Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш кәрәк йәштәргә, эш!
Минеңсә, халыҡты ҡыҙыҡһындырған социаль мәсьәләләр араһында эш менән тәьмин ителеү тәүге урында тора. Эш хаҡы булһа, кеше социаль проблемаларын аҙмы-күпме үҙе лә хәл итә ала бит. Тик бына бәләкәй генә хеҙмәт хаҡы алырлыҡ та эше юҡ бит әле... Бигерәк тә йәштәр өсөн ауыр... Дәүләт органдары был йәһәттән ниндәй саралар күрә икән?
Зилә,
Балаҡатай районы.


Ысынлап та, эшһеҙҙәр араһында күҙгә асыҡ бәрелеп торған айырым ҡатламды йәштәр тәшкил итә, сөнки һөнәре буйынса ла, тормошта ла тәжрибәләре юҡ. Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына яуап итеп, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының “Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса республика үҙәге” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Фәнил Рамаҙанов ошо проблема тураһында һөйләй:
— Йәштәргә, ғөмүмән, эшһеҙҙәргә эш урыны табырға ярҙам итеү буйынса дәүләт органдары ла, махсус ойошмалар ҙа хеҙмәт күрһәтә. Тик был хеҙмәтте үтә ябайлаштырып аңлаусылар ҙа бар. Мәшғүллек ойошмаһы теге йәки был предприятие директорына: “Бөгөн үк ошо кешене эшкә алығыҙ!” — тип күрһәтмә бирә алмай. Был предприятие ҡасан һәм нисә кешене эшкә алыуҙы үҙе хәл итә, ул баҙар иҡтисады шарттарында эшләй бит! Ә мәшғүллек буйынса дәүләт учреждениеһының бурысы – эш ҡулдарына ихтыяж һәм һорау кимәлен өйрәнеү, был мәғлүмәтте эш эҙләүселәр иғтибарына еткереү, хеҙмәт баҙары талап иткән һөнәрҙәр буйынса йүнәлеш (профориентация), эш эҙләүсе менән эш тәҡдим итеүселәр өсөн аралашсы ролен үтәү.
Шул бурысты тормошҡа ашырыу маҡсатында беҙ ай һайын вакансиялар йәрминкәһе үткәрәбеҙ, һәр яҙ һәм көҙ “Йәштәргә – эш!” акцияһы уҙғарыла. Был йәрминкә һәм акцияларҙың әһәмиәте шунда: эш эҙләүсе менән эш тәҡдим итеүсе унда йөҙгә-йөҙ осраша. Был инде эште Интернет йәки гәзиттәге иғландар буйынса ғына эҙләү түгел – уларҙа һәр төрлө алдауҙар ҙа йыш була бит.
Хеҙмәт баҙарында конкуренция көслө, баҙар көсһөҙҙәрҙе һәм һәләтһеҙҙәрҙе аямай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең ниндәй шөғөлгә һәләтле булыуын асыҡлай алмаған йәштәр бик күп. Мәктәпте тамамлаған йәштә һөнәрҙе улар, нигеҙҙә, ата-әсәһенең теләгенә ҡарап һайлай. Ә һәр кемдең үҙ балаһын иң аҡыллы һәм иң һәләтле итеп күреүе билдәле. Һөҙөмтәлә уҡыу йорттары әҙерләп сығарған экономистар, юристар, менеджерҙар кәрәгенән артыҡ, хеҙмәт баҙары күптән инде уларға ҡытлыҡ кисермәй. Дөрөҫ, белдекле юристар, иҡтисадсылар етешмәй тигәнде лә әленән-әле ишетергә тура килә. Һәм был дөрөҫ тә: ҡулға диплом алыу ғына был һөнәр буйынса һәләтең бар тигәнде аңлатмай. Тимәк, һөнәрен яңылыш һайлаған йәш кешеләр ҙә шаҡтай күп. Төрлө коммерциялашҡан уҡыу йорттары ла профессиональ камиллыҡ тураһында уйламай, “Һеҙ түләнегеҙ – беҙ дәрес бирҙек” принцибы буйынса ғына эшләй, ахырыһы.
Ошондай хәлдә дәүләт эшсе һөнәрҙәренә иғтибарҙы арттырырға мәжбүр. Һеҙ быны матбуғат аша ла һиҙә башлағанһығыҙҙыр, моғайын. Яңы ғына, мәҫәлән, “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” конкурсы үткәрелеүе, унда еңеп сығыусылар менән хатта республикабыҙ Президентының осрашыуы — шуға ишара. Эшсе һөнәрҙәренә, ысынлап та, ҡытлыҡ арта. Өфө моторҙар берекмәһе кеүек эре компаниялар вакансиялар йәрминкәләрендә даими рәүештә эшсе һөнәрҙәренә саҡыра. “Башнефть” берекмәһе күптән түгел үҙҙәренә эшкә килергә теләгән быраулаусы, быраулаусы ярҙамсыһы, слесарь, шофер һымаҡ һөнәр эйәләренә хеҙмәт хаҡын дипломлы нефть белгестәренә ҡарағанда ла күберәк түләйәсәген белдерҙе. Дөрөҫ, уларға эш хаҡы офиста компьютер артында ултырғанға түгел, ә етештереү күләме һәм продукцияның сифаты өсөн түләнә.
Эшсе һөнәренең абруйы аҡрынлап булһа ла күтәрелә бара тип уйлайым. Ә әлегә йәш быуын “ҡара эш”кә нигеҙҙә риза түгел. Төҙөлөштәге, коммуналь хужалыҡтағы, юл һалыуҙағы, ауыл хужалығындағы эшсе һөнәрҙәре яйлап “гастарбайтерҙар” ҡулына күсә бара. Юрисҡа уҡып сыҡҡан йәш егет йәки ҡыҙ эшсе булып барырға теше-тырнағы менән ҡаршы. Курсташының абруйлы компания офисына урынлашыуын күрһә, бөтөнләй күңеле төшәсәк. Ләкин тормошҡа айыҡ ҡарарға кәрәк. Тау Мөхәммәткә бармаһа, Мөхәммәт тауға үҙе бара тигән кеүек, хеҙмәт баҙары һеҙҙе эҙләп йөрәмәйәсәк, киреһенсә, һеҙ уға яраҡлашырға тейеш булаһығыҙ.
Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү шул тиклем мөһим һәм күп яҡлы, ул барлыҡ ҡыҙыҡһынған учреждениелар һәм ведомстволарҙың үҙ-ара ярашылған эшмәкәрлеге аша ғына хәл ителә ала. Берлектәге һәм килешелгән эш кенә маҡсатҡа өлгәшергә – хеҙмәт баҙарындағы конкуренцияға һәләтле йәш кешене тәрбиәләргә – мөмкинлек бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518