Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотолмаҫ йылдар
Мин матбуғатҡа бик йәшләй килдем. 30-сы йылдарҙа республикабыҙҙа журналистарҙы юғары уҡыу йорттарында әҙерләү мөмкинлеге юҡ ине. Ә хәҙер Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын ғына йыл һайын тиҫтәләрсә талантлы милли кадр бөтөрөп сыға. Редакцияның һәр бүлегендә төрлө темаға мәҡәлә, очерк, һүрәтләмә, тәнҡит материалдары яҙа алырлыҡ йәш журналистар эшләй.

Беҙ эшләгән йылдарҙа журналистарға ҡытлыҡ булды. Ул ваҡытта ҡайһы берәүҙәргә генә Мәскәүҙә КИЖ-да (Журналистарҙың коммунистик институты) йәки ундағы ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа уҡып сығыу бәхете тейә ине. Бары 1950 йылдарҙа ғына редакцияларға юғары һәм өлкә партия мәктәбен тамамлап килә башланылар.
КПСС Үҙәк Комитеты ҡарары менән редакция коллективтары туранан-тура завод-фабрикаларҙа, колхоз-совхоздарҙа яҡшы эшләп, гәзит-журналдарға хәбәрҙәр, мәҡәләләр яҙып, үҙен бер ни тиклем танытҡан йәштәр иҫәбенә тулыландырыла. Күп йылдар “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләп, хәҙер ҙә ҡәләмен ташламаған иң өлкән журналист, ветеран Мирза Мостафинды бына шулар иҫәбенә индерер инем. Ул Орджоникидзе районында һәр бер заводтың нисек ойошторолоуын, эшләй башлауын үҙ күҙе менән күргән, улай ғына ла түгел, уларҙы төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан кеше. Ул 1932 йылда уҡ, “Мотор төҙөлөшө” гәзитенең мөхәррире булып эшләгәндә, “Башҡортостан” гәзитенә хәбәрҙәр, мәҡәләләр яҙып торҙо.
Мин үҙем дә, һөнәрселек училищеһын тамамлап, 8 Март исемендәге тегеү фабрикаһынан “Ленинсы” гәзитенә эшкә саҡырылдым. 1932 йылдан 1941 йылға тиклем шунда эшләнем. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәштәр гәзиттәре ябылды. Мине “Совет Башҡортостаны”на эшкә күсерҙеләр. Бына шул ваҡыттан алып пенсияға киткәнсе, 1968 йылға тиклем, ошо коллективта булдым.
1953 йылда Мәскәүҙә партияның юғары мәктәбен тамамлағас, ауыл хужалығы бүлегенә етәкселек итеүҙе йөкмәттеләр. Унда эш башлауҙың тәүге көндәренән үк ауыл хәбәрселәрен туплауға, уларҙың яҙыу оҫталығын арттырыуға ҙур иғтибар бирҙек. Бүлектә ауыл хужалығының төрлө тармағында эшләүсе белгестәр, ғалимдарҙан торған совет ойошторҙоҡ. Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығының баш агрономы Н. Ашимов, профессорҙар С. Тайчинов, В. Ғирфанов, С. Хангилдин бүлеккә план төҙөүҙә, яңы авторҙар туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтә ине.
Мин бүлектә күп йылдар буйы матбуғатта ҙур тәжрибә туплаған, баҫалҡы, бик һәйбәт кеше, шағир һәм оҫта тәржемәсе Фәйзи ағай Бикбов менән бергә эшләнем. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград блокадаһында булған, ҙур батырлыҡтар күрһәткән, күп орден-миҙалдар менән наградланған. Контузиянан һуң байтаҡ ваҡыт Өфөлә госпиталдә дауаланды, оҙаҡ ауырыны, ҡолаҡтары ишетмәне. Шулай ҙа бирешмәне. Бүлеккә урыҫса килгән бөтә мәҡәләләрҙе ул тәржемә итте.
Ун йыл ғүмеремде хаттар бүлегендә эшләүгә бирҙем. Һуңғы йылдарҙа беҙ бүлектә ҡатын-ҡыҙҙар ғына тороп ҡалдыҡ. Әлшәй районы гәзитенең элекке мөхәррире йәш журналист Ғәзимә Ғәйнетдинова һуғыш барған ауыр йылдарҙа Әлшәй, Дәүләкән, Бәләбәй райондарында гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Редакцияла күп йылдар эшләү осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙан бындай ауыр бурысты башҡарған башҡа кешене хәтерләмәйем. Ул ваҡытта был ирҙәр генә башҡара торған ҡатмарлы эш ине. Ғәзимә Ғәйнетдинова ҡойоп ямғыр яуғанда ла, ҡышҡы әсе һалҡын бурандарҙа ла бер колхоздан икенсеһенә йәйәүләп йөрөп, мәҡәләләр, һүрәтләмәләр яҙҙы. Күп йылдар үткәс кенә, уны редакцияның хаттар бүлегенә күсерҙеләр. Ул, бер нисә йыл буйы ҡаты ауырып, беҙҙең аранан бик иртә китте.
