Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ат-затыбыҙға тоғро балалар үҫтерәйек
Илебеҙҙең мәғариф тармағында үҙгәрештәр туҡтауһыҙ булып тора. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың күбеһе, башланған осоронда ни тиклем генә маҡталмаһын, аҙағынаса еткерелмәй. Тимәк, үҙен аҡламай. Әммә һәр яңылыҡ милләттәргә кире йоғонто яһамай ҡалмай, айырыуса тәрбиә өлкәһендә.
Үҙгәрештәр халыҡ яҙмышында ниндәй роль уйнай? Мәҡәләмдә шәхси уйланыуҙарымды әсәй, өләсәй, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист күҙлегенән сағылдырып китмәксемен.

Әсәй уйланыуҙары. Өфө ҡалаһында тарихта беренсе башҡорт мәктәбен (хәҙерге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), тәүге балалар баҡсаһын (элекке Фрунзе урамындағы 12-се балалар баҡсаһы, мөдире Сәлимә Әзмәтова булды) астырыуҙа ең һыҙғанып йөрөнөм. Әсәй булараҡ, балаларымды ят мөхиттә ят тел аша тәрбиәләүҙе күҙ алдына ла килтермәнем, сөнки сабый кәмендә биш йәшкә тиклем туған теле, туған моңо, үҙ милләтенең йолалары нигеҙендә тәрбиәләнергә, халыҡ мәҡәлдәрен, әкиәт-риүәйәтен тыңлап үҫергә, йәғни әсә ҡарынында ала башлағанды әсә телендә дауам итергә тейеш. Шунан һуң ғына ике теллелек башланыуы маҡсатҡа ярашлы була.
Үҙем заманында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тәүгә асылған башҡорт класында белем алдым. Урыҫ кластарында уҡыған башҡорт балаларының үҙ милләте яҙмышына ни хәтлем битараф булыуын үҙ күҙем менән күрә һәм рухи тәрбиәлә туған телдең ниндәй әһәмиәткә эйә икәнлегенә төшөнә килдем. Әсәйем, ябай колхозсы, бер класс белемгә лә эйә булмаған кеше, был йәһәттән ғәжәп аҡыллы фекер йөрөткән. Абзыйым менән апайым, урыҫ класында уҡыһа ла, дәрес әҙерләгән саҡта ғына сит телдә аралашты. Башҡа ваҡытта фәҡәт башҡортса һөйләштек. Өйҙә гел туған телдә йыр-моң яңғыраны, абзыйыма мандолина, гармун алып бирҙеләр. Әсәйем беҙгә төрлө көй өйрәтә ине. Ғаиләләрендә фәҡәт урыҫ телендә һөйләшкән башҡорт балаларын: “Ата-әсәһе менән туған телендә аралашмаған баланы миңрәү кеше һымаҡ күрәм дә ҡуям. Балаларын нимә уйлап моңдан яҙҙыралар икән? Туған телен белмәгәс, йырлай ҙа алмайҙар инде...” — тип йәлләгәнен ишетә йөрөнөм. Туған моңдоң рух тәрбиәләүҙә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булғанлығын аңлағанмы, тойғанмы, белгәнме, берәйһенән ишеткәнме, быуаттар буйы тупланған халыҡ аҡылы шулай үҙен һиҙҙергәнме — ҡәҙерлемә әлегәсә аптырайым һәм һоҡланам.
Алда әйтеп үткәнемсә, мин уҡыған йылдарҙа, ни ғиллә менәндер, башҡорт кластары асылды. Әммә уларға балалар туған телгә өйрәтеү маҡсаты менән тупланмаған булып сыҡты: уҡыуҙа артта ҡалғандар, мәктәп программаһын үҙләштереүгә барымы булмағандар, бер класта ике-өс йыл ултырғандар йыйылғайны. Район үҙәктәрендә әле лә башҡорт кластарына шундай ҡараш йәшәп килә. Шуға күрә лә туған телгә өйрәтеүҙең һөҙөмтәһеҙлеге тураһында ике ятып бер төшөңә инмәҫ фекерҙәр таралды һәм һаман да таратыла.
Шул уҡ ваҡытта башҡорт ауылдарында башҡорт мәктәптәре программаһы буйынса уҡыған, үҙ мөхитендә тәрбиәләнгән балаларҙың ысын илһөйәр, телһөйәр, рухлы, тәрбиәле, белемле булып үҫеүе телгә алынманы. Әле исеме илгә таралған әһелдәребеҙ, халҡыбыҙҙың күҙ терәп торған рухлы уҙамандары заманында башҡорт мәктәптәрен тамамлаған.
