Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй, мосолман донъяһы...
Эй, мосолман донъяһы...Таңды һыҙылдырып, көмөш тауышлы аҙан яңғырай. Изге теләктә башлана иртәбеҙ. Әммә уның тотош көндө яҡтыртырға көсө етерме? Тап ошондай күренеште хәтерләтә илебеҙҙәге бөгөнгө мосолман донъяһы. Үткән быуатта ҡырып-емерелгәнлектән, йолҡонған үҫентегә оҡшап ҡалған дини тәрбиәне кире ҡайтарыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонған мәлебеҙ. Тамыры булғас, әлбиттә, үҫер, нығыныр ул, әммә бының өсөн күпме көс түгергә кәрәк буласағын берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай.

“Бер ниндәй аят белмәйенсә, унда нисек аяҡ баҫаһың?”

Совет власы бөтөрөлгән осорҙа өлкәндәрҙең “Артабан ни эшләргә? Нимәгә ышанып йәшәргә?” тигән борсолоуын йыш ишетергә тура килде. Быға тиклем изге һаналған төшөнсәләрҙең юҡҡа сығыуы, дини йәһәттән бушлыҡты ҡаплап килгән коммунистик идеяларҙың да ҡыйралыуы сәбәпле һыҙланыуҙарҙың мәғәнәһен ул ваҡытта төшөнөп тә етмәгәнбеҙҙер, әммә хәҙер ныҡлы аңлайбыҙ: тарҡалған йәмғиәтте бер урынға туплау мөмкин түгел. Уртаға йыйыр “алтын бағана”, уртаҡ ышаныс, йәшәү таянысы кәрәк. Һөҙөмтәлә быуаттар дауамында һыналған иң ҙур тәрбиәүи сара — һәр кемдең ҡан тамырҙарына һалынған динде тергеҙеүгә ҙур ихтыяж тыуҙы.
Халҡыбыҙ бер быуатҡа яҡын әхлаҡи ҡанундарға һыуһап йәшәне. Был ихтыяждың бер сағылышы — һуңғы йылдарҙа иман йорттарының күпләп барлыҡҡа килеүе.
— Мәсет төҙөү өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленмәүе, уларҙы күберәк хәлле мосолмандарҙың асыуы барыбыҙға ла билдәле, — тигәйне журналистар менән осрашыуҙа Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин. — Үҙе иман йортона йөрөмәгән, бер ниндәй доға белмәгән хәлдә лә, төҙөйҙәр. Ата-әсәһенең ризалығын алыу, уларҙы һөйөндөрөү ниәте менән генә мәсет асҡан кешеләрҙе беләм. Тимәк, һәр мосолмандың күңелендә ислам дине иң изге, юғары төшөнсә булараҡ урын алған.
Ҡала, район үҙәктәре менән бергә хәҙер иң бәләкәй, төпкөл ауылдарҙың да күбеһен иман йорттары биҙәй. Хатта ике мәсеткә эйә урындар ҙа бар. Быны бер-берең менән ярышыу тип түгел, ә күңел ихтыяжының ҙурлығы менән аңлатырға кәрәктер. Әммә әҙер иман йорттарына халыҡ ағылып йөрөймө? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. “Мәсетебеҙ булғас, етте — күңел тыныс. Ул ауылыбыҙҙы ҡалҡандай һаҡлап тора, — тигәйне бер өлкән йәштәге кеше. — Ә унда барыуға килгәндә инде... Уңайһыҙландыра. Бер ниндәй аят белмәйенсә, мәсет тупһаһына нисек аяҡ баҫаһың?”
Шулай ҙа, булған иман йортона йөрөмәһәләр ҙә, ул барлыҡҡа килеү менән ауылдарҙа әҙәп-әхлаҡҡа юл һалыныуы, эскелектең кәмеүе, ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар артыуы, матур йәшәү теләге көсәйеүе күҙгә салына. Йәштәрҙең сәмләнеп, матур-матур йорттар һалып сығыуы, мәктәптән һуң бер ниндәй уҡыу йортон бөтмәһә лә, үҙ зауығы буйынса камиллашырға тырышыуы, күптәрҙең йүнселлеккә тотоноуы ауылдың үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Был урындарҙа мәктәп тә, мәҙәниәт йорто ла, ферма ла ябылмай, халыҡ киләсәгенә ныҡлы ышанып, тырышып донъя көтә.