Йыш ҡына беҙ редакцияға килгән ҡайһы бер хаттарҙы күмәкләп уҡый торғайныҡ. Бер ваҡыт шулай Ташкентта йәшәүсе Нәфисә Сәйетгәрәеванан хат алдыҡ. Уның әсәһе 1943 йылда һуғыш яланында ятып ҡалған ире тураһында хәбәр алғас, ҡайғы-хәсрәттән башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ике йәшлек ҡыҙын өләсәһендә ҡалдырып, ситкә сығып китә. Нәфисә күп йылдар өләсәһе менән йәшәй, мәктәптә уҡый, Белорет ҡалаһындағы төҙөүселәр училищеһын тамамлағас, комсомол путевкаһы менән Ташкентҡа төҙөлөшкә эшкә китә. Бер нисә йыл буйы әсәһен эҙләй. Ҡайҙарға ғына яҙмай ул!.. Был турала ярҙам һорап, беҙгә лә хат килде. Беҙ уның хаты буйынса күп кенә район ойошмаларына мөрәжәғәт иттек. Күпмелер ваҡыт үткәс, әсәһенең иҫән-һау икәнен, Ҡалтасы районының Хажы ауылына ҡайтып яңы ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп һәйбәт кенә йәшәп ятыуын белдек һәм шунда уҡ Нәфисәгә был турала хәбәр иттек. Бына ул Ташкентта 23 йылдан һуң әсәһе менән нисек осрашыуы, үҙенең ҡыуанысын тәфсирләп, рәхмәттәр әйтеп редакцияға хат яҙып ебәргән. Беҙ ошо хатты уҡып, илашып ултырғанда, көтмәгәндә бүлмәгә мөхәрриребеҙ Вәли Нафиҡов килеп инде. Уның шулай редакцияға эшкә иртә килеп, бүлмәнән бүлмәгә инеп, журналистарҙың, машинисткаларҙың хәл-әхүәлен һорашып йөрөй торған яҡшы ғәҙәте бар ине. Ул беҙҙең ишекте ҙур итеп асты ла аптырап туҡтап ҡалды.
— Был ни хәл, ниндәй бәхетһеҙлек булды? Ниңә улай илашып ултыраһығыҙ? — тип һораны. Беҙ уға Нәфисәнең хатын бирҙек. Ул хатты уҡып, бер аҙ уйланып торҙо ла:
— Бик һәйбәт хат, бындай хаттарҙы йыйып гәзиткә бер мәҡәлә яҙғанда, яҡшы булыр ине. Былай көн һайын хат уҡып, илашып ултыра торған булһағыҙ, тиҙ ҡартайырһығыҙ, — тип беҙҙе шаяртып, сығып китте. Бер нисә көндән гәзиттә минең “Шатлыҡтар уртаҡ булһын” тигән мәҡәләм баҫылып сыҡты. Мин уны Бөйөк Ватан һуғышы осоронда юғалтҡан ата-әсәһен, балаларын, яҡын туғандарын эҙләп табыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорап яҙған хаттарҙы файҙаланып яҙҙым.
Үҙем менән бер осорҙа миңә тиҫтәгә яҡын мөхәррир менән эшләү бәхете тейҙе. Улар араһында танылған яҙыусы Ғилемдар Рамазанов кеүек яҡшылары күберәк ине, әлбиттә. Ләкин гәзит һәм типография эшенең бөтә нескәлектәрен үҙенең биш бармағы кеүек белгән бер генә мөхәррирҙе — Вәли Нафиҡовты — әйтер инем. Ул бик һәйбәт журналист булыу менән бергә шағир ҙа, яҙыусы ла ине. Иң мөһиме — бик кешелекле, иғтибарлы, йомшаҡ күңелле, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл кеше булды. Ул үҙе менән бергә эшләүселәргә, журналисмы, машинисткамы, типография эшсеһеме — бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, улар менән яғымлы һөйләшә, етешһеҙлектәрен әйтә, эшендә ярҙам итә торғайны. Ул да үҙенең ҡәләмдәш дуҫтары менән һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китте. Ҙур батырлыҡтар күрһәтте, күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Һуғышта алған яраларҙан күп йылдар буйы яфаланды. Шулай ҙа ул “Совет Башҡортостаны” гәзитенең иң оҙаҡ эшләгән мөхәррире булды. Ул йылдарҙа редакцияға күп кенә йәш журналистар, талантлы шағирҙар һәм яҙыусылар килде. Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Абдулхаҡ Игебаев, Ғәли Ибраһимов, Ғабдулла Әхмәтшин, Рәшит Солтангәрәев әҙәбиәткә, шиғриәткә бына ошо осорҙа килде. Ул ваҡытта хәҙерге танылған драматургтар Ибраһим Абдуллин — Шаран районында, Ғәли Ибраһимов — Ишембай ҡалаһында, Мөхәммәт Хәйҙәров Учалы районында үҙ хәбәрселәребеҙ булып эшләне. Ғәли Ибраһимов һуңынан гәзиттең сәнәғәт һәм транспорт бүлегенә етәкселек итте һәм ошо осорҙа үҙенең “Кинйә” романын яҙҙы.