Ошондай уй-фекер, күҙәтеүҙәр менән башлағайным ғаилә тормошон. Балаларымдың атаһы Диҡҡәт Бураҡаев башҡорт мәктәбендә белем алып, Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡайтҡан, халыҡ араһында “башҡорт Ломоносовы” исемен алған ғәжәп киң мәғлүмәтле, тәрән белемле ғалим һәм рухлы кеше булды. Туған мөхиттә тәрбиәләнеүҙең юғарылығын аңлап, фекеребеҙҙең дөрөҫлөгөн Ушинскийҙың яҙмалары менән раҫлап, тел өсөн янып йәшәгән зыялыларыбыҙҙың сафына ихлас ҡушылдыҡ.
Өфөлә асыласаҡ башҡорт мәктәбенә уҡыусылар туплаған саҡта “буш менән булаһығыҙ, йәштәрҙе наҙан ҡалдыраһығыҙ бит” тип ҡул һелтәгән милләттәштәребеҙҙең балаларының әле ата-әсәһе юлын ҡыуыуын — халҡыбыҙ яҙмышы өсөн битарафлығын — күреп, Иҙел Агишевтар башлаған эштең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булғанына ваҡыт уҙған һайын нығыраҡ инанам.
Өләсәй уйланыуҙары. Балаларымдың бөтөнөһөнөң дә башҡорт мәктәбен тамамлап, туған телде лә, урыҫсаны ла һәйбәт үҙләштереп, халҡыбыҙ ижадына, тарихына, үткәненә һәм, иң мөһиме, киләсәгенә битараф булмауын күреп, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереүем — оло бәхет, әлбиттә. Диҡҡәттең яҡты иҫтәлеге алдында йөҙөм яҡты. Балаларымдың ғаиләһендә башҡорт телле ейән-ейәнсәрҙәрем тәрбиәләнеүенә, уларҙың ҡартатайҙарының китаптарын башҡортса уҡый алыуына ифрат ҡыуанам. Күҙәүле энә юғалмаҫ. Уларҙың “беҙ” тип һөйләрлек халҡы, илһам алырлыҡ теле, моңо, ижады бар… Күңел йыуанысын төрлө йүнәлешле диндәрҙән йәки ят телдәрҙән, сит илдәрҙән эҙләп маташмаҫтар. Әле биш ейән-ейәнсәрем башҡорт мәктәбендә уҡый. Ауылға ҡайтһа, балалар менән еңел аралашып китә, өлкәндәр менән ихлас һөйләшә улар. Тимәк, халыҡтан айырылмайҙар.
Яҙыусы уйланыуҙары. Телевидение һәм радио аша төрлө темаға тапшырыу әҙерләгән саҡта, хеҙмәттәштәремә мөрәжәғәт итергә тура килгеләй ине. Яҙыусыларға уларҙың телефоны күрһәтелгән китапҡа ҡарап шылтыратам. Телефонды күберәк балалары йәки ейән-ейәнсәрҙәре ала. Башҡортса өндәшәм. Яуап биреүсе шунда уҡ кемде һорағанымды аңлап ала һәм өйҙәгеләргә шулайыраҡ ҡысҡырып өндәшә: “Это тебя к телефону, на твоем языке спрашивают!” Ҡулымдан телефон төшөп китә яҙа... Ике йөҙҙән ашыу яҙыусыбыҙ араһынан ғаиләһендә башҡортса һөйләшкәндәрҙе иҫәпләһәм, ике ҡулымдың бармағы ла етә. Уларҙы әйтешкә саҡырғы килә.
“Халҡым!” тиеп оран һалаһың…
Шәжәрәңде ишәйтерлек,
Тарихыңа һоҡланырлыҡ,
Атың-затыңа тоғро
Балалар үҫтерҙеңме?
“Телем!” тиеп янып-көйәһең…
“Урал батыр”ҙы башҡортса
Уҡып хайран ҡалырлыҡ,
“Халҡым-сәсән” тип әйтерлек,
Рәхмәт һиңә, туған телем
Шундай ҡиммәттәрҙән мине
Айырмағаның өсөн, тип,
Ҡыуанып күҙеңә бағырлыҡ
Балалар үҫтерҙеңме?
