Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш тип ҡайтҡайныҡ, өйлө лә булдыҡ!
Эш тип ҡайтҡайныҡ, өйлө лә булдыҡ!“Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә, тигәндәре шулдыр инде: әле генә ҡәйнәм менән ҡайнымды Стәрлебашҡа оҙатҡайныҡ, бына һеҙ килеп төштөгөҙ...” Шулай һөйләнә-һөйләнә ҡыуанып ҡаршы алды беҙҙе Бүздәк ауылында йәшәгән Лиана Савина. Күп тә үтмәй ире Альберт та эштән ҡайтып инде. Йәштәрҙең беҙҙең менән уртаҡлашырға ҡыуанысы ла бар икән — малайҙары Искәнйәрҙең 40 көнлөгө.

Лиана район үҙәк дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләй, әле декрет ялында. Альберт та ошонда уҡ акушер-гинеколог. Ике йәш йөрәк Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡығанда танышҡан.
Стәрлебаш егете Альберт төркөмдәш ҡыҙҙар араһынан уңған, асыҡ күңелле, көләс йөҙлө Бүздәк һылыуы Лианаға шунда уҡ иғтибар итә. Әлбиттә, ҡыҙыҡай ҙа мөһабәт кәүҙәле, теремек һәм шаян егетте тәү күреүҙән үк оҡшата. Улар ҡулына диплом алғас, 2011 йылда ғаилә ҡороп ебәрә. Студент ятаҡханаһында матур итеп йәшәй башлайҙар. Икеһе лә интернатура тамамлай. Артабан ҡайҙа барырға тип оҙаҡ баш ватмайҙар, Бүздәккә ҡайтырға ҡарар итәләр, сөнки Лиана уҡыған сағында уҡ тыуған яғында практика үтә, етәкселәр менән аралаша, эшкә урынлашырға теләге булыуын да йәшермәй. Шуға ла дауахана етәкселеге уларҙың районға ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Бүздәктә Савиндар ғаиләһе тәүҙә Лиананың ата-әсәһендә йәшәй.
Тәжрибә етеңкерәмәүе сәбәпле, йәш белгестәргә эш башлап китеүе ауыр була, әммә улар төшөнкөлөккә бирелмәй. Өлкәнерәк табиптар уларға һәр саҡ кәңәшЭш тип ҡайтҡайныҡ, өйлө лә булдыҡ! бирә, шәфҡәт туташтары ла, санитаркалар ҙа ярҙамынан өҙмәй. Йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә — район дауаханаһы етәкселеге Савиндар ғаиләһенә ведомство фатирынан асҡыс тапшыра. Ҡыуаныстың иге-сиге булмай, әлбиттә. Асҡысты алған көндө үк улар йәшәргә күсә.
– Һәр кем үҙ мөйөшөн, ғаилә усағын булдырырға теләй. Беҙ ҙә, атай-әсәйем менән татыу ғына йәшәһәк тә, йыш ҡына айырым торорға ине тип хыяллана инек, шөкөр, фатирлы ла булдыҡ, – ти Лиана. – Атай-әсәй һәр саҡ беҙгә көс-ҡеүәт биреп торҙо, ауыр ваҡытта ярҙамдан да айырманы.
Савиндарҙың өйлө булыу шатлығы бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Икеһе лә дауаханала эшләгәс, 2012 йылда ғаиләне “Ауыл табибы” программаһына индерәләр. Шулай итеп, йәштәр дәүләттән бүленгән аҡсаға район үҙәгендә 16 сутый ер һатып ала, июлдә йортҡа нигеҙ һалына. Проектты һайлағанда Лиананың атаһы ярҙам итә. Ике миллион һум аҡса фәҡәт төҙөлөшкә тотонола. Әле Савиндарға өй туйларға күп ҡалмаған: ҡыйығы ҡапланған, түшәме-иҙәне һалынған, эстә биҙәкләү бара. Газ, һыу үтәсәк, нәҡ ҡала фатирындағы кеүек бөтә шарттар буласаҡ. Ике ҡатлы йорт әле үк биҫтәне биҙәп ултыра.
– Беҙҙең урамда башҡа йәштәр ҙә йорт күтәрә, күптәре ауылды социаль яҡлау программаһы буйынса торлаҡлы булды, – ти Альберт. – Шөкөр, дәүләтебеҙ, республика етәкселеге йәштәрҙең торлаҡ проблемаһын хәл итеү маҡсатында яңы программалар ҡабул итә, был үҙ сиратында төпкөл райондарҙа кадрҙарға булған ҡытлыҡты бөтөрәсәк.
Әйткәндәй, “Ауыл табибы” программаһына ярашлы Бүздәк районына былтыр алты белгес ҡайтҡан, быйыл тағы 13-ө эшкә урынлашҡан. Араларында баш ҡаланан ғаиләләре менән күсеп килгәндәр ҙә бар. Әммә медицина белгестәренә ихтыяж һаман да тойола районда: инфекционист, рентгенолог, фтизиатр кәрәк. Теләге булғандар Бүздәк үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итә ала.
Самат ҒӘЛИН
Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509