Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уларҙан өлгө алырға була
Була бит шундай ғәжәп кешеләр — егәрлелеге, уңғанлығы менән бөтә халыҡты таң ҡалдырып, донъя ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәреп, ҡайғы-хәсрәт күрһә лә, шат күңеллелеген, кәйеф күтәренкелеген юғалтмай, тормоштан йәм табып йәшәүселәр! Ундайҙар янында башҡаларға ла еңел. Ышаныслы ҡулдарының йылыһын тойоу һәр кемгә көс һәм дәрт, рәхәтлек хисе өҫтәй.

Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе Гөлфинә Сәлмән ҡыҙы менән Хәким Мырҙабай улы Мөхәмәҙиевтәр — ана шундай көслө ихтыярлы, һоҡланғыс кешеләр. Оло йөрәкле, алсаҡ, илтифатлы ҡатын Герой-әсә орденын ғорурлыҡ менән йөрөтә.
Ҡасан ғына әле улар, егет менән ҡыҙ, тормош ҡороп йөрөй ине. Баҡһаң, ул көнгә 58 йыл үтеп киткән. Ғаилә башлығы Хәким ағай иртәнән кискә тиклем урманда эшләне. Гөлфинә Сәлмән ҡыҙы балаларын тәрбиәләп, мәктәпкә ебәрҙе, ҡайтыуҙарына тәмле, хуш еҫле аш бешереп, йылмайып ҡаршы алды.
Хәким Мырҙабай улы йәштән үк Инйәр урман хужалығында эшләне. Башта тәжрибәле урмансылар был ҡаҡса кәүҙәле егеттең ауыр эш башҡара алыуына икеләнеп ҡарай. Ата-бабаларыбыҙ “Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә” тип юҡҡа әйтмәгән шул — Хәким ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт, ышаныс яулай, йөкмәтелгән һәр бурысты еренә еткереп башҡара. Шуға күрәлер ҙә егет алдынғылар рәтенә баҫа. Планды арттырып үтәгәне өсөн уны маҡтап телгә ала башлайҙар. Әйткәндәй, нәҡ Хәким Мырҙабай улы беренселәрҙән булып “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” исеменә, “Биш йыллыҡ ударнигы” билдәһенә, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалына һәм башҡа күп маҡтаулы бүләккә лайыҡ була. Ноҡат ауылында йәшәгәндә уны бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлайҙар.
Тәүге йылдарҙа урмансының ҡулында бысҡы менән балта булһа, һуңғараҡ улар “Дружба”, “Урал” бензин бысҡыларына алмаштырылды. Урманға машиналарҙа алып баралар, эш көнө бөтөү менән өйөнә илтеп ҡуялар. Әҙер ағасты элеккесә ат ярҙамында түгел, ә ҡеүәтле тракторҙар менән урман эсенән һөйрәп сығарып, йөк машиналарына тейәп ташыйҙар. Хәким ағай былар өсөн әле ихлас ҡыуана.
Мөхәмәҙиевтәрҙең оло улдары ла хеҙмәт юлын Инйәр леспромхозында тракторсы булып башлаған. Ҡыҙҙары Асы тимер юлында эшләне, Фәниә — төҙөүсе, Ғәли — рам яһау оҫтаһы, Ибраһим — шахтер, Әлиә тегенсе булды, кинйәләре Розалиә юғары педагогик белем алды. Хәҙерге ваҡытта күптәре элекке һөнәрҙәрен заманға ярашлыһына алмаштырҙы, әлбиттә.
Атай-әсәйҙең бер-береһен хөрмәт итеп, татыу ғүмер кисереүе тормош һуҡмағында осраған бар ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итә. Аталары ял көндәрендә хәл йыям тип аяҡ һуҙып ятманы. Балаларының ярҙамлашыр йәшкә еткәндәрен эйәртеп, бергәләп тегеһен-быныһын эшләр ине. Иң мөһиме — ата-әсә бер ваҡытта ла эскелек менән мауыҡманы. Шуның өсөндөр балаларының да насар ғәҙәттәре юҡ. Алма ағасынан йыраҡ төшмәгән кеүек, һәммәһе үҙҙәренә оҡшап намыҫлы, эшсән, ярҙамсыл булып үҫте.
Улар тыуған йортона ҡайтҡан саҡта: “Беҙ ялға ғына түгел, ә атай-әсәйгә ярҙамлашырға киләбеҙ”, — ти. Күмәк булғас, эш ырай.
Балаларының һәр береһе, тормошта үҙ юлын табып, тыуған ояны ҡалдырып китә торҙо, шулай ҙа ырыҫлы өйҙөң бушап, күңелһеҙ тынлыҡта ҡалғаны юҡ. Ял көндәрендә, байрамдарҙа был йорт тағы ла йәмләнә: балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килеп, атай-әсәй йортон шат тауышҡа күмә.
Гөлфинә Сәлмән ҡыҙы менән Хәким Мырҙабай улынан: “Нисек итеп береһенән-береһе уңған, тәртипле, тырыш балалар үҫтерә алдығыҙ?” — тип һораусылар ҙа юҡ түгел. Хәким ағай һүҙҙе оҙонға һуҙмай ғына: “Мин көндәр буйы урманда йөрөнөм. Балалар менән әсәләре булды, тимәк, бөтә тәрбиә — уныҡы”, — тип яуаплай. Әсә иһә: “Балаларҙы киләсәктә ниндәй итеп күргең килһә, иң элек үҙең шулай бул, — ти. — Улар бит үҙеңдән үрнәк алып үҫә. Хәҙерге әсәләр бер йәки ике бала таба ла шуның менән бурысымды үтәнем, ти. Улай түгел шул. Ҡайҙа бала күп, унда һәр саҡ тәртип. Улар бер-береһен тәрбиәләшә. Кеселәре ололарынан өлгө ала”.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509