Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ — уларҙың вариҫтары
Миңлекәй. ...Француздар тәхетте алһалар, минең халҡым барыһы ла француздарға ҡарар, француз ҡулы аҫтында ҡалғығыҙ килмәһә, бик күп ғәскәр йыйығыҙ ҙа улар менән барып һуғышығыҙ, тигән.
Төхби. Шулаймы ни? Батша, яңынан ғәскәр йыйып, һуғышырға ҡушҡанмы ни?
Ноғман (урынынан тороп). Батша үҙе, теләгән кеше барһын, тип торғас, нимә ҡарап торабыҙ? Шул дошмандарҙың көлөн күккә осормайынса!
Төхби. Әйҙәгеҙ, барайыҡ. Мин дә барам (Асыулы тауыш менән). Муйындарын аҫтарына килтерер кәрәк, аталарынан ҡалған тәхет бармы ни уларға бында.
Солтағай. Улар тәхеткә ултырғанса, тиҙ-тиҙ йыйылып ҡуҙғалырға кәрәк.
Ноғман (ғәйрәтләнеп). Ултырһын! Барабыҙ ҙа ботонан һөйрәп төшөрәбеҙ, улар өсөн әҙерләп ҡуйған тәхет бармы ни бында!
(Барыһының да ҡаны ҡыҙған, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр).
Алда әйткәнебеҙсә, әҫәрҙең теле, стиле һәм геройҙарҙың характер үҙенсәлеге авторҙы артыҡ борсомай ҙа һымаҡ. Уның өсөн Миңлекәй ҡаланан ишетеп ҡайтҡан хәбәр тыуҙырған дөйөм пафос мөһим. Ә был инде үҙ нәүбәтендә геройҙарҙың диалогтарынан үҙенә көс ала. Шуға күрә әҫәрҙә ваҡиғалар үҫешен күҙаллағанда уларҙы һүҙмә-һүҙ ҡулланыуҙан ситләшеү ҡыйын. Драманың эске энергияһы ошо ябай ауыл кешеләренең шундай уҡ ябай телмәрендә үҙенең кәүҙәләнешен таба. Уларҙың уй-кисерешенә эскерһеҙ әйтелгән һүҙҙәре генә дәлил була ала.
Солтанҡай. Егеттәр, бында ярһып эш бармаҫ, барырға булһаҡ, сығып һөйләшәйек, башҡаларҙы ла күрәйек тә, әҙерләнә башлайыҡ.
Миңлекәй. Барырға кәрәк шул, барайыҡ та уларҙы Мәскәүҙән осортоп сығарайыҡ, беҙҙең кеүек һыҙғырып торған егеттәр ҙә бармағас, унда аҡ һаҡаллы һуғышырмы ни?
Солтағай. Дөрөҫ, күрше, дөрөҫ, унда аҡ һаҡаллы ҡарттар барып һуғышмаҫ, ... ирекле көндән француздар ҡулы аҫтында ҡалып булмаҫ.
Ноғман. Шулай инде, ни булһа ла була, үлгән – үлә, ҡалған – ҡала, бына аҙаҡтан бер юлы үлерҙәй булырһың да, эш үтер. Барабыҙ ғына, әйҙә, ҡандарын эсербеҙ, үҙ ҡалаларына ҡыуабыҙ. Бында үлем хаҡында һөйләшеп тора торған саҡ түгел (Ул арала ишек асыла, өҫтөнә аҡ сәкмән кейгән, билен бәйләгән, башында – ҡарпаулы ҙур бүрек, аяғында күн итек, ҡулына таяҡ тотоп, Шәмситдин килеп инә).
Шәмситдин. Кантон уряднигы килгән. Шунда йыялар. Ул шуны һөйләй, тәхетте ҡотҡарырға кәрәк, ти. Батша теләгән кешеләргә барырға ҡушҡан, ти...
Төхби. Бер кеше лә ҡалмай барырға, тиме?
Шәмсетдин. Берәүҙе лә көсләп ебәрмәйҙәр, ти. Барғылары килгән кеше бара күрегеҙ, ти.
Миңлекәй. Егеттәр, вәғәҙәгеҙҙән сыҡмағыҙ.
Ноғман. Ҡайҙа ул, таш яуһа ла барам, бер кеше бармаһа ла, бер үҙем барам.
Миңлекәй. Әйҙәгеҙ, егеттәр, улай булһа! (Ишектән сыға башлайҙар).