“Шәжәрәм” тип һоҡланаһың…
“Мин — дауамың, зат сылбырын
Ысҡындырмай ялғаусыңмын,
Олатайҙар аманатын
Тап төшөрмәй һаҡлаусыңмын,
Был донъяға килеүҙәрең,
“Халҡым” тиеп, “телем” тиеп,
Яныуҙарың, көйөүҙәрең
Алдаҡ түгел, бушҡа түгел…
Минең дә, хас һинекендәй,
Олатайҙар аманатын,
Илен, телен ҡурсаларҙай
Үҫер әле балаларым,
Дауам итер шәжәрәбеҙ”, — тип әйтерлек
Балалар үҫтерҙеңме?
Китаптарыңды уҡырлыҡ ейән-ейәнсәрең дә ҡалмағас, кемгә кәрәк һинең әҫәрҙәрең? Үҙ өйөңдә “на твоем языке” тип торған ейәнең үҫә икән, кем өсөн тырышып ижад иттең һин?
Туған телеңә, моңоңа, халҡыңа һөйөү мәктәптә лә, урам мөхитендә лә, дәүләт хәстәрлеге аша ла түгел, ә фәҡәт ғаиләлә һалына. Был ҡанундарға бер кем дә ҡыҫыла алмай: улар атай-әсәйҙең аҡылына, зиһен тәрәнлегенә, аң кимәленә бәйле. Халыҡ бит ул ниндәйҙер абстракт төшөнсә түгел, ә әсәй итәгендә, атай етәгендә үҫкән балаң.
Яңыраҡ бер әһелебеҙҙең ҡатыны иренең вафатынан һуң уның бай китапханаһын ҡайҙа итергә белмәгәнлеген әйтеп аптыратты. “Балаларға кәрәкмәй, мин өлкәнәйҙем, фатирға ремонт яһарға уйлайбыҙ, һин алмайһыңмы?” — тип мөрәжәғәт итте. Китаптарҙы ауыл китапханаһына бирергә тәҡдим иттем, байтағын һатып алдым. Яҙыусы ғаиләһе…
Мәғрифәтсе уйланыуҙары. Башҡорт мәктәптәрендә ике тиҫтә йыл уңышлы уҡытылып килеп, һуңғы арала тиражы кәмей барған “Тормош һабаҡтары” авторҙарының береһе булараҡ та борсоулы уйҙар баҫа. Тимәк, башҡортса уҡыусылар аҙая…
“Башҡорт мәҙәниәте” (“Тормош һабаҡтары”), “Башҡортостан тарихы” һәм “Культура Башкортостана” предметтары буйынса йыл һайын олимпиадалар үткәрелә. Һуңғы йылдарҙа төп башҡорт райондарының башҡорт мәктәптәренән килгән уҡыусылар “Культура Башкортостана” буйынса олимпиада эштәрен һайлай башланы. Баҡтиһәң, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу еңел булһын тип, был төбәктәрҙәге байтаҡ милли белем усағында башҡорт мәктәптәре өсөн төҙөлгән программа буйынса уҡытмай башлағандар икән. Тимәк, туған телен дәүләт теле булараҡ уҡыйҙар, ә “Тормош һабаҡтары” урынына урыҫ телендәге “Культура Башкортостана” дәреслеген өйрәнәләр. Был әсбаптарҙың йөкмәткеһе менән таныш булмағандарға ҡыҫҡаса ғына аңлатма бирәйем: “Культура Башкортостана” республикабыҙҙың мәҙәниәте һәм сәнғәте тураһында мәғлүмәт бирә, башҡорт әҫәрҙәренең урыҫ телендәге тәржемәһе менән таныштыра. “Тормош һабаҡтары”нда иһә халҡыбыҙҙың ижады, мәҙәниәте, сәнғәте, тәрбиә ҡанундары, йолалары менән бер рәттән рухи тәрбиәгә, үҙаллы фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Милли мәктәптәрҙә предметтарҙы урыҫ телендә өйрәтеү, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған аҙ сәғәтле программаға күсеү, “Тормош һабаҡтары”н “Культура Башкортостана” дәреслегенә алмаштырыу нимә бирҙе? Быларҙың һөҙөмтәһе йыл һайын үткәрелгән олимпиадаларҙа асыҡ сағыла.
