Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ — уларҙың вариҫтары
Тормоштағы ябайлыҡ геройҙарҙың шундай уҡ бер ҡатлылығында, аң-зиһене кимәлендә, уй-хистәренең эскерһеҙлегендә сағылғандай. Шуға күрә беҙ драмала барған ваҡиғаларҙың асылын, уларҙың фәлсәфәүи йәһәттән йомшаҡ нигеҙләнгән булыуына ҡарамаҫтан, икеләнеүһеҙ ҡабул итәбеҙ. Геройҙарҙың көнкүреше ябай булған һымаҡ, уларҙың донъяға ҡарашы ла, уны танып белеүе лә үтәнән-үтә күренеп тора.
Әлбиттә, әле әйтелгәндәрҙе драманың кәмселеге рәүешендә лә ҡарарға булыр ине. Шул уҡ ваҡытта бының әҫәрҙең өҫтөн яғы булыуы ла бар, сөнки ваҡиғаның ябай бер башҡорт ауылында социаль йәһәттән тормоштоң иң түбән ҡатламын хасил иткән мөхиттә барыуы драматургтың уй-ниәтенең асылын тағы ла тәрәнәйтә төшә. Рәсәй дәүләте именлегендә үҙ именлегеңде күреү, уны үҙ Ватаның итеп таныу төпкөлдәге бер башҡорт ауылы өсөн дә хас булыуы әҫәрҙәге ваҡиғаларҙың үҫешен билдәләй. Уның геройҙарының француздарҙың Мәскәүгә килеп инеүе хаҡындағы хәбәрҙе ишеткәс тә ялҡындай тоҡанып китеүе, улар үҙҙәренсә нисек кенә бер ҡатлы фекер итмәһен, был шул көндә, шул минутта ғына уянған хис түгел. Ул – иң элек үҙеңде Рәсәйҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп тойоуҙан килгән традицияның көтмәгәндә уй-ҡылыҡтарында яңырып китеүе.
Булмаһа, геройҙарҙың бер ҡарауҙа ябай ҙа, шулай уҡ эскерһеҙ ҙә күренгән диалогына ҡолаҡ һалайыҡ. Алда әйтелгәненсә, драмалағы ваҡиғалар Миңлекәй исемле персонаждың ҡаланан ҡайтып төшөүе менән икенсе йүнәлештә үҫеп китә, беҙҙе әҫәрҙең темаһына алып инә. Шунан алда Солтанҡай менән Төхбиҙең үҙҙәренең дуҫы Ноғманды һеңлеһен тәүгеһенә кейәүгә бирергә ризалаштырғанлығы хаҡында телгә алғайныҡ инде.
Ноғман. ...Иртәгә яусы ебәр, Бибикамал һинеке.
Солтанҡай. Рәхмәт, ҡайнаға, бүтән һүҙем юҡ...
Төхби. Әйҙәгеҙ, егеттәр! Ҡайҙа барабыҙ? Бөгөн беҙгә байрам.
Ноғман. Әйҙәгеҙ, Солтағай янына барып ултырайыҡ.
Төхби. Ҡурай уйнатырғамы? Ысынлап та, әйҙәгеҙ, барабыҙмы, Солтанҡай?
Солтанҡай (кейенеп бөтә лә). Әйҙәгеҙ, улай булһа, киттек.
Пьесалағы ваҡиғалар икенсе шаршауҙа Солтағай өйөнә күсә. Уның хаҡында автор ремаркаһында, ауылда мәшһүр ҡурайсы, тип кенә әйтелә. Уның ҡарауы, Солтағайҙың көнкүреш рәүеше, социаль хәле ентекләп тасуирлана. Беҙ беренсе шаршауҙа ла кейәү егете Солтанҡайҙың көнитмеше хаҡында шундай уҡ ентекле мәғлүмәт алабыҙ. Былар барыһы ла автор тарафынан үҙ маҡсатына ярашлы эшләнәлер, тип уйланыла. Был уға халыҡтың иң түбәнге социаль ҡатламында ла атай-олатайҙар традицияһына тоғролоҡтоң йәшәп килеүен һүрәтләү өсөн кәрәк. Шуға күрә Солтанҡай менән Солтағайҙың көн итеү рәүешенең ремаркалағыса бирелеүе күңелде бер аҙ ҡырһа ла, драматургтың уй-ниәтенә тура килеүе аңлашыла. Шул уҡ ваҡытта ул беҙҙең өсөн шул дәүерҙең бер ҡиммәтле этнографик детале булып ҡала.
Ошо йәһәттән беренсе шаршауға бирелгән автор ремаркаһы драмала һүрәтләнгән ваҡиғаларға нимә өҫтәй ала һуң? Иғтибар итәйек: “Солтанҡайҙарҙың өйө күренә. Простой ғына бер ауыл өйө, һул яҡта бүлмә эсенә инә торған ишеккә ала шаршау ҡороп ҡуйылған. Шаршау асылғанда, бер генә итәкле ҡыҙыл аласа күлдәк кейгән, башындағы француз яулыҡты ҡалпаҡлап бәйләгән Хәйри түр тәҙрә янында, ауыҙ эсенән моңло ғына көй көйләп, нимәлер ямап ултыра”.
