Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сер — өс кенә хәрефтән торған һүҙ. Ә уның асылы тәрән. Һүҙлектә ул былай бирелгән: “Сер — башҡалар белергә тейеш булмаған йәшерен мәғлүмәт: хәрби сер, дәүләт сере, әлегә билдәле булмаған, беленмәгән, асылмаған нәмә (йыһан сере тәбиғәт сере, тормош сере һ.б.).

Серҙәш, серемтә, серле, серләшеү, серлелек — тамырҙаш һүҙҙәрҙе күп табып була. Әммә ошо “сер” һүҙенең мәғәнәһе бик тәрәндә ятһа ла, төбө һайығып барған һымаҡ.
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас (М. Кәрим).
“Минең серләшерҙәй кешем бер һин генә ҡалдың инде, ҡәйнәм” (А. Мөбәрәков, “Бисәкәй”). “Сер бирмә һыналған дошманға” (Ш. Бабич), “Граждандарҙың шәхси тормошо, хат яҙышыу, телефон аша һөйләшеү һәм телеграф аша хәбәрләшеү сере закон менән һаҡлана” (Башҡортостан Конституцияһынан).
Тик сер һүҙенең сере бөтә бара һымаҡ. Әйтәйек, Жуков тураһындағы сериалдар сыҡҡас, маршалдың ҡыҙы ҡәнәғәтһеҙлек белдереп гәзиттәргә яҙҙы. Оло шәхесте бик ваҡланылар тигән уйҙа ул. Минеңсә, был фекер ҙә дөрөҫ. Бөйөк кеше, маршал. Хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, был тиклем дә ваҡларға ярамаҫ ине. Степан Злобин да халыҡ батыры Салауатты, Гөлбәзир, Зөләйха, Әминәһе булыуға ҡарамаҫтан, әҫәрендә мәрйә ҡыҙы менән осраштырып ҡуйҙы.
Эшмәкәр Фурцева тураһындағы нәфис фильм да халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: шәхесте үтә ваҡлап, бүлгеләп ебәргәндәр. Л. Толстой әйтмешләй, кешенең йомшаҡ яҡтарын кисерә лә белергә кәрәк. Конституцияла әйтелгән “граждандарҙың шәхси тормошо, хат яҙышыу, телефон, телеграф аша һөйләшеү сере закон менән һаҡлана” тигән һүҙҙәр хәҙер бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Сер юҡ. Сер булмағас, йәшәү ҙә ҡыҙыҡ түгел. Сер һәр кемдә, һәр илдә лә бар. Совет осоронда дәүләт сере ныҡ һаҡланды, хәҙер генә, уларҙы асҡан булып, яр һалалар. Ә йәл, бик йәл!
М. Кәримдең бер шаян йыры иҫкә төштө: “Сүмәлә” тип атала. Беҙ йәш саҡта шаяра-шаяра йырлаша инек:
Эсеңдәге серҙәреңде
Бер кемгә лә һөйләмә.
Тағы бер иҫ китмәле матур шиғырын миҫалға килтерәм.
Өс мөғжизә мине әсир алды —
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды —
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә, күл һайыға
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.

Ял сәғәттәрендә шиғыр уҡыйыҡ, китап яратайыҡ, туғандар.

Г. АЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840