Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ

Йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә таныҡлыҡ биреү программаһы Баймаҡ районында уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында районда 86 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. Ошо көндәрҙә йәштәргә дөйөм күләме ике миллион һум тәшкил иткән торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Тантаналы сараға килгән Инга менән Илнур Иҙелбаевтар был бәхетле минуттарҙы биш йылдан ашыу көткән. Йәш ғаилә өс балаһы менән әлегә тиклем ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән. Сертификат ярҙамында улар өй һалырға ниәтләй.

Субсидия үҫешкә нигеҙ һала


Республика мәктәпкәсә белем биреү тармағын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 70 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ. Был — ил буйынса дәүләт ярҙамының иң ҙур күләме.
Сығымдарҙы бүлгәндә, Рәсәй төбәктәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн булдырылған өҫтәмә урындар тураһындағы статистик мәғлүмәттәр иҫәпкә алынған.

Батырҙар — беҙҙең арала

Иглин районының Урман ауылынан Лилиә Никулина “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” II дәрәжәләге орден миҙалы менән бүләкләнгән. Ил Президентының ошо туралағы указы бар.
“Урман” тимер юл станцияһы хеҙмәткәре Лилиә Никулина был наградаға былтыр майҙа Урман ауылы эргәһендәге полигонда булған шартлау ваҡытында фиҙаҡәрлеге һәм ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында юғалып ҡалмай, эште ойоштора белгәне өсөн лайыҡ булған.

“Етемдәрһеҙ ҡала” бармы?


Өфө “Етемдәрһеҙ ҡала” Бөтә Рәсәй конкурсында, 30 127 тауыш йыйып, абсолют еңеүсе булды. Шулай уҡ Калининград (25 730), Мәскәү өлкәһенең Ступино ҡалаһы (13 233) һәм Дағстан Республикаһының Дербент ҡалаһы (12 141 тауыш) үҙҙәренең категорияһында алдынғылар иҫәбенә инде.
Был сараны Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы менән берлектә Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды ойошторҙо. Бәйгелә илдең 57 төбәгенән 150 ҡала ҡатнашты. Йыл һайын үткәрелгән сараның маҡсаты — социаль етемлекте иҫкәртеү, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, мөмкин тиклем күберәк сабыйҙы ғаиләләргә урынлаштырыу.

Мал һатып алғанда ла документына ҡарағыҙ

Башҡортостанға сит төбәктәрҙән законһыҙ рәүештә мал индереү осраҡтары теркәлгән. Улар дәүләт ветеринария хеҙмәтендә тикшереү үтмәгән.
Күптән түгел Өфө районының Чесноковка ауылында Ырымбур өлкәһенән 345 һарыҡ һатып алғандар. Малдар ветеринария тикшереүе үтмәгән булған, шуға кире күрше төбәккә оҙатылған. Әлшәй районының Әбдрәшит ауылында ла ошондай хәл теркәлгән. Ситтән ҡайтарылған ике һыйыр һәм 50 һарыҡҡа тейешле документтар булмаған. Башҡортостанда бруцеллезға ҡаршы вакцина эшләнмәй, шуға күрше өлкәләрҙән, билдәһеҙ кешеләрҙән мал һатып алырға ярамай, тип иҫкәртә белгестәр.

Тәҡдимдәр ҡабул ителә

2013 йыл Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы исемле йылды үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү өсөн тәҡдимдәр ҡабул итә башланы.
Башҡортостандың башҡарма власть органдары, ғилми учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары үҙ тәҡдимдәрен 2012 йылдың 1 декабренә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрә ала. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 273-98-67.

Урман янғындарын иҫкәртеү өсөн

Республикаға урман янғынын һүндереү техникаһы һәм махсус ҡорамалдар һатып алыуға 66 миллион 843 мең һум күләмендә федераль субсидия биреләсәк.
Башҡортостанда был аҡсаға 35 берәмек махсус техника һатып аласаҡтар. 100 миллион һумдан ашыу субсидия Иркутск, Свердловск, Амур, Ленинград өлкәләре һәм Байкал аръяғы крайы өсөн билдәләнгән.

Уҡып бөтөү мөмкинлеге биреләсәк

Рәсәй Дәүләт Думаһы 2013 йылдың яҙындағы хәрби саҡырылышҡа тиклем колледж һәм техникум студенттарына армияла хеҙмәт итеүҙе кисектереп тороу тураһында закон ҡабул итеүе ихтимал.
Әлеге ваҡытта бындай хоҡуҡтан 20 йәше тулмаған, көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар файҙалана. Ә бына 17 йәштә урта белем биреү учреждениеһына уҡырға ингән егеттәрҙе, диплом алғанын да көтмәйенсә, әрме һурпаһын татырға ебәрәләр.

Америкала президент һайлайҙар

Кисә АҠШ-тың 45-се президентын һайлау участкалары асылды. Социологтар билдәләүенсә, бер кандидаттың да өҫтөнлөгө юҡ. Барак Обаманы ил халҡының 48 проценты хуплаһа, Митт Ромни өсөн халыҡтың 46 проценты тауыш бирергә әҙер.
Белгестәр фаразлауынса, Колорадо, Флорида, Айова, Мичиган, Невада, Нью-Гэмпшир, Нью-Мексико, Төньяҡ Каролина, Огайо, Пенсильвания, Виргиния һәм Висконсин штаттарында һайлау көсөргәнешле барасаҡ. Барак Обама һайлау көнөн баскетбол уйнап үткәрмәксе. Ул 26 октябрҙә алдан тауыш биргән. Һайлау үткәреүгә ике яҡ та 2-шәр миллиард доллар самаһы аҡса сарыф иткән.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511