Беҙ, сәнәғәт һәм транспорт бүлеге менән берлектә, Өфөнөң Орджоникидзе районында, шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары предприятиеларында, төҙөлөштәрҙә хәбәрсе постары, штаттан тыш бүлектәр ойошторҙоҡ. Шулай уҡ Учалы, Баймаҡ, Маҡар, Нуриман райондарында ауыл хәбәрселәре мәктәптәре эшләне. Уларға ярҙамға хаттар бүлеге ай һайын махсус листовкалар баҫып сығарҙы. “Теманы нисек һайлап алырға”, “Ауыл хужалығы темаһына хәбәрҙәрҙе нисек яҙырға”, “Гәзиттә фельетон” һәм башҡа темаларға листовкалар баҫылды. Бына ошо саралар эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең активлығын күтәреүгә ярҙам итте. Редакцияға хаттар килеү айҙан-айға арта барҙы. Мәҫәлән, 1945 йылда — 14 мең 500, 1950 йылда — 25 мең, 1960 йылда 35 меңдән ашыу хат алынды.
Беҙ эшләгән ваҡытта башҡорт телендә юридик темаға бәйләнгән әҙәбиәт бик аҙ сығарыла ине. Булғандарын да урындарҙа табыуы ҡыйын булды. Беҙ, был хәлде иҫәпкә алып, “Юридик консультация” бүлеге ойошторҙоҡ. Был бүлеккә тәжрибәле юрист Талха Хәкимов менән Башҡортостандың Социаль-тәьминәт министрлығынан Энгель Шакиров етәкселек итте. Редакцияға теге йәки был мәсьәлә буйынса аңлатма биреүҙе һорап яҙған бер генә хат та яуапһыҙ ҡалманы. Гәзиттә “Һорағыҙ — яуап бирәбеҙ”, “Беҙҙең консультация” тигән рубрикалар бына ошо осорҙа барлыҡҡа килде лә инде.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда редакцияға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында көн һайын фронттан хаттар, хәбәрҙәр килеп торҙо. Уларҙың байтағын гәзиттә баҫып сығарҙыҡ. Һуғыштан һуң да иҫән ҡалған яугирҙәрҙән күп хат алдыҡ. Ул яҙмалар бөтәһе лә беҙҙең бүлектә тупланды. Уларҙы айырым папкаларҙа бик ҡәҙерләп һаҡланыҡ. Был яҙмалар, иҫтәлектәр менән эшләү өсөн танылған яҙыусы Әхтәм Ихсанды саҡырҙыҡ. Ул ошо уҡ дивизияла һуғышта ҡатнашҡан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының “Ҡыҙыл атлылар” гәзите редакцияһында эшләгән. Ҙур батырлыҡтар күрһәткән күп кенә командирҙарҙы, һалдаттарҙы күреп белә. Был осорҙа ул үҙенең “Саҡма тояҡ аттарҙа” тигән әҫәрен яҙа башлағайны. Ул беҙгә килгән хаттарҙы эшкәртеүгә ихлас тотондо. Күп кенә авторҙар менән хатлашты, өҫтәмә материал алды. Байтағын үҙенең әҫәрендә лә файҙаланды. Мин пенсияға киткәндә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренән һәм шулай уҡ уларҙың ҡатындарынан, яҡын туғандарынан килгән хаттар өс ҙур ҡалын папкаға йыйылғайны.
Ул ваҡытта бүлектә бергә эшләүсе ҡәләмдәш дуҫтарымдан был хаттарҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡлауҙарын үтенеп һорағайным. Ләкин редакцияларҙың архивтары, һаҡларға урын булмағанлыҡтан, ике-өс йылдан һуң юҡ ителә килде. Шул арҡала был хаттар ҙа архивтағы башҡа редакция материалдары менән бергә киткән булып сыҡты. Ул хаттарҙы республикабыҙҙың үҙәк архивына тапшырмай китеүемә бик үкенәм. Был ҡиммәтле яҙмалар тарихсылар, ғалимдар һәм яҙыусылар өсөн ниндәй һәйбәт мәғлүмәт булыр ине.
(“Башҡортостан”,
1998 йыл, 12 февраль).

Роза КӘРИМОВА,
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519