Заман кешеһенең ихтыяжы ҙурыраҡ


Эйе, дини тәрбиә буйынса башланғыс бар. Әммә, алда әйтеп үткәнебеҙсә, уны артабан нисек үҫтереү мәсьәләһе килеп баҫты. Халыҡтың мәсеткә бик үк йөрөмәүен, беренсенән, дини белемдең юҡлығына япһарһаҡ, икенсенән, ул бөгөнгө иман йортонда үҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай, тип әйтергә мөмкин. Заманында дини китаптар күпләп бөтөрөлгәнлектән, улар бер нисә дана ғына ҡалған, яңынан туплауы бик ауыр. Муллаларҙың ҙа күбеһе әлеге заманға ярашлы ғилемгә эйә түгел. Байтағы — үткән быуатта ниндәйҙер кимәлдә дин тотҡан өлкән йәштәге кешеләр. Хәҙерге заман вәкиленең дини ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн был ғына етәме? Бөгөнгө имам-хатибтың, ҙур белемгә эйә булмаған хәлдә лә, быға ынтылыуы шарт: ул “Ҡөрьән”де, ғәрәп телен яҡшы белергә тейеш — һәр мәсеттең тиерлек мәҙрәсәһе бар, йәштәр араһында ислам нигеҙҙәрен өйрәнергә теләгәндәр байтаҡ.
Республикала дини уҡыу йорттарының күбәйеүенә шаһитбыҙ. Уларҙа, шәкерттәргә белем биреү менән бер рәттән, теләгән һәр кемгә ислам нигеҙҙәре өйрәтелә, имам-хатибтарға курстар ойошторола. Әммә, күҙәтеүҙәр буйынса, бындай уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең байтағы һәйбәтләп эшләп китә алмай. Айырыуса ауылда. Шәкерттәрҙе өҫтәмә, тормош көтөү өсөн мөһим һөнәрҙәргә, әйтәйек, балта оҫтаһы, умартасылыҡ серҙәренә өйрәтеү мөһимдер. Уларға бит эшләргә генә түгел, йәшәргә, ғаиләһен ҡарарға, балалар үҫтерергә лә кәрәк.
Өлкән имам-хатибтарға килгәндә, уларға уҡыу йорттарында курстар ойошторола, тигәйнек. Әммә, әйтеүҙәренсә, күбеһе ауылдан оҙаҡ ваҡытҡа ситкә сығыу мөмкинлегенә эйә түгел. Һәр хәлдә, ислам үҙ алдыңа белем алыуҙы ла инҡар итмәй. Тимәк, элеккеләргә йәбешеп ятырға түгел, үҫешергә, заман мосолманының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә ынтылырға кәрәктер. Үҙ маҡсатына тоғро, үҫеп килгән быуынды дингә ылыҡтырам тигән дин әһеле тап шулай эшләр ҙә.
Йәштәрҙә әҙәп, әхлаҡ тәрбиәләү йәһәтенән исламдың ҙур әһәмиәткә эйәлеге хаҡында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының IX съезында Президент Рөстәм Хәмитов та әйткәйне.
— Рәсәй ауыр һынау, яҙмышты билдәләр үҙгәрештәргә дусар булған мәлдәрҙә Үҙәк диниә назараты, уның абруйлы эшмәкәрҙәре дәүләттең ышаныслы терәге булды, тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу, нығытыуҙа ҙур роль уйнаны, — тине төбәк башлығы. — Бөгөн дә уға ҙур өмөт бағлана. Өҫтәүенә, хәҙер дини ойошмалар үҙ системаһын ирекле үҫтереү мөмкинлеген алды. Дини белем биреүгә ҡағылған федераль программа тормошҡа ашырыла, ислам мәғрифәте һәм мәҙәниәтенә ярҙам фонды булдырылды.
Президенттың әйтеүенсә, йәштәр менән эште көсәйтергә кәрәк. Бөгөн дәүләт һәм исламдың маҡсаты бер. Был дөйөм йүнәлеш көслө социаль сәйәсәткә әүерелеп, властың барлыҡ органдарына ла үтеп инергә һәм йәштәрҙең эш, тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш.
— Дин — рухи башланғыстар нигеҙе. Йыш ҡына мәшәҡәттәр сыуалышында тормошта иң мөһиме яҡшылыҡ, изгелек, берҙәмлек икәнлеген иҫтән сығарабыҙ. Дини белем биреү бөгөнгө күп ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү, татыу йәшәүҙең көсөн аңлауға булышлыҡ итәсәк, — тине Президент.

