Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Премия биреү тәртибе
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия ( артабан — Комиссия) Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһына (артабан — Премия) тәҡдим итеүгә 2012 йылдың 31 декабренә тиклем эштәр ҡабул итә.
Түбәндә эштәрҙе тапшырыу һәм документтарҙы тултырыу тәртибе баҫыла.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт,
сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәрҙе тапшырыу
һәм документтарҙы тултырыу тәртибе

1. Дөйөм положениелар.
1.1. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2005 йылдың 4 авгусындағы “Башҡортостан Республикаһының Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын булдырыу тураһында”ғы 330-сы Указына ярашлы, әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ярҙамында йәш быуынды рухи-әхлаҡи һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн бер Премия тапшырыла.
1.2. Эштәрҙе ҡабул иткәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан айырым китап булып баҫылып сыҡҡан, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки башҡа юл менән халыҡҡа еткерелгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре конкурста ҡатнаша ала.
1.3. Бер үк эште башҡа дәүләт премияларына тәҡдим итеү менән бер ваҡытта ошо Премияға ла тәҡдим итеү тыйыла.
1.4. Конкурстан үтмәгән эштәр Премияға тағы бер тапҡыр тәҡдим ителә ала. Был осраҡта документтар ҡайтанан тултырыла.
1.5. Премия шәхси характерға эйә һәм бер дәғүәсегә генә бирелә.
1.6. Дәғүә итеүселәр араһында лайыҡлылар табылмаһа, Премия бирелмәй.
1.7. Премия лауреаты Премия биреүгә биш йыл үткәс кенә ҡабаттан тәҡдим ителергә хоҡуҡлы.

2. Эштәрҙе тәҡдим итеү
2.1. Премияға эштәр дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, предприятие, учреждение, йәмәғәт берекмәләре һәм ижади союздар тарафынан тәҡдим ителә.
2.2. Эштәрҙе тәҡдим итеү тураһындағы ҡарар тәҡдим итеүсе ойошманың коллегиаль идара органы ултырышында ҡабул ителә. Коллегиаль орган ултырышы составының кәмендә өстән икеһе ҡатнашҡан осраҡта хоҡуҡи тип иҫәпләнә. Эште тәҡдим итеү тураһындағы ҡарар йәшерен тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә һәм унда ҡатнашҡан кешеләрҙең кәмендә өстән икеһе тауыш бирһә, ҡабул ителгән тип иҫәпләнә.
2.3. Комиссияға тапшырыла:
1) тәҡдим итеүсе ойошма етәксеһенең ҡултамғаһы ҡуйылған Премияға эште тәҡдим итеү тураһындағы хат;
2) тейешле иҫәп комиссияһы протоколы менән бергә тәҡдим итеүсе ойошманың коллегиаль органы ултырышы протоколынан күсермә;
3) дәғүәсе тураһындағы мәғлүмәттәр;
4) эштең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе;
5) эштең (китаптың, видеокассетаның һ.б.) ике данаһы.

3. Документтарҙы тултырыу
3.1. Документтар Комиссия тарафынан тәҡдим ителгән өлгөләргә ярашлы тултырылырға тейеш (өлгөләрҙе www.presidentrb.ru сайтында табырға мөмкин).
3.2. Премияға эште тәҡдим итеү тураһындағы хатта уның балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айырым әһәмиәтен раҫлаған нигеҙҙәр һәм дәлилдәр килтерелергә тейеш.
3.3. Дәғүәсе тураһындағы мәғлүмәттәр уның төп анкета күрһәткестәрен үҙ эсенә алырға тейеш.
3.4. Ҡыҫҡаса йөкмәткелә (иң күбе бер бит) эштең атамаһы, авторҙың фамилияһы, тәҡдим итеүсе ойошманың тулы исеме, эштең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе күрһәтелә.
3.5. Бөтә документтар ҙа компьютерҙа урыҫ телендә баҫылырға һәм хәҙерге әҙәби тел нормаларына тап килергә тейеш.

4. Документтар ҡабул итеү
4.1. Премияға документтар Комиссия тарафынан түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, 419-сы бүлмә. Белешмәләр өсөн телефондар: 280-80-75 йәки www.presidentrb.ru сайты.
4.2. Эштәрҙе тапшырыу һәм документтарҙы тултырыу тәртибенә тап килмәгән йәки почта аша ебәрелгән материалдар ҡаралмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509