Һөҙөмтәлә, икенсе шаршау драма геройҙарының үҙ теләге менән һуғышҡа китеүе менән тамамлана. Әйтергә кәрәк, был тема башҡорт әҙәбиәтендә төрлө жанрҙа үҙенең сағылышын тапҡан. Әле беҙ бары драматургияға ғына бәйле һүҙ алып барабыҙ. “Ватан ҡаһармандары” был йәһәттән унда берҙән-бер әҫәр булараҡ, ошо тема алдында драма жанры өҫтөнә төшкән бурысты үтәй, тип әйтергә лә була. Ошолай фекер иткәндә ул, һис шикһеҙ, халыҡ ижады традицияларына тоғро ҡала, тарихи йырҙарҙа, легендаларҙа, ҡобайырҙарҙа, бәйеттәрҙә башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышына мөнәсәбәтте сағылдырған мотивтарҙың дауам иттерелеүе булып тора. Ошо традициялар күсәгилешле был әҫәрҙең нигеҙендә ята ла. Был йәһәттән ул тәүге һүҙ булыуға дәғүә итә алмай. Ә бына драматургияла иһә ул — ошондай ижадтың берҙән-бере һәм тәүгеһе.
Ошо күҙлектән 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһының ниндәй жанрҙа тәү башлап үҙ сағылышын табыуын өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Был мәҡәләнең бурысы ла унда түгел. Шулай ҙа “Любизар” халыҡ йыры (ул пьесала бәйет тип аталған), уның легендаһынан беленеүенсә, һуғыш шарттарында тыуған. “Ҡаһым түрә” йырынан да шул көндәрҙең эҫеһе аңҡып тора. Шул уҡ ваҡытта “Икенсе әрме”, “Ерән ҡашҡа”, “Һары ла сәс”, “Эскадрон” һымаҡ тарихи йырҙарҙың легендалары һәм һүҙҙәре Ватан ҡаһармандарының француздарға ҡаршы яуға ауылынан сығып киткән сағын һүрәтләгәндәй.
Мөхәмәтша Буранғолов сәсән иһә 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһын ҡобайыр жанрына алып инә. Уның “Сәсән аманаты” китабына ингән “Ватан һуғышы” исемле ҡобайыры сәсән тарафынан халыҡ араһында йөрөгән легендаларға нигеҙләнеп яҙылған, тип раҫлана. Унда шулай уҡ “Ватан ҡаһармандары” драмаһының да рухи ауазы ап-асыҡ ишетелә. Был осраҡта инде беҙ традициялар күсәгилешлегенең үҙенсәлекле бер күренешен осратабыҙ. Жанр йәһәтенән күпкә оло булған ижад үҙенән шундай уҡ күпкә йәш булған жанр (драма) традицияларын үҙ итә, уны башҡа жанрҙарға бәйле үҫтерә. Ҡобайырҙа Байыҡ сәсән, Ҡаһым түрә, Кутузов, батша, Йәнтүрә һәм ҡатыны Аҫылбикә кеүек образдарҙың бер сюжетҡа һалып һүрәтләнеүе уның ижад ителеү үҙенсәлеге хаҡында үҙе үк әйтеп тора.
“Мәскәү китһә – ил китер, Урал китһә – көн бөтөр”, “батша үҙебеҙҙеке” мотивы һүҙ барған ике әҫәр өсөн дә дошманды еңеүгә саҡырған уртаҡ рухи дәлил булһа ла, ҡобайыр Ватанды азат итеү ҡаҙанышы менән генә сикләнеп ҡалмай, француздарҙың үҙ еренә баҫып инеп тантана итеүе менән тамамлана.
Бар яу менән ҡашҡалар,
Парижда ҙур һарайҙа,
Мәскәүҙә, бар ҡалала,
Уралда – бар далала
Йыр сығарып сәсәндәр
Еңеү туйын итте, ти.
