Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауырлыҡтарҙы еңә барып...
Бынан тиҫтә йыллап элек райондың ғына түгел, тотош илдең ауыл хужалығы тарҡала башланы. Шул осорҙа иҡтисади көрсөккә килеп теркәлгән хужалыҡтарҙа мал ҡырҡа кәмене, техника паркы ярлыланды. Ул ғына түгел, айырым хужалыҡтар банкрот хәленә ҡалып, эшмәкәрлеген туҡтатты.

— Мин ул ваҡытта ремонт-техник предприятиены етәкләй инем, — ти, шул йылдарҙы хәтерләп, “Агро” йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Әхтәмов. — Район етәкселеге ҡеүәтле техника паркына эйә булған предприятиеға “Йәнгел” совхозының Әүнәш бүлексәһендәге ерҙәрҙе, ферманы алып, баҫыусылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнергә тәҡдим итте. Ауыл хужалығы менән бер ҡасан да шөғөлләнмәгәс, тәүҙә ни әйтергә белмәнек. Һуңынан, коллективта кәңәшләшеп, үҙебеҙҙе ошо йүнәлештә һынап ҡарарға булдыҡ. 2002 йылда тәүге 500 гектарҙа иген сәстек. Көҙгә бурыстар иҫәбенә тарҡала барған “Амангилде” совхозының Ҡырҙас, Әхмәт фермаларын алдыҡ. Биналарҙың, шулай уҡ малдарҙың хәле бик насар ине, шуға ла тәүге йылдар ауыр булды.
Бына шулай итеп “Агро” хужалығы эш башлай. Предприятие белгестәренә үҙҙәренә хас булмаған һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә тура килә: баҫыусылыҡты Ринат Әминев, малсылыҡты Азамат Ғайсин үҙ өҫтөнә ала. Дөйөм етәкселекте Наил Әхтәмов ғәмәлгә ашыра. Хужалыҡ әкренләп булһа ла кредит, лизинг ярҙамында техника һатып ала, фермаларҙы рәткә килтерә, ауыл эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы түләүҙе яйға һала. Ныҡышмалы эш һөҙөмтәһендә бер нисә йылдан баҫыусылыҡта, малсылыҡта ыңғай һөҙөмтәләр күренә башлай. Бөгөн йәмғиәт — районда тотороҡло үҫешкән, яңы технологиялар ҡулланып, йылдан-йыл етештереүҙе арттыра килгән хужалыҡтарҙың береһе.
— Хужалыҡта һөрөнтө ерҙәрҙең, сабынлыҡтарҙың дөйөм майҙаны 3626 гектар тәшкил итә, йыл һайын 2000 гектарҙан ашыу майҙанда иген, мал аҙығы культуралары сәсәбеҙ, — ти Наил Зиннәт улы. — Ауыл хужалығы ерҙәре майҙанын даими арттырып киләбеҙ. Бөгөн Әлмөхәмәт яғында 200 гектарҙан ашыу еребеҙ бар. Киләсәктә бындағы майҙанды 500-600 гектарға еткереп, айырым звено ойошторорға иҫәп тотабыҙ. Йәнгел яғындағы яландарҙың 70 проценты — пай ерҙәре. Бөтәһе 214 пайсыбыҙ бар, һәм улар менән әүҙем эшләйбеҙ. Техника паркына килгәндә, дүрт “Нива” комбайны, ике “МТЗ-1221”, шулай уҡ сәсеү комплексы менән “К-700-44” тракторы, башҡа бик күп ер эшкәртеү, мал аҙығы әҙерләү машинаһы бар. Бөгөн булған техника менән сәсеүҙе 10–15 көндә тамамлай, ураҡ эштәрен дә ваҡытында атҡарып сыға алабыҙ.
Хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүгә етди иғтибар бирелә. Уның күләмен арттырыу, сифатын яҡшыртыу маҡсатында һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡҡа бирешмәгән люцерна, йылҡы борсағы кеүек күп йыллыҡ культуралар, силос өсөн кукуруз, көнбағыш сәселә.
Үткән тиҫтә йылда хужалыҡта малсылыҡ ныҡ үҫеште. Һауын көтөүе тупланған Ҡырҙас, тана-торпо аҫралған Селивановка фермаларын күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
— Малсылыҡ — хужалыҡ ҡаҙнаһын даими тулыландырып торған төп тармаҡ, шуға күрә уны үҫтереү мәсьәләләре һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, — ти етәксе. — Фермаларҙы йүнәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын бер ҡураға капиталь ремонт үткәрәбеҙ, ағымдағы төҙөкләндереү эштәре лә ваҡытында башҡарыла, ҡорамалдар яңыртыла. Әлбиттә, етешһеҙлектәр бар. Мәҫәлән, тоҡомсолоҡ эше әлегә аҡһай, малды ашатыуҙа, тәрбиәләүҙә эшләп еткермәйбеҙ. Хаталарҙы бөтөрөргә тырышабыҙ, әлбиттә. Шулай уҡ йылҡысылыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Бының өсөн, булғанына өҫтәп, былтыр 12 бейә һатып алдыҡ, алдағы йылда уларҙы өс тиҫтәгә еткерергә, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнергә уйлайбыҙ.
Тармаҡтарҙың тотороҡло үҫеше хужалыҡтың финанс хәленә ыңғай йоғонто яһай, банктар менән яйлы эшләргә мөмкинлек бирә. Бөгөн хужалыҡ “Рәсәй ауыл хужалығы банкы”, республиканың Микрофинанслау үҙәге менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Йыл һайын алынған 3–4 миллион һумлыҡ ҡыҫҡа мөҙҙәтле кредиттар уңыш йыйғандан һуң ҡайтарыла. Хужалыҡтың эш хаҡы түләү, электр энергияһы, газ, һалымдар буйынса Пенсия фонды алдында бурысы юҡ.
— Финанс-иҡтисади хәлде тотороҡландырыу маҡсатында үҙ сығымдарыбыҙҙы үҙебеҙ ҡаплау шартына ҡоролған планлы хужалыҡ итеүгә күстек, — ти Наил Зиннәт улы. — Үҫемлекселек менән шөғөлләнгән “Агро” һәм малсылыҡ йүнәлешендә эшләгән “Аграрий” подразделениеларын булдырҙыҡ.
Хужалыҡтың өлгәшкән уңыштары нигеҙендә, әлбиттә, тотош коллективтың тырыш хеҙмәте ята.
— Бында алтмыштан ашыу кеше эшләй. Уларҙың тырыш, һөҙөмтәле хеҙмәте тураһында хужалығыбыҙ лайыҡ булған өс тиҫтәнән ашыу төрлө дәрәжәләге диплом һәм почет грамоталары һөйләй. Үҙенең эшен яратып башҡарған, юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән кешеләр күп, — ти етәксе.
Зөлфәр АМАНГИЛДИН.
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505