Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзит — көтөп алынған ҡунаҡ
Гәзит — көтөп алынған ҡунаҡ“Башҡортостан” гәзите менән оҙаҡ йылдар дуҫбыҙ. Ул беҙҙең өсөн — көтөп алған, яратып уҡыған баҫмаларҙың береһе. Ғөмүмән, милли матбуғатҡа ихтирамыбыҙ бик көслө, шуға күрә өйөбөҙҙә “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары ла — һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ.

“Башҡортостан” гәзитенең халыҡ өсөн күберәк файҙалы, фәһемле мәҡәләләргә урын биреүе һөйөндөрә. Тарихи шәхестәр, арҙаҡлы замандаштар хаҡында йотлоғоп уҡыйым, ҡайһы берҙәре менән тап ошо баҫма аша танышам.
Ғаилә, бала тәрбиәләү, социаль мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау, етем һәм ҡарауһыҙ сабыйҙар проблемалары бик күптәрҙе борсой торғандыр. Мин дә приюттар, ҡарттар йорттары хаҡында тыныс ҡына уҡый алмайым, йөрәк өшөй, күҙгә йәш эркелә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, гәзитебеҙ — тормош энциклопедияһы. Шиғри шәлкемдәр, әҙәбиәт донъяһы, сәнғәт йондоҙҙары — барыһы ла сағылыш таба унда.
Тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл түгел. Үҙгәрештәр еленең һәр саҡта ла халыҡ файҙаһына булмауы күңелде ҡыра, кәйефте төшөрә. Ҡырҡ йылға яҡын мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым, өҫтәмә эш хаҡы түләнмәһә лә, дәрестән һуң артта ҡалған балалар менән айырым шөғөлләндек. Ҡайҙа ти ул хәҙерге ҡайһы берәүҙәр кеүек: “Балаларҙың белеме түбән, репетитор яллағыҙ!” — тип әйтергә. Ундайҙарға: “Һин үҙең ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланың, эшеңде ни өсөн башҡалар елкәһенә һалырға тырышаһың?” тип әйтке килә. Һәр ата-әсәнең түләп уҡытырға мөмкинлеге юҡ. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың төрлө байрамға бүләк, сәйәхәткә путевка, ришүәт алыуға намыҫы еткәненә аптырайым. Быларҙың барыһын да ата-әсәләр ауыҙынан ишетеп беләм, ғәрләнәм. Ошонан сығып, бер тәҡдимемде һеҙҙең ҡарамаҡҡа еткерәм: “Башҡортостан” гәзите, ҡыйыулығын туплап, мәктәптәрҙәге ришүәтселектең тамырына зыян килтерерлек мәҡәләләре менән уҡыусыларын ҡыуандырһа ине.
Тағы ла бер мәсьәлә мине бик борсой. Дин тәғлимәттәрен хөрмәт итәм, диндар кешеләрҙең кешелеклелек, инсафлыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙә ҙур көс икәненә инанам. Халыҡты ойоштороуҙа күп изге эш башҡарған мулла, хәҙрәт, имамдарҙы беләм. Уларҙың иңенә ил-йорт именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ һалынған. Тимәк, дин әһелдәре бөгөн уҡымышлы, ғәрәп, урыҫ телдәрен яҡшы белгән, киң ҡарашлы, башҡаларға һәр яҡтан өлгөлө шәхес булырға тейеш. Ә нимә күрәбеҙ? Йыш ҡына “төшөрөргә” яратҡан, халыҡ араһында абруй ҡаҙанмаған кешеләр мулла булып китә. Мәсеттәрҙә мәртәбәле, кеше менән уртаҡ тел таба алған, хөрмәтле шәхестәр эшләһен, ә үткенселәр түгел.
Аллаһ йорттарын сауҙа нөктәһенә, алыш-биреш урынына әүерелдереүгә лә ҡырҡа ҡаршымын. Хәҙер мәсеткә инһәң, колбаса, бал һәм башҡа ризыҡтар өйөлгән витриналарҙы күреп, аптырашта ҡалаһың. Ниңә, хәҙер мәсетте лә коммерция үҙәгенә әүерелдерәйекме ни? Кеше менән аралашыу, эсеңде бушатып, ҡайғы-хәсрәтеңде таратып, күңелдәрҙе сафландырып ҡайтыу урыны түгелме ни ул? Өфө мәсеттәренең береһендә күңелһеҙ хәлгә тарыным. Ирем мәрхүм булғанға өс йыл тулғайны. Уның яҡты иҫтәлегенә, рухына бағышлап аят уҡытмаҡсы инем. Эш кейемендә килеп сыҡҡан “хәҙрәт” Ҡөрьәндең битен бер тынала уҡып сыҡты. “Дөрөҫ уҡыманығыҙ, ашыҡтығыҙ”, — тип ҡәнәғәтһеҙлегемде белдермәй булдыра алманым. Ҡумтаға хәйер һалдым да ялт итеп сығып киттем. Мәсеткә килеп, кәйефем боҙолор тип һис тә уйламағайным. Кеше күңеленә үтеп инә алмайынса, бары хәйер аҡсаһын ғына көтөп ултырған муллалар тураһында ла гәзит битендә уҡығы килә. Башҡаларға һабаҡ, фәһем булһын өсөн.
“Башҡортостан” гәзитен сығарыуға көс, тырышлыҡ һалған бөтә хеҙмәткәрҙәргә ижади уңыштар теләйем.
Мәрфуға ҒӘЛИНА,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы
.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509