Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло йөрәкле булды
Оло йөрәкле булдыМанышты ауылында тыуып үҫкән һәм бөтә ғүмерен ошонда үткәргән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәһендә татыған Бибиямал апай тураһында һүҙем.

Бибиямал Йомағол ҡыҙы ғаиләлә баш бала була. Ата-әсәһе тырышып донъя көтә, мал да тоталар. Ғаилә башлығы Йомағол Инйәр урман хужалығында ағас ҡырҡа, хужабикә Хәбибьямал өйҙә донъя көтә. Бер-бер артлы балалар ҙа ишәйә. Әммә ата-әсәнең һөйөнөсө оҙаҡҡа бармай.
1937 йыл... Сәйәси золом Әсҡәровтар ғаиләһен дә үрап үтмәй. Йомағолдо ла ҡулға алалар. Бай тип әйтер инең, өй тулы бала-саға, ҡурала бер һыйыр ҙа бер ат. Совет хөкүмәтенә ҡаршы бер һүҙ әйткәне булманы, белеме лә юҡ... Урман араһында ятҡан Маныштыла нисек итеп Советтарға зыян килтереүен аңламаны ул. Сәфәрғол һәм Түбәнге Төлмәй ауылдарында ике-өс тиҫтә генә хужалыҡ була. Күбеһе белемһеҙ башҡорттар. Власҡа ҡаршы ҡотҡо алып барырлыҡ кеше лә юҡ. Эшләй алырлыҡтары — урманда. Бөтә аралашҡан иптәштәре — ағас ҡырҡыусылар. Йомағол Әсҡәровты алып киткәс, уның атын кооперативҡа тартып алалар. Бер йылдан һуң артель тарҡала, тик малды кире ҡайтармайҙар, хаҡын да түләмәйҙәр.
Ағас ҡырҡыусыларҙың күбеһе нисек китә, шулай эҙһеҙ юғала. Хәбибьямал инәй ғаиләһен аҫрау өсөн урман хужалығына эшкә сыға. Һуңынан Бибиямал апай ҙа әсәһе артынан эйәрә. Улар мейескә ауыр-ауыр түмәрҙәрҙе тултырып яндыра һәм һүнеп бөтөр-бөтмәҫ элек сығарып һала. Янып китһә, уны һүндерергә тотоналар. Машинаға, атҡа тейәп, Түбәнге Төлмәйҙән Бәләғошҡа оҙаталар.
— Һуғыш башланғас, күмерҙе тағы ла күберәк етештерергә кәрәк була, норманы арттыралар. Хәҙер инде тәүлегенә 12–18-әр сәғәт эшләргә тура килә. Ял итергә, балаларҙы ҡарарға ваҡыттары ла ҡалмай. Шулай ҙа, ныҡ арыһалар ҙа, өс саҡрым алыҫ тип тормай, уларға икмәк алып ҡайтып ашатып китәләр. Һуңлаһаң, хөкөмгә тарттырылаһың. Бәләгә тарымаҫ өсөн өйҙәрендә оҙаҡ тормайҙар. Икмәкте ҡалдыралар ҙа кире эш урынына китәләр. Ваҡыт ҡалһа, мейес башында әҙерәк серем итеп алалар. Таң менән яңынан эшкә тотоналар.
1944 йылда Йомағол Әсҡәров Маныштыға ҡайтып төшә, ләкин ғаиләнең тормошо яҡшырмай. Балаларҙың береһе лә урта белемле түгел һәм артабан да уҡый алмай. Заманаһы ауыр була, етмәһә, барыһына ла “халыҡ дошманы” мөһөрө тағыла.
Һуғыш тамамланыуын бөтә ауыл менән һөйөнөп ҡаршы алалар. Хәбибьямал инәйгә лә хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етә. 16 һум пенсия ала башлай, әммә ул етмәй, сөнки ергә һалым, страховка, ит, һөт, йөн тапшырырға кәрәк була.
Бибиямал апай йәшләй тормош ҡора алманы. Һуңғараҡ кейәүгә сыға, әммә оҙаҡламай балаһын яңғыҙы тәрбиәләй башлай. Ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да эшен үҙе башҡара ул. Өй бурап, эшләп сыға. Әле шул өйҙә ейәненең ғаиләһе менән йәшәй. Тора-бара апайыбыҙ урман хужалығынан китә, ләкин бөтөнләй эшһеҙ тормай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Манышты мәктәбендә йыйыштырыусы, ҡарауылсы, мейес яғыусы булып эшләй. Ауыр хеҙмәтенә түләнгән хаҡ бик аҙ булһа ла, тамаҡ туйҙырырға, кейенергә һәм ҡыҙын тәрбиәләргә етә. Атаһы тотҡондан һуң һис һауыға алмай, иртә үлеп ҡала. Әсәһе лә оҙаҡ йәшәмәй. Шуныһы хаҡ: Бибиямал апай ауылдаштары, үҙенең йәштәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Йәше лә, ҡарты ла уның янына инеп йөрөй. Ул бөтәһенә лә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер торҙо. Кемгә утын әҙерләште, мейес һалды һәм башҡа эштәрҙә ярҙамлашты. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ла өлгөрҙө. Оло йәштә булһа ла, кешеләргә бәлә һалмай, үҙен ҡарарға тырышып торҙо. Ейән-ейәнсәрҙәре өләсәләре кеүек ярҙамсыл. Күп ваҡыт уның янында булдылар, һыу килтерҙеләр, утын индерҙеләр.
Бибиямал апай ҙа, уның әсәһе Хәбибьямал инәй ҙә һуғыш ваҡытында намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнде.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840