Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исеме телдән төшмәй
Исеме телдән төшмәйТалантлы, әһәмиәтле образдары менән театр тарихында лайыҡлы урын алған сәхнә оҫталарының исеме, үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс тә, тамашасының теленән төшмәй. Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова ана шундай һоҡланғыс, һәләтле ижадсы булды. Ошо көндәрҙә уға 80 йәш тулыр ине.

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асия Закуан ҡыҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә кәүҙәләндергән йөҙҙән ашыу образ – оло йөрәкле, киң күңелле, наҙлы әсәләр ҙә, шаян, күңелсәк еңгәләр ҙә, уңған килендәр ҙә, тормош мәғәнәһен тик үҙ мәнфәғәтендә күргән, рухи яҡтан зәғиф, эскерле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – барыһы ла тамашасы хәтерендә. Драмала ла, комедияла ла берҙәй уңышлы уйнап, хатта эпизодик ролдәрҙе лә иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарған, эҙләнгән, тынғыһыҙ артист булараҡ ул башҡорт милли драматургияһы әҫәрҙәрендә, шулай уҡ урыҫ, сит ил классикаһында ла йөҙөп уйнаны. Үҙенең ғәжәйеп тормошсан, тәбиғи образдары менән тамашасының ихтирамын, мөхәббәтен яуланы.
Шишмә районы күп кенә мәшһүр сәнғәт оҫталары — атаҡлы йырсы Әсмә Шайморатова, танылған бейеүселәр Хәләф Сафиуллин менән Венера Ғәлимова, халыҡ артисы Тәлиға Бикташева, күренекле режиссер Вәзих Сәйфуллин кеүек бик күп шәхестәрҙең тыуған төйәге. Асия Нафиҡова ошо райондың Ураҙбахты ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье булып эш башлай. Сираттағы концерттан һуң уға һәләтен театр сәхнәһендә һынап ҡарарға тәҡдим итәләр. Был 1956 йылда була. Шунан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Асия Нафиҡова яҙмышын театр менән бәйләй.
“Эҙләнеү йылдары” (А. Арбузов) драмаһында — Галинаны, һуңынан “Муса” (Н. Иҫәнбәт) трагедияһында Муса Йәлилдең ҡатыны Әминә ролен ышанып тапшыралар Исеме телдән төшмәййәш актрисаға. Һынатмай ул — спектаклдән спектаклгә һәләте асыла бара, сәнғәттә үҙ урыны төҫмөрләнә башлай. Һуңынан инде — Нурия (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Ә. Мирзаһитов), Сания (Д. Исламовтың “Йомарт ер” романы буйынса В. Ғәлимовтың “Ҡуштирәк” инсценировкаһы), Ләйсән (“Ауыл күренештәре”, Ә. Мирзаһитов), Тамара (“Атайыңдың ҡәҙерен бел”, В. Лаврентьев) — ул кәүҙәләндергән героиняларҙың бер нисәүһе генә.
Асия Нафиҡова ижад иткән образдар галереяһында Н. Асанбаев драмаһы буйынса ҡуйылған “Фәйзи” спектаклендәге әҙәпһеҙ, ҡылансыҡ Зөһрә ролен театр белгестәре “ҙур оҫталыҡ менән башҡарылып, күптәргә фәһем, ғибрәт булырлыҡ теүәл образ” тип атаһа, М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһындағы гүзәл, тормошсан Ғәлиәбаныуы (һуңынан Ғәлимәбаныуы) Ҡазан, Мәскәү, Ленинград тамашасыларын да таң ҡалдыра.
М. Кәримдең “Йырланмаған йыр” драмаһындағы Мәстүрә лә актрисаның етди ижад емештәренең береһе булараҡ һанала. Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Унда А. Нафиҡова Шәфиғаны уйнай.
Карпенко-Карыйҙың “Бәхетһеҙ мөхәббәт” драмаһында ул уйнаған Варка, И. Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”ндәге Марфа, “Их, Өфө ҡыҙҙары”нда Тамара, “Тиле йәшлек”тә иһә Сәйҙәттәй, Л. Пиранделлоның “Лиола, йәки мут егет”ендә Ҡупшыбикә, Ә. Атнабаевтың “Игеҙәктәр”ендә Нәсимә, Л. Толстойҙың “Тере мәйет”ендә Настасья Ивановна, М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда Йомабикә, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәре”ндә Ғәлимә, Ф. Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй”ендә Хәнә, М. Кәримдең “Киске табын”ында Ҡорбанбикә — театр йылъяҙмаһына инеп ҡалған сағыу образдар.
Асия Нафиҡованың исеме бөгөн дә хеҙмәттәштәренең, уны хәтерләгән тамашасының теленән төшмәй, яҡты ла, һағышлы ла бер моң кеүек күңелдәренең иң түрендә һаҡлана.
Р. ЙӘҺҮҘИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518