Ҡорал көсһөҙлөктө күрһәтмәйме?

Ошо уҡ съезда экстремизмға ҡаршы көрәш алып барыу хаҡында ла күп әйтелде. Дин әһелдәренең әйтеүенсә, бөгөнгө ҡатмарлы замандың социаль-иҡтисади хәле дошманлыҡ, нәфрәткә ҡоролған киҫкен идеологияны киң таратыуға юл аса. Илдә төрлө кимәлдәге агрессия күренештәре күҙәтелә: дингә ҡаршы структуралар, киҫкен экстремистик йәштәр ойошмаларының эшмәкәрлеге йәнләнә. Был, әлбиттә, тотош йәмғиәттең именлегенә хәүеф тыуҙыра. Күптән түгел булған ваҡиға — Татарстандың дини лидерҙарына ҡаршы һөжүмде, яҡташыбыҙ Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың һәләк булыуын мосолмандар ғына түгел, барлыҡ кеше тыныс тормошҡа ҙур янау кеүек ҡабул итте. Киләсәктең именлегенә шик артты. Ошондай хәлдәрҙе булдырмау өсөн халыҡҡа исламдың ысын асылын төшөндөрөргә кәрәк, ти дин әһелдәре.
Татарстандағы ваҡиғанан һуң мөфтөйҙәргә ҡорал биреү кәрәклеге хаҡында ла һүҙ сыҡты. Мәҫәлән, Төньяҡ Кавказда был рөхсәт ителгән. Хоҡуҡи йәһәттән ҡарағанда, йәмғиәтте икегә — дин тотҡандарға һәм уға ышанмағандарға — бүлергә ярамай, тимәк, ҡоралды ла һәр кем йөрөтә ала. Етмәһә, киҫкен экстремистик ойошмаларҙың эшмәкәрлеге йәнләнгән ваҡытта ҡурҡыныстың аҙым һайын көтөп тороуы ихтимал. Икенсе яҡтан, Аллаға бирелгәнһең икән, уның именлегеңде һаҡларына ышанырға тейешһеңдер. Ҡорал йөрөтөп кенә барлыҡ мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә шик ҙур. Беҙҙәге тормошто Кавказдағы менән сағыштырыу мөмкин түгел. Исламдың юғары көсөнә ышанмайынса, ҡулға ҡорал тота башлаһаҡ, шул хәлгә лә етеүебеҙ бар. Ҡорал үҙе үк ышанмаусанлыҡ, яуызлыҡ, дошманлыҡ билдәһе түгелме?

* * *
Мосолман байрамдары хәҙер ислам динен тотҡандарҙың ғына түгел, тотош йәмғиәттең уртаҡ сараһына әйләнә бара. Һәр халыҡ үҙ динен үҫтерә, унда ниндәйҙер таяныс, яҡлау таба ала икән, уның башҡа милләттәр менән дә тыныс, татыу йәшәүенә һуҡмаҡ һалына. Бер әхлаҡи ҡанун да яманлыҡҡа, яуызлыҡҡа өйрәтмәй. Исламды үҫтереүгә олатай-өләсәй, мәктәп-мәҙрәсәнән башлап власть органдарында эшләгәндәргә тиклем һәр кем үҙ өлөшөн индерһә, изге башланғыс киң ҡолас алыр, тигән ҙур ышаныс бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509