Икенсе шаршауға бирелгән автор ремаркаһы ла шундайыраҡ көн итеү күренешен һүрәтләй. “Солтағайҙың өйө күренә, бәләкәй генә ауыл өйө. Ишек төбөндә бәләкәй генә бер һике һымаҡ нәмә бар. Уның янында тәҙрә буйында оҙон эскәмйә, һул яҡта өйҙө икегә бүлгән аласа шаршау. Шаршау асылғанда, бәләкәй һике өҫтөндә Солтағай сабата үреп ултыра, йүкәләре лә ята. Солтағай оҙон буй күлдәктән, аяғында оҙон ҡуныслы быйма, башында иҫке кәләпүш”.
Ошолай драматург үҙ геройҙарын тормоштоң иң төпкөлөнән һайлай. Нимәгәлер ямау һалып мәшәҡәтләнгән Хәйриҙең дә, сабата үреп ултырған Солтағайҙың да был — күнегелгән көнкүреш рәүеше. Өс дуҫ егеттең дә күршеләренә инеп, ҡурайға ҡушылып йырлашып ултырыуы ла бер бөгөн генә түгелдер. Ҡыҫҡаһы, драматургтың геройҙары өсөн был көндә лә ауыл тормошо үҙ ярҙары эсендә талғын ғына ағышын дауам итә. Тышҡы донъя хәстәре бында бер кемде лә борсомай. Уларҙың аң-зиһене, уй-хистәре бары үҙ ауылы сиктәрендә генә йөҙә, алда уларҙы туй хәстәре көтә. Шул саҡ “...ишектән тышһыҙ тундың элмәктәрен эләктермәйенсә генә кейгән, аяғында – ҡыҫҡа ҡуныслы быйма, кәләпүштән генә Миңлекәй килеп инә”.
Миңлекәй. Ай-һай-һай, өҙҙөрәләр икән бында. (Уйнауҙан, йырлауҙан туҡтайҙар.)
Солтағай (тиҙ генә урынынан тороп). Һай, әйҙә, күрше, ҡайҙан килеп сыҡтың?
Миңлекәй. Һеҙ бында ҡурай уйнап, йырлашып ятаһығыҙ ҙа, туғандар, ҡалала мин иларлыҡ нәмәләр ишетеп ҡайттым. (Барыһы ла бер ауыҙҙан: “Нимә ишеттең?”) Һуғыш, бик насар, егеттәр, француздар Мәскәүҙе алған, ти. (Барыһы ла бер ауыҙҙан ғәжәпләнеп: “Мәскәүҙе алғандар, ти?”) Эйе, Мәскәүҙе алғандар, ти шул, беҙҙең ғәскәр, бөтә ҡоралдарын ҡалдырып, Мәскәүҙе ташлап ҡасҡан, ти.
Солтағай. Бына һиңә... һуң беҙҙең батша Мәскәүҙәлер бит, уны ни эшләткәндәр?
Миңлекәй. Уға әйбер-ҡара булмаған, француздар Мәскәүгә керә башлағас, улар икенсе яҡтан көскә генә сығып ҡотолғандар. Әле ул ғынамы, француз батшаһы беҙҙең тәхеткә ултырмаҡсы була, ти.
Ноғман, Төхби (икеһе бергә ғәжәпләнеп). Беҙҙең тәхеткә ултырмаҡсы була, ти?!
Миңлекәй. Эйе шул, ул унда тикмәгә килеп инмәгән инде.
Ноғман. Нисек ул беҙҙең тәхеткә ултыра, унда уны кем ултырта?
Миңлекәй. Бына, кем ултыртһын, берәү ҙә ултыртмай, һуғышып еңгән дә үҙе менеп ултыра.
Солтанҡай. Ул тәхеткә ултырһа, беҙҙең батша тәхетһеҙ ҡаламы?
Миңлекәй. Бында шуныһы яман шул, билдәле, беҙҙең батша тәхетһеҙ ҡала. Шул француз батшаһы беҙгә батша була, ти, барыбыҙ ҙа уның ҡул аҫтында ҡалабыҙ, ти...
Күренеүенсә, геройҙар илдә булып ятҡан ваҡиғаларҙы үҙҙәренсә ҡабул итә, уларҙың фекер йөрөтөүе үтә бер ҡатлы. Шулай ҙа беҙ әле геройҙарҙың тын алышын асыҡ тоябыҙ.
Төхби. Нимә һөйләйһең? Ниңә беҙ уның ҡул аҫтында ҡалайыҡ? Үҙ батшабыҙ юҡмы ни?
Миңлекәй. Бар ҙа, көслөнөкө — замана тигән кеүек, тәхеткә кем ултырһа, шул батша була инде ... Тәхеткә француз батшаһы ултырһа, был ерҙәр барыһы ла француздарҙыҡы була, имеш, тиҙәр.
