үткәргес һәм участка дауаханаһының яңыртылған бинаһын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы ла булды. Унда хөрмәтле ҡунаҡтар — Марат Мәһәҙиев, Виктор Пчелинцев, Рөстәм Ишмөхәмәтов сығыш яһап, халыҡҡа изге теләктәрен әйтте. Ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ғәйнуллин, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Ҡужина, абруйлы ағинәй, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Исҡужина етәкселеккә рәхмәт белдерҙе. Ауыл һәүәҫкәрҙәре ҡунаҡтарға йыр-моң бүләк итте.
Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһы төбәктәге 21 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Иҫке бина үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән һәм ошо йылдар эсендә туҙып, файҙаланыуға яраҡһыҙ хәлгә килгән. Яңы бина һалыу тураһында күп тапҡыр һүҙ сыҡһа ла, гел кисектерелеп килде. Ниһайәт, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың ҡарарына ярашлы, элекке М. Ғафури исемендәге колхоздың буш торған ике ҡатлы идара йорто участка дауаханаһы ҡарамағына тапшырылды. Был бина асылда иғәнә рәүешендә йыйылған аҡсаға төҙөкләндерелде.
Ил төкөрһә күл була, тиҙәр. “Һыуғояр” йәмғиәте (етәксеһе — Шакир Кучаев), “Красноусол” шифаханаһы (директоры — Фаяз Мәжитов), “Газ-Сервис” йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Күскилдин, “Терминал” йәмғиәте етәксеһе А. Шепетев ҙур ярҙам күрһәткән. Бинаны төҙөкләндереүгә, ҡыйығын яңыртып ябыуға барлығы 10 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Төҙөкләндереү эштәрен Өфө ҡалаһының “Башнефтезаводстрой” төҙөлөш ойошмаһы атҡарып сыҡҡан, “Красноусол” шифаханаһы төрлө йыһаздар биргән. Хәҙер дауахананың тәүге ҡатында амбулатория урынлашһа, икенсеһендә — ятаҡ бүлмәләре. Ошонда уҡ алты урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар ҙа бар. Ветерандар өсөн айырым бүлмә ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, участка дауаханаһы һәр йәһәттән уңайлы итеп төҙөкләндерелгән. Был төбәк халҡы өсөн үтә лә мөһим.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510