Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡомартҡы һәм сеймал: ҡайһыһы ҡәҙерлерәк?
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Сода” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда предприятиеның сеймалға мохтажлығына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында митинг үтте.
“Сода” булырға тейеш!”, “Сода” йәшәргә тейеш!” тигән саҡырыуҙар йыйылыусыларҙың маҡсатын аныҡланы. Йәнәһе, Европала һәм илдә яндырылған сода, таҙартылған натрий бикарбонаты етештереүсе берҙән-бер предприятиены сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе әлегәсә хәл ителмәгән. Митингка йыйылыусылар шихандарҙа геологик тикшеренеү алып барыу өсөн уларҙан тәбиғәт ҡомартҡылары статусын алыуҙы һорап сығыш яһаны. Сеймал етешмәй тип, ҡаланы ғына түгел, илде көнкүрештә бик кәрәкле продукция менән тәьмин иткән ҙур предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатыу мөмкин түгел, тигән фекерҙә улар.
Бының менән килешмәүселәр ҙә хаҡлылыр, сөнки предприятие сеймал сығанағы булараҡ Торатауҙы, Йөрәктауҙы эшкәртә башларға теләй. Урындағы йәмәғәтселек халҡыбыҙ өсөн изге урынды заводҡа биреүгә ризамы? Шуға ла гәзит уҡыусыларға ошо мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдереүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Нина НИКАНДРОВА, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары:
— Йәйгеһен был мәсьәлә министрлыҡта Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Стәрлетамаҡ районының Алатана ауыл Советы, “Башхим” йәмғиәте вәкилдәре менән берлектә ҡаралды. Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса, федераль министрлыҡ Йөрәктау менән Торатауҙың төбәк кимәлендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын хупланы, шихандарҙың ҡиммәтен баһаланы. Шәкетау ятҡылығындағы сеймал әле биш йылға етерлек. Артабан “Сода” предприятиеһы Ҡаран ятҡылығында эш башлай ала. Геологик тикшеренеү һәм эшкәртеү өсөн предприятиеның лицензияһы бар. Шуға ла “Сода” предприятиеһының хеҙмәткәрҙәре эшһеҙ, ойошма сеймалһыҙ ҡала, тип әйтеү дөрөҫ түгел.
Венера ФАРГАНОВА, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат секретары:
— ЮНЕСКО Торатау кеүек тәбиғәт ҡомартҡыларын һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау өсөн күп эш башҡара. Был тауҙы һаҡлаусыларҙы һәм яҡлаусыларҙы һәр йәһәттән хуплайбыҙ. Торатау йәшәргә тейеш!
Ишғәле НУРҒӘЛИЕВ, яҙыусы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Торатауға бәйле һәр мәғлүмәтте тыңлап, уҡып торам. Үҙем дә был темаға байтаҡ мәҡәлә яҙҙым. Айырыуса митингтан һуң ҡаным ҡайнап китте. Сәнәғәт берекмәһенә сеймал етмәй тип, уникаль ҡомартҡыға ҡулдары күтәрелерме икән?! Хәйер, беҙҙең арала ундай фекерле әҙәмдәр бар. Тау булды ни ҙә, булманы ни уларға. Халыҡҡа шифер, цемент, сода кәрәк, эш урындарына ла мохтажлыҡ ҙур, тип фекер йөрөтәләр. Шәкетау тиклем Шәкетауҙы ҡаҙып, соҡоп бөтөрҙөләр. Халыҡҡа ни тиклем ярҙамы тейҙе уның?
Ә бындай митингка сығып, һүҙ ҡуйыртҡан кешеләргә шуны әйтер инем: бөтөн донъя сүплеккә әйләнеп бара, шундағы ҡалдыҡтарҙы эшкәртегеҙ. Көнбайыш тәжрибәһен өйрәнһендәр.
Айнур ИШЕМҒОЛОВ, Салауат ҡалаһы:
— Һуңғы ике йыл эсендә Торатауҙы яҡлап, һаҡлап ҡалыуға өндәгән акциялар бихисап булды. Уларҙың һәр береһендә тиерлек ҡатнаштым. Был сараларҙа халыҡтың күп булыуы ҡыуандырҙы. Ә “Сода”ның акцияһына ни бары 300-гә яҡын кеше сыҡҡан. Бында эшләгәндәрҙе заводтан ҡыуыу менән янап, майҙанға сығарғандарҙыр инде. Белгестәр әйтеүенсә, ер аҫты байлыҡтары ла бар бит, тик уларҙы эшкәртә башлау өсөн ҙурыраҡ сығым кәрәк. Предприятие иһә еңел юлдан китергә уйлай — Торатауға ҡул һуҙа.
Был тау иһә — халҡыбыҙ байлығы. Уны юғалтһаҡ, йөҙөбөҙҙө юғалтасаҡбыҙ.
Гөлназ ӘХМӘТОВА, БДУ студенты:
— Торатау хаҡында ата-бабаларыбыҙ “Ерҙең кендеге” тип әйтеп ҡалдырған. Тик бөгөн тауҙың яҙмышы бизмәнгә һалынған һымаҡ. Уның бер яғында — ҡомһоҙ олигархтар, икенсе яғында — халыҡ. Кем еңер? Ошо бәрелештә аҡса өҫтөнлөк алмаһын өсөн халыҡҡа берҙәм булырға кәрәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512