“Культура Башкортостана” буйынса яҙма эш башҡарған башҡорт балаларының хеҙмәте менән башҡорт мәктәптәренән килгәндәрҙекен сағыштырып ҡарап сыҡтым. Тема бер үк: “1812 — 1814 йылдарҙағы һуғышта башҡорт яугирҙәре”. “Башҡорт мәҙәниәте”н өйрәнгән башҡорт уҡыусылары ата-олатаһының ҡаһарманлығына, хатта Гете менән һөйләшерлек кимәлдә мәҙәниәтле булыуына һоҡланып, хатта тойғоларын үҙҙәре ижад иткән шиғри юлдар, ҡобайырҙар аша сағылдырған. “Культура Башкортостана” дәреслеген уҡығандарҙың ошо уҡ темаға яҙылған эше иһә ҡойто ғына (ә бит олимпиадаға иң-иңдәр килә!). Тимәк, балаларҙы БДИ менән ҡурҡытып, уларҙың фекерләү, рух кимәлен һайыҡтыралар түгелме?
Журналист уйланыуҙары. Дәреслектәр авторы һәм мәктәптәрҙә быйылдан уҡытыла башлаған “Донъя диндәре һәм донъяуи мәҙәниәт нигеҙҙәре” әсбабын тәржемә итеүсе булараҡ, республикабыҙҙың бөтә район уҡытыусылары менән тиерлек осрашып, әңгәмә алып барырға тура килә. Әлбиттә, ҡайҙа, ниндәй педагог алдында ғына сығыш яһаһам да, тәрбиә эшендә туған телдең, моңдоң әһәмиәте хаҡында һөйләмәй ҡалмайым. Өфө ҡалаһындағы белем усаҡтарының береһендә ошондай осрашыу барған саҡта, урыҫ мәктәбендә башҡорт теленән уҡытҡан бер уҡытыусы, шул тиклем әсенеп:
— Мәрйәм апай, һеҙ ни эшләп һөйләгәндәрегеҙҙе яҙмайһығыҙ, радио, телевидение аша сығыш яһамайһығыҙ? Мин, мәҫәлән, туған телде фәҡәт аралашыу ҡоралы, хатта артыҡ йөк тип кенә уйлай инем. Ә сәләмәтлеккә, күңел яҡынлығына, әсәй менән бала араһындағы тойоу һәләтенә тәьҫир иткәнлеген белмәнем. Баламды быйыл уҡ башҡорт гимназияһына бирәм! — тине.
Был һорауҙан һуң ултыра төшә яҙҙым.
— Туған тел — мәҡәләләремдең генә түгел, бөтөн ижадымдың тип әйтерлек төп темаһы. Уның әһәмиәтен аңлатыу — йәшәү маҡсатым. Туҡтауһыҙ яҙам, сығыш яһайым, мәҡәләләремде баҫмаған бер генә журнал да, гәзит тә ҡалманы, — тинем.
Уҡытыусы бер ни ҙә өндәшмәне. Тимәк, республикабыҙҙа нәшер ителгән бер баҫмаға ла яҙылмаған. Ирекһеҙҙән: “Беҙ кем өсөн, ни өсөн яҙабыҙ һуң?” — тигән һорау тыуҙы. Тәрбиәүи эштең иң яуаплы йөгөн күтәргәндәр ҙә башҡорт матбуғатына яҙылмай һәм уны уҡымай, ғалимдарыбыҙ, зыялыларыбыҙ фекере менән таныша бармай икән, уҡыусыларын ниндәй юҫыҡта үҫтерерҙәр? Заманында милли гәзит-журналдар күбәйә башлағас, ҡайһылай ҡыуанғайныҡ. Быны милләтебеҙ өсөн оло ҡаҙаныш тип баһалағайныҡ. Баҡһаң, баҫмаларыбыҙҙы уҡыу түгел, хатта ҡулға тотоп ҡарамаған милләттәштәребеҙ ҙә бар икән. Үҙебеҙ генә түгел, балаларыбыҙ ҙа уҡып үҫергә тейеш бит беҙҙең гәзит-журналды.
Мәғариф өлкәһендәге бөтөн үҙгәрештәр тере йән — балалар — аша алып барыла. Был тәжрибәләр йәш быуындың сәләмәтлеген генә түгел, уларҙың рухын да ҡаҡшата. Бөгөнгө мәктәп барыһынан да “вундеркиндтар” тәрбиәләүгә йөҙ бора. Ҡайҙа беҙҙең Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов кеүек композиторҙар, Барый Кәлимуллин кеүек архитекторҙар, Әхмәт Лотфуллин кеүек рәссамдар, Баязит Бикбай, Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғолов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтар… Ҡайҙа Шәйехзада Бабич, Муллаян Халиҡов, Ғәли Соҡорой, Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән? Телһеҙ-моңһоҙ, тамырһыҙ-илһамһыҙ ҡалған быуындан нимә көтөргә? Ә бит бары бер хәҡиҡәтте — физик һәм рухи сәләмәтлектең бер-береһенән айырылғыһыҙ булыуын, уларҙың төп нигеҙе туған тел, туған моң икәнлеген генә — иҫтә тоторға кәрәк. Был тәбиғи ҡанун. Унан тайпылыуҙан башлана бөтөн ҡыйыҡ-ҡайыҡ, күрәғарау-һайлыҡ.