“Ватан ҡаһармандары” пьесаһында иһә автор үҙ геройҙарының яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтарын, дошманды еңеп ҡайтыуҙы байрам итеүҙе ауыл тормошо күренештәре аша һүрәтләй. Был юлы ваҡиға буласаҡ кейәү егетенең ҡайны йортонда бара. Уның хаҡында автор ремаркаһында: “Ҡармыш – Ноғмандың атаһы, аҡ һаҡаллы бер ҡатлы ғына ҡарт. 57 йәштәрҙә”, тип әйтелә. Шуға иғтибар итергә кәрәктер: автор Ноғмандың үҙенә лә шундай уҡ баһа бирә, “бер ҡатлы ғына егет”, тип күрһәтә уны. Беҙ алда ла драматургтың пьесала ҡатнашыусы персонаждарҙың интеллектын мөмкин ҡәҙәре улар йәшәгән мөхиткә ярашлы итеп һүрәтләргә тырышыуын телгә алғайныҡ инде. Әле лә Ҡармыш ҡарт образын башта уҡ ошолайыраҡ ҡабул итергә ишаралай. Уның диалогтарында автор исеменән тәрән фәлсәфәүи дөйөмләштереүҙәр, хәл-ваҡиғаларға шундай уҡ баһа биреүҙәр көтмәгеҙ, тигәндәй була ул. Шулай ҙа беҙ Ҡармыш ҡарт һүҙҙәрендә халыҡтың йөрәк тибешен тойғандай булабыҙ. Ил яҙмышы хаҡында үтә ябайлаштырып фекер итһә лә, батша тәхете уның өсөн тәрән символикаға эйә. Әле дошманды еңеп ҡайтыусыларҙы ҡаршылаған мәлдә уларҙы шул батша тәхетен яҡлап алып ҡалыусылар булараҡ ҡабул итә, шуның өсөн данлай. Ә тәхет артында үҙ еренең, үҙ иркенең именлеге тора. Тәхет — Ҡармыш ҡарт өсөн илдәге иң юғары власть билдәһе. Хатта батша үҙе булмағанда ла, тәхет төшөнсәһе уның аңында илгә идаралыҡты ҡулында тотоусы ниндәйҙер сихри көс булып ҡала. Пьесанан аңлашылыуынса, башҡа персонаждар ҙа шундай уйҙа. Иғтибар итәйек.
Миңлекәй. ... Тәхеттә француз батшаһы ултырһа, был ерҙәр барыһы ла француздарҙыҡы була, имеш, тиҙәр.
Солтағай. Бына һиңә, ни эшләргә кәрәк инде? (Телен шартлатып). Шулай, үҙебеҙҙең тәхетте француздар алғандар, тиген, ә? Француздар батшаһы ултыра тиген, ә?
Миңлекәй. Юҡ, әле бит алмағандар. Мәскәүгә генә кергәндәр, тәхет тора торған һарайҙы батша үҙ ҡулы менән бикләп, асҡысын салбар кеҫәһенә һалып сыҡҡан да француздар шул һарайҙы аса алмағандар.
Солтағай. Шулай итеп, тәхет тора торған һарайҙы үҙ ҡулы менән бикләп өлгөргән, тиген, ә?
Миңлекәй. Шулай шул, бына улар тәхетте алһалар, унан һуң...
Ноғман. Атаңдың башы, унан улар тәхетте бөтөрһәләр, бында нимә эшләргә ҡала? (Тороп, ғәйрәтләнеп һөйләй.) Нимә уға тәхетте бирәләр, нимә ҡарап торалар, шуларҙың көлдәрен күккә осормайынса!
Шуға күрә Ҡармыш ҡарттың һуғыштан ҡайтыусыларҙы бары тәхетте ҡотҡарып ҡалыусылар итеп кенә күреүе һис тә ғәжәп түгел. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн беҙгә уның һәр һүҙе ҡиммәт. Ул Тыуған ил, Ватан һымаҡ юғары пафослы һүҙҙәр ҡулланмаһа ла, тел төбөндә тәрән патриотик тойғо менән һуғарылған шундай төшөнсәләр ята. Драматург та үҙ әҫәрен бушҡа ғына “Ватан ҡаһармандары” тип атамаған. Үҙ ниәтен геройҙарҙың батырлығын күрһәткән күренештәр аша түгел, уларҙың һәр һүҙенә тәрән мәғәнә биреү юлынан бара.
Шул сәбәпле пьесаның дүртенсе шаршауы яуҙан ҡайтыусыларҙы ҡаршы алыуҙан да элек уларҙың яу хәтирәләрен күҙҙә тота тип әйтергә булалыр. Алда телгә алынғанса, ҡаршылауҙы Ноғмандың атаһы Ҡармыш ҡарт башлап йөрөй.
(Дауамы. Башы 211 – 213-сө һандарҙа).
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
БФА-ның почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840