Төхби. Әй, егеттәр, ғәрләнеп үлерһең, имеш, әллә ҡайҙан бер француз тигән нәмә килһен дә, батшаны ҡыуып, тәхеткә менеп ултырһын. Әй, ендәрен өҙөргә, бына һеҙгә тәхет, бына һеҙгә тәхет, тип күҫәк менән ярырға ине. (Өҙгөләнеп-өҙгөләнеп). Ай, егеттәр, ай, егеттәр...
Ноғман. Бүтәнен белмәйем, берәм-берәм ҡыуып, үлтереп бөтөргөм килә, ай, алһалар, үҙем барып һуғышыр инем!
Миңлекәй. Бар, бар, һине кем тыя?
Төхби. Ниңә, Миңлекәй ағай, әллә кем барһа ла ебәрәләрме?
Миңлекәй. Ниңә ебәрмәһендәр, ебәрәләр. Мин бит һеҙгә шуны әйтергә кергән инем, үҙегеҙ һаман һөйләргә ирек бирмәйһегеҙ бит.
Барыһы ла бер ауыҙҙан: Әйҙә, һөйлә, һөйлә, беҙ бит белмәнек, нисек тағы?
Миңлекәй. Бына нисек: бөтә кешегә һуғышҡа барырға, ти.
Ноғман. Ысынмы?
Солтаҡай. Туҡта инде, һөйләп бөтөрһөн.
Әлбиттә, драматург үҙ геройҙарының уй-хистәрен үтә лә ябайлаштырып ебәрә. Бәлки, был уның геройҙарының интеллектына бәйле шулай ябайлаштырып һүҙ алып барырға теләүелер. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ уларҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙең эскерһеҙлегенә ышанабыҙ. Сөнки аң-зиһенебеҙ уны шулай ҡабул итә һәм шулай булған тип бара. Был инде үҙ сиратында үҙебеҙҙең дә шул традицияның вариҫы булыуыбыҙҙан килергә тейештер. Шуға күрә уларҙы шундай хәл-ваҡиғала башҡаса күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Шулай ҙа үҙебеҙҙән айырмалы бынан ике быуат элек бөтөнләй икенсе донъяла йәшәгән кешеләрҙең ватансылыҡ рухының асылына төшөнөү беҙҙең өсөн үтә мөһим рухи ихтыяж. Унда беҙ башҡорт рухы тарихының өҙөлмәҫ сылбырының дауамын күргәндәй булабыҙ.
Һис һүҙһеҙ, беҙ ХХ быуаттың тәүге сирегендә һәм урталарында М. Ғафуриҙың “Мин – ватансы” һәм Мостай Кәримдең “Мин – россиянмын” шиғырҙарында яңғыраған быуаттар төпкөлөнән килгән традицияның рухташы. Был ике әҫәрҙең ҡиммәте шундай бәйләнештә генә беҙҙең өсөн баһалап бөткөһөҙ. Уларҙа бер үк аң-зиһен, хис-тойғо икенсеһендә тәүгеһенең үҫтерелешен таба. Тәүгеһендә Рәсәй Совет иле итеп күҙалланһа, “Ватан ҡаһармандары”ндағы Ватан – бөтөнләй башҡа донъя. М. Ғафури һымаҡ уҡ, Мостай Кәримгә лә Ватан – ул Совет иле. Шағир бушҡа ғынамы Мәскәүҙә үҙенең 85 йәшен билдәләгәндә, “Мин – совет яҙыусыһы”, тип өҙөп әйтмәне. М. Ғафури ҙа шундай бөйөк Совет иле менән ғорурланды. Улар өсөн донъяның ошо рухи ҡиммәттәре барыһынан юғары булды. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәре лә “Ватан ҡаһармандары” рухи мираҫының вариҫтары ине. Башҡорт ырыуҙары Урыҫ дәүләтенә ҡушылған бер дәүерҙә этноста уянған аң-зиһендең тарихтың ауыр һынауҙарын үтеп, бер саҡ килеп, халыҡ шағирҙары ауыҙынан шулай ғорур яңғырауы өсөн дә билдәле шарттар кәрәк булғандыр. Әммә был шарттарҙың үҙгәреп тороуы бер ҡасан да шундай оҙон юл үткән аң-зиһенде, тыуған тупраҡҡа, илгә булған мөнәсәбәтте үҙгәртә алманы. Шуға күрә халыҡ шағирҙары әҫәрҙәре рухының “Ватан ҡаһармандары” драмаһы геройҙарының ватансылыҡ хистәренә ауаздашлығы һәм уларҙың ХХI быуат башында ла шулай ҡабул ителеүе тәбиғи. Беҙ үҙебеҙ ҙә бит шул 1812 йыл ҡаһармандары вариҫтарының Бөйөк Ватан һуғышында дошмандың баш ҡалаһынан Еңеү менән ҡайтҡан быуыны вариҫтары. Шуға күрә беҙгә драма геройҙарының хис-тойғоһо, һәр һүҙе яҡын.
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
БФА-ның почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504