Республикабыҙҙа туған телдә уҡыу гөрләп сәскә атҡан йылдар башҡорттоң күпме ғалимын, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелен үҫтерҙе! Хатта тарихи сәбәптәр арҡаһында сит өлкәләрҙә тороп ҡалған милләттәштәребеҙ ҙә туған телендә уҡыны, һәм ул яҡтарҙан республикабыҙға күпме аҡыллы, талантлы кеше ағылды. Сит ҡалаларҙа фәндең төрлө тармағы буйынса йөҙәрләгән һәләтле белгес уҡып ҡайтты.
Республиканы үҙаллы берәмек итеп һаҡлау өсөн уға исем биргән халыҡтың булыуы, йәшәүе, ишәйеүе шартмы, әллә милләттәштәребеҙҙең, юғары белем алып, бөтөн донъяға таралыуымы? Күҙ алдында юғалған халыҡ вәкилдәренең яҙмышына ҡарайыҡ. Мишәрҙәр араһында юғары белемлеләр аҙмы ни? Телдәре менән бергә уларҙы милләт итеп тотоп килгән мәҙәниәттәре, сәнғәттәре, йолалары юҡ булды, йотолдо. Шунлыҡтан милләтһеҙ ҡалды улар. Ни өсөн ошо хаҡта уйлап ҡарамай әһелдәребеҙ? Бөтөн үҙгәртеүҙәр ҙә туған телдән яҙҙырыуға алып килә икән, аҙыраҡ уйланырға тейеш түгелбеҙме? Илдәге ҡаҡшағандан-ҡаҡшай барған тәрбиә бит халыҡтарҙың быуаттан быуатҡа тупланып, быуындан быуынға камиллашып килгән төп тәрбиә ҡоралынан — халыҡ педагогикаһынан — ситләшеүҙән килә. Туған телен белмәгән бала олатай-өләсәйенең, тимәк, халыҡ аҡылының серҙәренә нисек эйә булһын?! Үҫемлектәрҙең, шифалы үләндәрҙең, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, йондоҙҙарҙың, сәскәләрҙең, ағастарҙың, хатта үҙ ағзаларының туған телдә атамаһын ҡайҙан белһен?! Шулай булғас, үҙ халҡының фәлсәфәүи ижадын нисек аңлаһын?
Туған телде тоҡос белгән кешеләр донъялағы иң бөйөк эпостарҙың береһе “Урал батыр”ыбыҙҙың төп идеяһын яңылыш тәржемә иткән. Кешенән һуң яҡшы ат (исем) ҡалырға тейеш тигән юлдар “хороший конь” тип әйтелгән. Туған теленән яҙған бала үҙ халҡының ижадын, тимәк, фәлсәфәүи фекерен ошо кимәлдә генә аңлай йәки бөтөнләй белмәй икән, милләтенең рухи ҡиммәттәренән нисек файҙалана алһын? Күңел ихтыяжын нимә менән тулыландырһын? Ошо һорауҙарыма яңыраҡ яуап та алдым. Себер яҡтарында эшләп йөрөгән бик бай бер танышыбыҙ килде. Ейәндәрем менән урыҫ телендә һаулыҡ һорашты. “Беҙ өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ”, — тигәйнем миңә шул тиклем аптырап ҡараны ла: “Ни эшләп? Нимәгә кәрәк ул?!” — тине...
Атай-олатайҙар аҡылына ҡараш ташлаһаҡ, улар бер шартты күҙҙән ысҡындырмаған: һәр ғаилә, ара, бер ниндәй сәйәси үҙгәрешкә ҡарамай, балаһын үҙ рухында, телендә тәрбиәләгән, шәжәрәһен дауам иткән, шуға ла милләт булып һаҡлана килгән. Беҙҙең дә һәр беребеҙ ошо аҡылды тотһа һәм ғәмәли башҡарһа, халҡыбыҙға ни тиклем мәртәбә булыр ине!
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518